Сибай – Асҡар юлынан үткән саҡта Ишҡол ауылы янындағы Ҡыҙыл йылғаһы буйында, боҙ туңыуға ҡарамаҫтан, палаткалар ҡороп, балыҡсыларҙың ултырыуына һәр кем иғтибар итмәйенсә үтмәйҙер, моғайын. “Ҡыш көнө ни эшләп ултыралар икән?” тигән һорауға яуап алыу өсөн улар янына туҡтап, балыҡсылар менән аралашырға булдыҡ.Cит кешенең килеүен яратмағандарын белһәм дә, яр буйында ултырғандар эргәһенә йүнәлдем. Ысынлап та, бер нисәһе ризаһыҙлығын белдермәй ҡалманы, әммә үҙен Илһам Абдразаҡов тип таныштырған балыҡсыларҙың береһе беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартманы.
– Бала саҡтан Ҡыҙыл буйында балыҡ ҡармаҡлап үҫкәнгәме, был шөғөл ҡандан килә. Көнөнә бер балыҡ та ҡапмаған саҡтар була, әммә ул ғына беҙҙе туҡтатмай. Балыҡ тотоу – үҙе бер хобби, күңел тыныслығы, йәшәү рәүеше. Сәғәттәр буйы ултырып, йылғаның аҡҡанына ҡарап, төрлө уйҙар кисереп, балыҡ сирткәнен күҙәтеү, ҡармаҡҡа эләкһә, сабыйҙарса ҡыуанып, ҡысҡырып ебәреүҙән дә шатлыҡлыраҡ мәлдәр тормошомда юҡтыр, минеңсә. Рәхәттә лә, ҡыйын булған саҡта ла Ҡыҙыл йылғаһына киләм, тынысланып, яңынан тыуғандай булып ҡайтып китәм. Ана, күрәһегеҙ бит, ни саҡлы ғына алабуға тоттом, әммә үкенмәйем. Алты сәғәт буйы ултырам, тағы ла ике сәғәткә яҡын ҡалырға уйлайым, – тип йылмайҙы балыҡсы.
Тыумышы менән Ишҡол ауылы егете Илһам Ғиниәт улы Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Урал һәм Камил исемле улдар тәрбиәләй, бигерәк тә Урал улы атаһы менән балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ икән. Отпуск ваҡыты булһынмы, ял көндәрендәме, улар һәр саҡ тыуған яғына ашҡынып ҡайта, бигерәк тә балыҡ ҡармаҡлау ниәтендә.
Башҡа балыҡсыларға килгәндә, улар бында ваҡ балыҡ тотоп, Атауҙы күлендә суртан һәм һаҙан ҡармаҡлау өсөн ҡуллана. Тереләй термосҡа һалып алып ҡайталар ҙа ҙурыраҡ балыҡ өсөн файҙаланалар. Шулай итеп, ҡәҙерле уҡыусым, яр буйындағы балыҡсылар ҡышын да, йәйен дә үҙ шөғөлөнә тоғро ҡала, балыҡҡа йөрөүҙәрен ташламай.