Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡышҡыһын боҙ өҫтөндә...
Ҡышҡыһын боҙ өҫтөндә... Сибай – Асҡар юлынан үткән саҡта Ишҡол ауылы янындағы Ҡыҙыл йылғаһы буйында, боҙ туңыуға ҡара­маҫтан, палаткалар ҡороп, балыҡсыларҙың ултырыуына һәр кем иғтибар итмәйенсә үтмәйҙер, мо­ғайын. “Ҡыш көнө ни эшләп ултыралар икән?” тигән һорауға яуап алыу өсөн улар янына туҡтап, балыҡ­сылар менән аралашырға булдыҡ.
Cит кешенең килеүен яратмағандарын бел­һәм дә, яр буйында ул­тыр­ғандар эргәһенә йү­нәл­дем. Ысынлап та, бер нисәһе риза­һыҙлығын белдермәй ҡал­маны, әммә үҙен Илһам Абдразаҡов тип таныштырған балыҡсы­лар­ҙың береһе беҙ­ҙе ҡыҙыҡһын­дырған һорау­ҙарға яуап биреүҙән баш тартманы.
– Бала саҡтан Ҡыҙыл буйында балыҡ ҡармаҡлап үҫкәнгәме, был шөғөл ҡандан килә. Көнөнә бер балыҡ та ҡапмаған саҡтар була, әммә ул ғына беҙҙе туҡтатмай. Балыҡ тотоу – үҙе бер хобби, күңел тыныслығы, йәшәү рәүеше. Сәғәттәр буйы улты­рып, йылғаның аҡҡанына ҡа­рап, төрлө уйҙар кисереп, балыҡ сирткәнен күҙәтеү, ҡармаҡҡа эләкһә, сабыйҙарса ҡыуанып, ҡысҡырып ебә­реү­ҙән дә шатлыҡлыраҡ мәлдәр тормошомда юҡтыр, минеңсә. Рәхәттә лә, ҡыйын булған саҡ­та ла Ҡыҙыл йылғаһына киләм, тынысланып, яңынан тыуғандай булып ҡайтып китәм. Ана, күрәһегеҙ бит, ни саҡлы ғына алабуға тоттом, әммә үкенмәйем. Алты сәғәт буйы ултырам, тағы ла ике сәғәткә яҡын ҡалырға уйлайым, – тип йылмайҙы балыҡсы.
Тыумышы менән Ишҡол ауылы егете Илһам Ғиниәт улы Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Урал һәм Камил исемле улдар тәрбиәләй, бигерәк тә Урал улы атаһы менән балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ икән. Отпуск ваҡыты бул­һынмы, ял көндәрендәме, улар һәр саҡ тыуған яғына ашҡынып ҡайта, бигерәк тә балыҡ ҡармаҡлау ниәтендә.
Башҡа балыҡсыларға килгәндә, улар бында ваҡ балыҡ тотоп, Атауҙы күлендә суртан һәм һаҙан ҡармаҡлау өсөн ҡуллана. Тереләй тер­мосҡа һалып алып ҡайталар ҙа ҙурыраҡ балыҡ өсөн файҙаланалар. Шулай итеп, ҡәҙерле уҡыусым, яр бу­йындағы балыҡсылар ҡышын да, йәйен дә үҙ шөғөлөнә тоғро ҡала, балыҡҡа йөрөүҙәрен ташламай.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә