Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухландырҙы йырлы Йылайыр
Рухландырҙы йырлы Йылайыр
Бөтә донъя йәштәр көнөндә Һаҡмар буйы гөрләп торҙо: республика йәштәре ҙур йыйын уҙғарҙы. Байрамда, һабантуйҙағы кеүек үк, милли көрәш, ҡул һуғышы, арҡан тартышыу, гер күтәреү, футбол, волейбол кеүек спорт ярыштары ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы вәкилдәренең “түңәрәк өҫтәл”е, шулай уҡ республиканың һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙың милли матбуғат баҫмалары редакциялары баш мөхәррирҙәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә булды. Сарала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Туристик индустрияһы союзы рәйесе Кинйә Күскилдин, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин һәм башҡалар ҡатнашты.


Рухландырҙы йырлы ЙылайырБайрам асыҡ тип иғлан ителгәс, сәхнәгә сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы вәкилдәре – саҡырылды.
– Бында еребеҙ, телебеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылған, – тине Советтың етәксеһе Рәмзил Байназаров. – Ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, маҡса­тыбыҙға өлгәштек: төрлө төбәктә ғүмер иткән милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплай алдыҡ. Башҡортостаныбыҙ үҫешһен, алға барһын өсөн бер маҡсатта йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ.
Рухландырҙы йырлы Йылайыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Рәмил Рәхмәтов республиканың киләсәге йәштәр ҡулында булыуын, уларҙы әҙәпле-әхлаҡлы, ватансыл итеп тәрбиәләү мөһимлеген билдәләне.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин иһә был байрамдың күңел асыу сараһы ғына түгеллеге, ә аралашыу, төрлө өлкәне үҫтереү буйынса фекер алышыу маҡсатында ойошторолоуы тураһында әйтте, уның һөҙөмтәле үтеүен теләне.
Рухландырҙы йырлы Йылайыр– Тарихҡа күҙ һалғанда, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында ла был туғай гөрләп торҙо, унда уҙғарылған Йәштәр көнөнә илебеҙҙең төрлө төбәгенән ун меңгә яҡын кеше йыйыла торғайны, – тине Кинйә Күскилдин. Ул Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең йәшләй генә ҙур ҡаһарманлыҡ ҡылғаны, бөйөк эштәр башҡарғаны тураһында хәтергә төшөрөп, киләсәгебеҙҙең улар кеүек үк ғилемле, рухлы быуын ҡулында булыуын теләне.
Рухландырҙы йырлы ЙылайырРеспубликаның Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡатнашлығында уҙға­рылған “Милли матбуғатты һаҡлау мәсьә­ләләре” тигән семинар-кәңәшмәлә ҡый­бат­сылыҡ заманында гәзит-журналдың яҙмышын хәстәрләү мәсьәләләре ҡаралды, был бурысты атҡарыуҙың төрлө юлдары тәҡдим ителде. Борис Николаевич шулай уҡ баш мөхәррирҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауға яуап бирҙе.
Рухландырҙы йырлы ЙылайырЙыйынға килгәндәргә билдәле сәхнә оҫталары Иҙел Аралбаев, Динар Халиҡов, ауыл-ҡалаларҙан килгән балалар, үҫмерҙәр йыр-моңло матур ял минуттары бүләк итте. Спорт майҙансыҡтары көноҙоно сәмле ярыштарҙан гөрләп торҙо. Иң көслөләр һәм етеҙҙәр ҡиммәтле бүләктәргә, дипломдарға лайыҡ булды.
Кискеһен бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ға­риповтың “Туған тел” шиғырын уҡыу буйынса “Халҡым сәғәте” тип аталған флеш-моб, таңға ҡәҙәр күңелле дискотека уҙғарылды.


Рухландырҙы йырлы ЙылайырЛәйсән УСМАНОВА, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының II курс студенты:
– Дәүләкән районынан Рәфис Мөхәмәт­рәхимов етәкселегендә 11 кеше килдек, ярыштарҙа ихлас ҡатнаштыҡ. Бындай сараларҙа еңеү түгел, ә тиҫтерҙәрең менән танышыу, аралашыу, киләсәккә уртаҡ бурыстар билдәләү мөһим. Йәш­тәрҙең әүҙемлеге, берҙәмлеге һоҡ­ландырҙы.
Рәмил СӘЙФУЛЛИН, Учалы ҡалаһы:
– Ҡул һуғышы буйынса ярышта ҡат­наштым һәм призлы урын алдым. Йылайыр районына беренсе тапҡыр килдем. Тәбиғәте шул ҡәҙәр матур, кешеләре ифрат ҡунаҡсыл икән. Ҙур рәхмәт барыһына ла!
Рухландырҙы йырлы Йылайыр


Автор: Зөлфирә ҠОҘАШЕВА.
Фото: Юлай Кәримов.
Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531