Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уралым бөркөттәре һынатмай
Уралым бөркөттәре һынатмай
Алты ай буйы Сталинград өсөн барған һуғыш Ҡыҙыл Армияның еңеүе менән тамамлана. Бында 2 миллион тирәһе кеше башын һала. 1943 йылдың 2 февралендә Сталинградта фельдмаршал фон Паулюс штабы менән әсирлеккә бирелә. Дошмандың 230 меңгә яҡын һалдаты һәм офицеры ҡамауҙа ҡала. Гитлер 20 көнлөк траур иғлан итә.

Ошо осорҙа Генштаб тарафынан дошман ғәскәрҙәренә тылға үтеп инеү, тәрән рейд яһап, аҙыҡ-түлек келәттәрен юҡ итеү, штабтарҙы, тимер юлдарҙы, күперҙәрҙе сафтан сығарыу, элемтәләрҙе өҙөү, вокзалдарҙы шартлатыу һәм башҡа үтә лә мөһим емерткес эштәр башҡарыу бурысы ҡуйыла.
Маҡсаттан сығып, өс атлы дивизиянан 7-се корпус төҙөлә. Командиры итеп генерал-лейтенант М.Д. Борисов тәғәйенләнә. Корпус составына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла инә, командиры – полковник М. Шайморатов (уға генерал-майор званиеһы дошман тылында бирелә. Бойороҡ самолеттан пакетта ташлана).
Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск), 1943 йылдың 7 феврале. Буранлы төн. Бына кавалерия корпусы фронт һыҙығына килеп туҡтай. 3-сө армияның 21-се һәм 55-се дивизиялары ике тәүлек буйы дошман позицияһын утҡа тотһа ла, кавалерия корпусына юл асыу өсөн, дошмандың оборонаһын өҙә алмайҙар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәрби бурысты үтәргә кәрәк. 14-се дивизия өҙлөкһөҙ ут яуҙырған фашистарға ҡаршы һөжүмгә күтәрелә. Әммә ул, дошман утына сыҙай алмайынса, артҡа сигенә.
Хәҙер инде 15-се кавалерия дивизияһы яуға ташлана. Улар менән дә шул уҡ хәл. Дошман уты дивизияны артҡа сигенергә мәжбүр итә. Уларҙың уңышһыҙлыҡтарына йәне көйгән М. Шайморатов, һөжүм маневрын үҙгәртеп, рус полководецы А. Суворовтың "Наука побеждать" тигән хәрби тәғлимәттәрендәге сәселеп (таралып) һөжүм итеү тактикаһын ҡуллана. Дивизияға ике километр һуҙымында теҙелергә бойороҡ бирелә. Командирҙары М. Шайморатовтың үҙ дивизияһына "Алға!" тип бойороҡ биреүе була, башҡорт кавалеристары, толпарҙарына атланып, көслө тулҡын булып ут ҡосағына ташлана. Дошман ҡаршы тора, әммә бер нәмә лә туҡтата алмай Урал бөркөттәрен.
Киҫкен бәрелеш 35 минут дауам итә. Фашистарҙың фронтын өҙөп, алда ятҡан Ворошилов исемендәге совхозды биләйҙәр. Дошмандың 750 һалдаты һәм офицеры дөмөктөрөлә, 25 пушкаһы, 19 минометы, хәрби припастар тупланған ике келәте беҙҙең ҡулға төшә. Башҡорт атлылары асҡан ике километр киңлегендәге коридорҙан бөтә корпус дошман тылына юғалтыуһыҙ инә, һәм дәһшәтле рейд башлана. Әммә немецтар оборонаһын нығытып өлгөрә һәм көслө ут аса. Шул сәбәпле, артта килгән һәр төрлө ылауҙар һәм танк корпусы ла артҡа сигенеп тороп ҡала. Немец ғәскәрҙәре тылына үтеп инеүҙә Башҡорт кавалерия дивизияһы баһалап бөткөһөҙ батырлыҡ күрһәтә.
Ҡәттәл АРҒЫНБАЕВ,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523