Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Палдискиҙа – иҫтәлекле байрам
Ҡала көнө сиктәрендә был төбәктә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған байтаҡ сара уҙғарылды.
Бында, йәғни элекке Рогервик ҡәлғәһендә, батыр 25 йыл ғүмерен һөргөндә үткәргән. Урындағы халыҡ яугир-шағирҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Эстондарҙың яратҡан паркында 1989 йылда уға һәйкәл ҡуйылған.

Күптән түгел республикабыҙ­ҙың Салауат ҡалаһы вәкилдәре, Баш­ҡортостандың Милли музейы хеҙмәткәрҙәре, спортсылар, Баш­ҡорт дәүләт филармонияһы артистары ингән делегацияһы Эс­то­нияла үткән рәсми, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡат­нашты. Был көндө Палдиски ҡалаһы хакимиәтендә беҙҙең Милли музейҙың “Азатлыҡ бөр­көттәре” тигән күргәҙмәһе асыл­ды. Ул Салауат Юлаевҡа ғына түгел, тотош республикаға, йәғни сәнәғәтенә, мәҙәниәтенә, туризмына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе сағылдырҙы.
Сәфәр барышында шулай уҡ Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәте ағзалары, Ригалағы “Салауат Юлаев” Балтик халыҡ-ара үҙәге вәкиле менән осрашыуҙар булды, милли батырыбыҙ һәм башҡорттар темаһына фәнни семинар ойошторолдо. Ижади коллективтарҙың сығышы ҡала халҡының күңеленә хуш килде. Шулай уҡ эстон һәм урыҫ тел­дәрендә баҫылып сыҡҡан Салауат Юлаев тураһындағы тәүге китап менән таныштырыу сараһы үткәрелде.
Ҡала көнө айҡанлы Эстония­лағы, атап әйткәндә Палдиски ҡалаһындағы байрам сараларында “Рәсәй таянысы” ойош­маһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Ғил­маншин һәм бүлексәнең башҡар­ма директоры Тимур Лоҡманов ҡатнашты. Эстонияла йәшәгән башҡорттар, татарҙар ярҙамында үткәрелгән һабантуй онотолмаҫ­лыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡала халҡы ярыштарҙа әүҙем ҡатнаш­ты. Милли көрәш айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Салауат Юлаевҡа арналған сараларҙы ойоштороуға Палдиски мэрияһы, атап әйткәндә ҡала башлығы урынбаҫары Эльдар Тоонверки менән ҡала көн­дәрен һәм спорт уйындарын үткәреү буйынса башҡарма секре­тарь Ларисса Сарман ҙур тырышлыҡ һалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524