Тракторһыҙ булмай йәшәп14.01.2019
Трактор ауылға ни өсөн кәрәк, тигән һорауға Баҡалы районының Михайловка ауыл Советы халҡы бер тауыштан “Йәшәү өсөн” тип яуаплар ине. Техниканың булыуы – янғын хәүефһеҙлеге лә, урамдар таҙалығы ла, хужалыҡҡа ҡағылған эреле-ваҡлы әллә күпме эштәрҙе хәл итеү ҙә…

Михайловка ауыл Советы халҡы өсөнсө йыл инде “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһында ҡатнаша. Былтыр Утар ауылында һуғыш ветерандарына һәйкәл ҡуйһалар, унан алдағы йылда мәктәп тәҙрәләрен яңырттылар. Яңы йыл башында улар, кәңәшләшкәндән һуң, ауыл биләмәһе өсөн трактор алмаҡсы булдылар. “Тимер ат” ауылдаштарҙы һанап бөткөһөҙ проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика