Бөтә донъя йәштәр көнөндә Һаҡмар буйы гөрләп торҙо: республика йәштәре ҙур йыйын уҙғарҙы. Байрамда, һабантуйҙағы кеүек үк, милли көрәш, ҡул һуғышы, арҡан тартышыу, гер күтәреү, футбол, волейбол кеүек спорт ярыштары ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы вәкилдәренең “түңәрәк өҫтәл”е, шулай уҡ республиканың һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙың милли матбуғат баҫмалары редакциялары баш мөхәррирҙәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә булды. Сарала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Туристик индустрияһы союзы рәйесе Кинйә Күскилдин, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин һәм башҡалар ҡатнашты.
Байрам асыҡ тип иғлан ителгәс, сәхнәгә сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы вәкилдәре – саҡырылды.
– Бында еребеҙ, телебеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылған, – тине Советтың етәксеһе Рәмзил Байназаров. – Ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, маҡсатыбыҙға өлгәштек: төрлө төбәктә ғүмер иткән милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплай алдыҡ. Башҡортостаныбыҙ үҫешһен, алға барһын өсөн бер маҡсатта йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Рәмил Рәхмәтов республиканың киләсәге йәштәр ҡулында булыуын, уларҙы әҙәпле-әхлаҡлы, ватансыл итеп тәрбиәләү мөһимлеген билдәләне.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин иһә был байрамдың күңел асыу сараһы ғына түгеллеге, ә аралашыу, төрлө өлкәне үҫтереү буйынса фекер алышыу маҡсатында ойошторолоуы тураһында әйтте, уның һөҙөмтәле үтеүен теләне.
– Тарихҡа күҙ һалғанда, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында ла был туғай гөрләп торҙо, унда уҙғарылған Йәштәр көнөнә илебеҙҙең төрлө төбәгенән ун меңгә яҡын кеше йыйыла торғайны, – тине Кинйә Күскилдин. Ул Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең йәшләй генә ҙур ҡаһарманлыҡ ҡылғаны, бөйөк эштәр башҡарғаны тураһында хәтергә төшөрөп, киләсәгебеҙҙең улар кеүек үк ғилемле, рухлы быуын ҡулында булыуын теләне.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡатнашлығында уҙғарылған “Милли матбуғатты һаҡлау мәсьәләләре” тигән семинар-кәңәшмәлә ҡыйбатсылыҡ заманында гәзит-журналдың яҙмышын хәстәрләү мәсьәләләре ҡаралды, был бурысты атҡарыуҙың төрлө юлдары тәҡдим ителде. Борис Николаевич шулай уҡ баш мөхәррирҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауға яуап бирҙе.
Йыйынға килгәндәргә билдәле сәхнә оҫталары Иҙел Аралбаев, Динар Халиҡов, ауыл-ҡалаларҙан килгән балалар, үҫмерҙәр йыр-моңло матур ял минуттары бүләк итте. Спорт майҙансыҡтары көноҙоно сәмле ярыштарҙан гөрләп торҙо. Иң көслөләр һәм етеҙҙәр ҡиммәтле бүләктәргә, дипломдарға лайыҡ булды.
Кискеһен бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡыу буйынса “Халҡым сәғәте” тип аталған флеш-моб, таңға ҡәҙәр күңелле дискотека уҙғарылды.
Ләйсән УСМАНОВА, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының II курс студенты:– Дәүләкән районынан Рәфис Мөхәмәтрәхимов етәкселегендә 11 кеше килдек, ярыштарҙа ихлас ҡатнаштыҡ. Бындай сараларҙа еңеү түгел, ә тиҫтерҙәрең менән танышыу, аралашыу, киләсәккә уртаҡ бурыстар билдәләү мөһим. Йәштәрҙең әүҙемлеге, берҙәмлеге һоҡландырҙы.
Рәмил СӘЙФУЛЛИН, Учалы ҡалаһы:
– Ҡул һуғышы буйынса ярышта ҡатнаштым һәм призлы урын алдым. Йылайыр районына беренсе тапҡыр килдем. Тәбиғәте шул ҡәҙәр матур, кешеләре ифрат ҡунаҡсыл икән. Ҙур рәхмәт барыһына ла!