Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләтбаевтың дәүләте ныҡлы

Хужалыҡ етәкселеге егәрлеләрҙе дәртләндереүҙең төрлө алымдарын ҡуллана.

Ауылда шөғөлдөң юҡлығына зарланыу һүҙҙәрен, колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуы, кешеләрҙең ситкә китеүе тураһында хәбәрҙәрҙе ялҡауҙан ғына ишетергә мөмкин. Арҡырыны буй алып һалыу урынына кире күренештәрҙе ҡуйыртыусылар бар әле. Ә бына Дүртөйлө районын егәрлеләр төбәге тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килә. “Ғөмүмән, беҙҙә ирҙәр аҡса табыр өсөн ситкә китмәй, үҙ ерендә ни менәндер мәшғүл”, – тип һөйләй райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илгиз Зиннәтуллин.

Ғәҙәттә, октябрь аҙаҡ­тары – ноябрь баштары баҫыуҙар, ат сабышынан һуң тынып ҡал­ған ипподромды хә­терләтә. Был ваҡытта ерҙе туңға һөрөү тамамланыу алдында, малдар фермаға ҡай­та, бесән-һалам ташыла. Әйткәндәй, айырым алғанда, быйыл ра­йондың Ленин исе­мен­дәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иген­селәренең гектарынан 30 центнерға яҡын уңыш йыйыуы – яҡшы күрһәткес.

Хужалыҡ иген культуралары май­ҙанын йылдан-йыл киңәйтә. Идаралыҡ Һыуыҡҡул ауылында урынлашҡан. Төп йөктө бөтәһе 130 эшсән тарта.
Хужалыҡ етәкселеге эшһөйәрҙәрҙе дәртләндереүҙең төрлө алымдарын ҡуллана. Беренсенән, бында йәштәр бихисап. Уларҙың һәр береһе үҙ тө­йәгендә ҡалырға ынтылып тора, туған хужалығының киләсәге өсөн көсөн дә йәлләмәй, ваҡыты менән дә иҫәп­ләшмәй.

– Кемгә генә туҡталмайыҡ, маҡтау­ҙан бүтән бер һүҙ ҙә еткерә алмайым, – тип һөйләй йәмғиәт рәйесе Альберт Дәүләтбаев. – Шәхсән минең өсөн уларҙың барыһы ла бер тигеҙ, айырып ҡарау тигәнде ҡабул итмәйем. Әгәр ҙә тырышалар икән, ниңә уларҙы һәр йәһәттән дә дәртләндермәҫкә?! Ҡыҫҡа­һы, эшсәндәр үҙенең донъяһын нығыт­һын өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, ә һәр кешенең хужалығы ныҡлы булғанда ғына дәүләт һәм йәмәғәт эштәренә күңеле ашҡына.

Мәҫәлән, йәш белгес Илшат Сәли­хов бында күптән тир түгә. Егет Эльвира исемле һылыуҡайға өйләнгән. “Эштән йәм табыу – беҙҙең өсөн ҙур бәхет”, – ти улар. Сәлиховтар йәмғиәт тарафынан һәр йәһәттән дә яҡлау тапҡан.

Кашаповтар тураһында ла шулай әйтергә мөмкин. Заманса өй һалып сыҡҡандар, бәләкәй генә булһа ла үҙҙәренең хужалығы бар.
Инженер Линар Кашапов хужалыҡҡа саҡырылғас, егеткә 100 мең һум күлә­мендә “подъемный” бирелгән, бынан тыш ер майҙаны алған, әле респуб­ликабыҙҙың Ауыл хужалығы министр­лығы ете мең һум өҫтәмә хеҙмәт хаҡы түләй. “Кәләшем Лилиә лә был йәм­ғиәттә бухгалтер йөгөн тарта, икебеҙ ҙә уртаҡ мәнфәғәттәр менән янабыҙ. Дәүләтбаев булдырған дәүләтебеҙ ныҡ һәм төҙөк”, – ти йорт хужаһы.

Бында эштәрҙең күбеһе автомат­лаштырылған. Антенна ярҙамында һауын һыйырының хәл-торошон компьютерҙан күҙәтеүе, малдарҙың аяғына “шагометр” беркетелеүе, бесән-силосты роботтың этеп йөрөүе һәм башҡалар күпте һөйләй. Ҡыҫҡаһы, бында һәнәк-көрәк тотоп йөрөүсене күрмәҫһең, шуға күрә лә хужалыҡҡа эшкә килергә атлығып торалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 337

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503