Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауылды улар йәшәтә
Грант аҡсаһына — һөтсөлөк фермаһы.

Степной ауылында йәшәгән Рогалевтарҙы районда яҡшы беләләр. Шәхси эшҡыуарҙар малсылыҡ, игенселек һәм йылҡысылыҡ тармағында берҙәй уңышлы шөғөлләнә. Аталы-уллы Владимир һәм Виталий Рогалевтарҙың хужалығында әле эштең иң ҡыҙған мәле. Малды имен-һау ҡышлатыу, быҙауҙар тәрбиәләү, һөттөң тамсыһын да әрәм-шәрәм итмәй һауып алыу — хужалыҡ өсөн төп бурыстарҙың береһе.

“Рогалев” крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Ғаилә малсылыҡ хужалығын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, ете миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы алыуға өлгәшә. Уға районда беренселәрҙән булып һөтсөлөк фермаһы төҙөйҙәр. Шулай уҡ һауын аппараттары, һыуытҡыс һатып алына, фермаға йылытыу ҡорамалдары урынлаштырыла. Малдарҙы йәйләүгә сығарыу осорона Рогалевтар ферманың йәйге вариантын да төҙөргә хыяллана.

— Хужалыҡта әле 80 баш һыйыр малы, шуның 50-ләбе — һауын һыйыры, 60-лап йылҡы малы иҫәпләнә. Һөттө Ырымбур өлкәһенә тапшырабыҙ, итте үҙебеҙҙең Аҡъяр баҙарында һатабыҙ. Шулай уҡ эшселәргә теләктәре буйынса аҡсалата ғына түгел, итләтә йәки мал аҙығы менән иҫәпләшәбеҙ. Эшкә үҙебеҙҙең ауылдаштарҙы алабыҙ. Яңы ферманың эшмәкәрлеге көйләнһә лә, тағы ла хеҙмәткәрҙәр кәрәк буласаҡ. Ҡатыным Альбинаға ҙур рәхмәт, ул — уң ҡулым, бар яҡлап ярҙам күрһәтә, — ти эшҡыуар.

Алда әйтеүебеҙсә, Рогалевтар эшҡыуарлыҡтың бер нисә йүнәлешен һайлаған. Йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса ла байтаҡ сығым һалынған. Бынан өс йыл элек Екатеринбург ҡалаһынан “першерон” аты һатып алынған. Был йылҡы тоҡомо башҡорт, йүгерек һәм юртаҡ аттан күпкә эрерәк һәм ауырлығы менән дә айырыла. Шулай булғас, малдың ите лә күберәк сыға. Йылҡысылыҡты тик ҡымыҙ етештереүҙә һәм итен һатыуҙа ғына күрмәй, ә тоҡомло атты үрсетеү буйынса ла эш алып бара Рогалевтар. Шулай уҡ район һабантуйҙарында уларҙың юртаҡтары ат сабышында һәр саҡ призлы урындар яулай. Артабан да был йүнәлештә эште йәйелдермәксе улар.

Техника паркын яңыртыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн дә аҡса йәлләмәй фермер. “Иҫке техникаға ремонт өсөн әллә күпме сығым һалғансы, яңыһын алыу күпкә отошло”, — ти ул. Көҙөн иһә “РостСельмаш” заводынан өр-яңы “Вектор” комбайны һатып алынған.

Бер уйҙан һәм бер төптән, бер-береһен аңлап, ярҙам итешеп, үҙ эшен булдырған, ауылдаштарын эшле һәм ашлы иткән аталы-уллы Виталий менән Владимир Рогалевтарға артабан да уңыштар насип булһын. Тап улар кеүек уңғандар бөгөнгө ауылды йәшәтә, ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне Фото: Автор фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта

2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта 01.10.2026 // Иҡтисад

Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла....

Тотош уҡырға 2

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде 01.10.2026 // Иҡтисад

Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь сумма балалар һанына һәм йәшәү урынына (илдең баш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды 29.09.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды...

Тотош уҡырға 3

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды 29.09.2026 // Иҡтисад

Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле

Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле 28.09.2026 // Иҡтисад

Октябрҙән төбәктә көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше мөлкәт һалымын түләргә тейеш
Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек

Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек 16.09.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы ......

Тотош уҡырға 5

Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 7

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 7

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә