Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тәүәкән” сит ил баҙарына юл ала

Ҡеүәтле хужалыҡ экспортҡа баҫым яһарға йыйына.

Иран Республикаһы “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһынан һарыҡ һәм һыйыр ите, арпа, нут культуралары, көнбағыш майы һатып алырға теләк белдергән, Ҡырғыҙстан тоҡомло һыйыр малына заказ биргән. Сит ил эшҡыуарҙарына башҡорт ауылында етештерелгән ризыҡтың экологик яҡтан саф һәм хәләл булыуы оҡшай.


Ергә химия түгел, ҡара тир тама

– Химик саралар урынына механик утау һәм һөрөүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Тағы ла гибрид орлоҡтарҙы ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршыбыҙ, һыналғандарын, сыҙамлыларын ғына сәсәбеҙ, – ти хужалыҡ директоры Урал Ибраһимов.

Тәбиғәт таҙалығын һәм кеше һаулығын ҡайғыртҡан хужалыҡта ергә ағыу тамыҙмаҫ өсөн күп көс һалып, тир түгеп эшләйҙәр. Мәҫәлән, осо-ҡырыйы күренмәгән 3100 гектар яланда ҡап-ҡара баштарына саҡ көстәре етеп ултырған көнбағышты ла химик эшкәртеүһеҙ үҫтергәндәр. Йыйып алынған уңыштың бер өлөшөнән үҙҙәрендә үк көнбағыш майы һығалар. Быйыл 200 мең литр етештерелгән. “Бер ниндәй ҙә үткер тәме юҡ, үҙе ҡуйы, хуш еҫле. Тәүәкәндәр хатта уға икмәк манып ашай. Үҙебеҙҙең ошондай шәп көнбағыш майы барҙа Грецияның зәйтүн майына әйләнеп тә ҡарамайбыҙ”, – тип ҡәнәғәт йылмая эшкәртеү цехы начальнигы Динар Кинйәбулатов.

Предприятиела импортты алмаштырыу сәйәсәтен хуплауҙары һәр тармаҡта һиҙелә. Яңыраҡ, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ заводына ике “Дон 1500” комбайнын яңыртыуға оҙатҡандар. Директор урынбаҫары Юнир Айытҡоловтың әйтеүенсә, улар сит ил техникаһына тиңләшерҙәй “Муромец” булып ҡайтасаҡ, уңыш йыйыу сифаты яҡшырасаҡ һәм юғалтыуҙар кәмейәсәк.

Хужалыҡта уңышты йыйып бөткәндәр тиерлек. 100 гектарҙа сәскән картуфтарын ҡаҙып алып, келәткә тултырғандар: бер мең тоннаны – һатыуға, тағы шул саманы орлоҡҡа тәғәйенләгәндәр. Көҙҙән сәсеп ҡалдырған арыш, баҫыуына ҡарап, гектарынан – 40 центнер, уртаса 20 центнер, яҙ сәселгән культуралар 20 центнер уңыш биргән.

“Быйылғы һауа торошон иҫәпкә алғанда, күрһәткестәр һәйбәт”, – ти урынбаҫар Юнир Вәхит улы. Бойҙайҙы Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез районының Ергән ауылы һәм Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ ауылы элеваторҙарына оҙатҡандар, икенсе сортын ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү заводтарына ебәргәндәр, ҡалғаны орлоҡҡа һәм фуражға тотоноласаҡ. Әле 250 гектар баҫыуҙағы шәкәр сөгөлдөрө йыйып алғанды көтә.

Ит, һөт, ҡымыҙ, бал…

Себеште көҙ һанайҙар, тигәндәй, ҡаҙ фермаһы мөдире Азат Алсынбаев ҡоштарҙың ауырлығынан ҡәнәғәт. “Иң еңеле биш килограмм тарта. Бер ҡаҙҙы уртаса 900 һумға һатабыҙ, ҡала баҙарында ундайҙар 1500 һум тора”, – ти ул.

Быйыл ете мең ҡаҙ аҫрағандар. Уларҙы йәй асыҡ һауала иркенлектә йөрөтәләр, ферма янындағы быуаға ебәрәләр, ә көҙөн һимертә башлайҙар. Араларынан 1500-өн киләһе йыл үрсетеүгә ҡалдырғандар. Әйткәндәй, ферманың ҡеүәтле инкубаторы бар, февралдән июнгә тиклем унда 90 мең бәпкә сығаралар. Ҡошсоҡтарҙы республика, күрше төбәк һәм Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары күмәртәләп һатып ала.

Өлгөргән ҡаҙҙарҙы эшкәртеүҙе автоматҡа ҡоролған һуғым цехына йөкмәтәләр. Ит “хәләл ризыҡ” тигән исемгә тура килһен өсөн унда намаҙ бүлмәһе ҡаралған, станоктар Мәккәгә ҡаратып урынлаштырылған. Хужа­лыҡтан тыш, был цехҡа район халҡы ла үҙенең ҡош-ҡортон, һыйыр малын алып килә. Кәрәк булһа, һуғымды шундағы туңдырғыста ҡалдырып торорға мөмкин.

