Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батшалар ризығы – Салауат ерендә
Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур был яҡтар. Әле ҡарағай, шыршы ағастары йәйҙең йәшел төҫөн һаҡларға теләгәндәй йәм-йәшел ултырһа, ҡайындар һап-һары төҫкә мансылған. Армыт-армыт тауҙар, ҡаялар ҡосағынан бормаланып-бормаланып Йүрүҙән йылғаһы аға. Юҡҡамы ни милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тыуған төйәгенең гүзәллеген маҡтап шиғырҙар яҙған! Ошолар хаҡында уйланым был төбәккә аяҡ баҫҡас.

Район үҙәгенән егерме километр самаһы алыҫлыҡта Ҡыҙырбаҡ ауылы. Бөгөн бында бер нисә ғаилә генә йәшәй. Ауылдан бер саҡрым самаһы ситтә төбәктә беренселәрҙән булып асылған “Ләзә” фермер хужалығы биләмәһендәбеҙ. Дөрөҫ, бында әлегә эш башланып ҡына тора. Сәйәхәт итергә, ҡаялар, тауҙар ҡыҙырырға яратҡан Эдуард Шәрәфетдинов менән Марат Миңлебаев та сираттағы сәфәрендә тап ошо яҡтарға килеп юлыға. Кескәй генә Ләзә шишмәһендә бағыр балығы йәшәүен белгәс, егеттәрҙең күңелендә тап ошонда уларҙы үрсетеү буйынса эш башлау хыялы бөрөләнә. Дәртле дуҫтарҙың ниәтен район хакимиәте башлығы Марс Кашапов хуплап ҡаршы ала, ярҙам ҡулы һуҙа, сөнки төньяҡ-көнсығыш төбәктең иҡтисади-социаль үҫешен тәьмин итеү йәһәтенән тиҙләтелгән комплекслы программала ла туризмды үҫтереү – төп йүнәлештәрҙең береһе. Нимә генә тимә, район туризм баҙарында көнәркәшлеккә эйә булырҙай төп факторҙарға бай. Хоҙай бында ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу өсөн тәбиғи шарттарҙы йәлләмәгән. Һәр мәмерйә үҙе тарих һөйләй. Шифаханалар, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылар, спорт, дауалау-һауыҡтырыу кеүек туризмды үҫтереү өсөн үҙенсәлекле урындар етерлек. Экологик йәһәттән уңайлы булыуына ла күп төбәктәр көнләшерлек. Тирә-яҡты зарарлаған предприятиелар юҡ тиерлек. Икенсенән, бындай сәйәхәт маршруттары урындағы халыҡҡа аҡса эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Рәсәйҙәге беренселәрҙән булып асылған “Янғантау” геопаркы ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Балыҡ фермаһы тәбиғәттең үҙенсәлекле урынында урынлашҡан. Сылтыр-сылтыр ағып ятҡан Ләзә шишмәһе – үҙе бер мөғжизә.
– Йылға тау аҫтындағы ҙур ҡойонан башлана, – тип һөйләй Эдуард. – Ҡышын ул сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай. Юлында бихисап кескәй сығанаҡтар ҡушыла. Был тирәлә сәнәғәт үҙәктәренең булмауы, ауылдарҙың алыҫ урынлашыуы менән үҙенең тәбиғилеген һаҡлап ҡалған ул. Шуға ла бында йылға бәрҙеләре лә йәшәй.

Күптән түгел генә был шөғөлгә тотонһалар ҙа, балыҡ хужалығының тәүге төҙөлөш эштәрен тамамлай егеттәр. Ләзә йылғаһына улаҡтар ҡуйып, балыҡ үрсетеү өсөн өс һыу ятҡылығы әҙерләгәндәр. Апрель айында Пермь крайынан алып ҡайтҡан ике төрлө 10 мең дана селбәрә бөгөн сауҙа кәштәләренә сығарырлыҡ булып өлгөргән. Екатеринбург, Өфө халҡы бөгөн бында үрсетелгән балыҡты ҙур теләк менән һатып ала. Ләзә йылғаһының химик составы ла, температураһы ла, кислородҡа мул булыуы ла бағрыны үрсетеү өсөн уңайлы. Егеттәр өс йылда ферманы булдырыу өсөн киткән сығымды ҡаплатырға, бының өсөн йылына 30 тонна ҡыйбатлы балыҡ етештерергә ниәтләй. Әлегә өс кешегә хеҙмәт урыны булдырылған.

Әлбиттә, эш яңы башланып тора, мәшәҡәт күп. Яҙын-йәйен биләмәне төҙөкләндереп, туҡталҡалар, ял итеүселәр өсөн мангалдар ҡуйғандар. Киләсәктә туристар өсөн йорттар, мунсалар төҙөп ҡуйырға ла хыялдары бар.

Бағрыны әүәлдән батшалар балығы тип йөрөткәндәр. Ғәжәп тәмле булғанға күрә лә унан һәр ваҡыт юғары ҡатлам вәкилдәре өсөн ашап туйғыһыҙ ризыҡтар әҙерләгәндәр. Йәнә бағры наҙлы, үтә таҙа һыу сығанаҡ­тарында йәшәй алыуы менән үҙенсәлекле. Уны бер тапҡыр ҡулға алһаң, кисерә алмай, йылғаға ҡабат ебәрһәң дә, һәләк була.

Егеттәр балыҡтарҙы экологик йәһәттән таҙа ем менән туҡландыра. Махсус яһалған баҫманан уларҙың ярыша-ярыша тигәндәй ем ашауын күҙәтеү – үҙе бер мәрәкә. Бағрылар етеҙ һәм һиҙгер шул.

– Күрәһегеҙме, балыҡтар емде сәғәт уғына ҡаршы хәрәкәт буйынса ашай, Европала – сәғәт теле буйынса, – тип беҙҙе ғәжәп­ләндерҙе Эдуард.
Яңы ғына эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, был төбәк ял итергә, балыҡ тоторға әүәҫ кешеләрҙең яратҡан урынына әүерелгән. Йәйен Өфөнән, республиканан ғына түгел, Ырымбур, Екатеринбург, Пермь ҡалаларынан туристар, сәйәхәтселәр килеп, был яҡтың матурлығы менән һоҡланған. Берәүҙәр үҙҙәре балыҡ тотоп, тәү тапҡыр бағры балығының тәмен татыһа, икенселәр был яҡтың хозурлығынан күңеленә ял ала.

Ҙур хыялдар менән йәшәй егеттәр. Киләһе йылдарҙа Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә лә экоферма төҙөргә иҫәп тоталар. Шулай Йүрүҙәндә бәрҙе балығын үрсетергә маҡсат ҡуялар.

Батшалар балығының Салауат төбәгендә лә батша булырына шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506