Ҡала көнө сиктәрендә был төбәктә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналған байтаҡ сара уҙғарылды.
Бында, йәғни элекке Рогервик ҡәлғәһендә, батыр 25 йыл ғүмерен һөргөндә үткәргән. Урындағы халыҡ яугир-шағирҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Эстондарҙың яратҡан паркында 1989 йылда уға һәйкәл ҡуйылған.
Күптән түгел республикабыҙҙың Салауат ҡалаһы вәкилдәре, Башҡортостандың Милли музейы хеҙмәткәрҙәре, спортсылар, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ингән делегацияһы Эстонияла үткән рәсми, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашты. Был көндө Палдиски ҡалаһы хакимиәтендә беҙҙең Милли музейҙың “Азатлыҡ бөркөттәре” тигән күргәҙмәһе асылды. Ул Салауат Юлаевҡа ғына түгел, тотош республикаға, йәғни сәнәғәтенә, мәҙәниәтенә, туризмына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе сағылдырҙы.
Сәфәр барышында шулай уҡ Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәте ағзалары, Ригалағы “Салауат Юлаев” Балтик халыҡ-ара үҙәге вәкиле менән осрашыуҙар булды, милли батырыбыҙ һәм башҡорттар темаһына фәнни семинар ойошторолдо. Ижади коллективтарҙың сығышы ҡала халҡының күңеленә хуш килде. Шулай уҡ эстон һәм урыҫ телдәрендә баҫылып сыҡҡан Салауат Юлаев тураһындағы тәүге китап менән таныштырыу сараһы үткәрелде.
Ҡала көнө айҡанлы Эстониялағы, атап әйткәндә Палдиски ҡалаһындағы байрам сараларында “Рәсәй таянысы” ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Ғилманшин һәм бүлексәнең башҡарма директоры Тимур Лоҡманов ҡатнашты. Эстонияла йәшәгән башҡорттар, татарҙар ярҙамында үткәрелгән һабантуй онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡала халҡы ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Милли көрәш айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Салауат Юлаевҡа арналған сараларҙы ойоштороуға Палдиски мэрияһы, атап әйткәндә ҡала башлығы урынбаҫары Эльдар Тоонверки менән ҡала көндәрен һәм спорт уйындарын үткәреү буйынса башҡарма секретарь Ларисса Сарман ҙур тырышлыҡ һалды.