Һөт цехында ла эшселәрҙең хеҙмәтен еңелләштереү өсөн күп сара күрелгән. Һауынсылар Оксана Орлова менән Людмила Феофанованы Подгорное ауылынан “Тәүәкән” хужалығы машинаһы эшкә йөрөтә. Һыйырҙы һауғанда эйелеп ыҙаламайҙар, баҫҡыс буйлап аҫҡа төшөп, аппарат ярҙамында һауалар. Унан һөт торбалар буйлап ҙур мискәләргә эшкәртеү өсөн ебәрелә, артабан пакеттарға тултырыу цехына китә. Төрлө һөт ризыҡтары эшләү ҙә яйға һалынған.

Хужалыҡтың 2200 баш һыйыры, 600 баш һуғымлыҡ үгеҙе бар. Һыйырҙары ябай түгел – саф “голштин” тоҡомлолар. Ҡәҙимге һыйыр көнөнә 12 литр һөт бирһә, уларҙан уртаса 20 – 25 литр, ҡайһы берҙәренән 40-50 литр һауып алалар.

Башҡорт ауылындағы хужалыҡ булғас, йылҡысылыҡ менән умар­тасылыҡ кеүек милли кәсептәргә йылдан-йыл иғтибар арта. 330 баш йылҡы малының 80-е – һауын бейәһе. Умарталарҙың һаны йөҙҙән ашҡан. Тәжрибәле умартасы Рамзат Кинйәбулатовтың әйтеүенсә, һәр умартанан уртаса 20 килограмм бал алынған. Ҡышҡылыҡҡа ҡуйыу урынын тағы ла ҙурайтып, киләһе йыл күстәрҙе күбәйтергә уйлайҙар.

Миграция Тәүәкән иҫәбенә эшләй

Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты белгестәре әйтеүенсә, әле 150 меңләп яҡташыбыҙ ситтә эшләй. Ваҡытлыса тыуған төбәгенән ситтә эшләгән кешеләр һаны буйынса Башҡортостан, Мәскәү өлкәһен иҫәпкә алмағанда, Рәсәйҙә беренсе урында килә. Миграция мәсьәләһе һуңғы осорҙа республика етәкселеген уйланырға, хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу юлдарын эҙләргә мәжбүр иткән мәлдә, Тәүәкән ауылы, киреһенсә, йылдан-йыл йәш көстәр менән тулылана.

Йәштәрҙе ауылда эшкә ҡалдырыуға йүнәлтелгән республика программаһы буйынса юғары белемле ветеринар һәм зоотехник – 500-әр мең һум, техникум тамамлаған өс хеҙмәткәр 300-әр мең һум аҡса алған.

– Йыл да биш-алты белгесебеҙгә ошондай дәүләт ярҙамы бирелә. “Тәүәкән” предприятиеһы йәштәргә тәжрибә тупларға һәм ныҡлап аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирә. Быны үҙемдән сығып әйтәм. 2008 йылда ошонда ветеринар булып хеҙмәт юлын башланым һәм үкенмәйем, – ти Юнир Айытҡолов.

Заман йәштәре талаптарына яуап бирер өсөн мәҙәниәт, ял, спорт үҙәктәренең булыуы ла мөһим. Был йәһәттән Тәүәкән ауылында бойоғорға ваҡыт юҡ: хеҙмәткәрҙәр эш көнөнән һуң спорт комплексына бассейнға йөрөй, спорт уйындары уйнай. Уларҙың хоккей һәм футбол командалары республикала иң көслөләр иҫәбендә. Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт усағы кеүек социаль йорттарҙың булыуы ла алыҫ ауылды ылыҡтырғыс итә.

– Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, шуға кәйефебеҙ көр, күңел тыныс, – ти эшсе Фәйзулла Хәсәнов.
Мал аҙығының сифаты һәм ваҡы­тында етештерелеүе өсөн яуаплы йәш белгес Марсель Талипов та бындағы шарттарҙан ҡәнәғәт. Ул Балаҡатай районында тыуып үҫкән, ә кәләше Нәркәс – Әбйәлил районы ҡыҙы.

Директор Урал Ибраһимов әйтеүен­сә, уңыш йыйыу осоронда водител­дәр­гә айына 60-ар мең һум түлә­гәндәр, малды яһалма ҡасырыусы, мәҫәлән, 60-70 мең һум эш хаҡы ала. Уртаса хеҙмәт хаҡы – 19,4 мең һум.

“Тәүәкән” хужалығы эргә-тирәһендәге ауылдарға ла йәшәү көсө бирә. Һарытау, Черниговка, Прогресс утарҙарынан, Тәүәкән, Яңауыл, Аҙнағол, Бикес, Теләүембәт, Дауыт-Ҡайып, Подгорное, Ырымбур өлкә­һенең Алмалы, Варваровка ауылдарынан 330 кешене хужалыҡ автобусы һәм машиналары эшкә йөрөтә.

Алда – ҙур ваҡиға

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы киләһе йыл “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһен “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһында үткә­рергә ҡарар иткән. Сараға хәҙерҙән әҙерләнә башлағандар – ерҙе туңға һөрөүгә төшкәндәр. 280 диләнкәлә күргәҙмә өсөн культу­раларҙың төрлө сортын сәсергә уйлайҙар.
– Ике йөҙҙән ашыу ҡунаҡ киләсәк, был юлы ла һынатмайыҡ, – ти етәксе Урал Дамир улы хужалыҡ эшсән­дәренә.


Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА әҙерләне
Фото: Автор фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503