Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сәсән күрке һүҙ булыр Һабрау, Ерәнсә, Ҡатай Ғәле, Ҡобағош, Ҡарас, Мәхмүт, Сала-уат атлы һәм башҡа күп сәсәндәре булған башҡортомдоң... Улар араһындағы быуындар бәйләнеше аша халҡымдың күңел, йөрәк менән генә тоя торған көсө, ҡеүәте, рухы тапшырыла килгән. Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсәндең өйрәнсеге булһа, Ғәбит үҙе – Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы, Ишмөхәмәт Айҙар Байыҡтан өйрәнгән сәсәнлек серҙәрен.


Халҡыбыҙҙың был изге тәрбиә мәктәбе ата-бабаларыбыҙҙан матур бер йола булараҡ килеп еткән. Һәр хәлдә, бөгөн сәхнә түрҙәрен йәмләгән аҡһаҡал бабайҙарыбыҙ Мөхәррәм Сәлимов, Мәүлит Ямалетдиновтар менән бер рәттән һүҙ тотҡан үҫмер­ҙәребеҙ, сабый ғына Мөхәмәтша Исаевтарыбыҙ барҙа сәсәнлек мәк­тәбенең быуындар бәйләнеше өҙөл­мәгән тип ныҡлы әйтергә була...
Һүҙем – баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән I Бөтә Рәсәй cәсәндәр фестивале хаҡында. Әл­биттә, бындай боронғолоҡ менән һуғарылған, милләт­тең бар асылын эсенә алған сара тәүге тапҡыр Баш­ҡортостанда үткәрелергә тейеш булғандыр. Ҡайһылыр дәүерҙәрҙә милли йәһәттән көрсөк кисергән халҡыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа үҙе­нең асылына ҡайтыуы, милли бай­рамдарҙы республика ғына түгел, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәл­дәрҙә уңышлы уҙға­рыуы быға дәлил. Бына ҡасан ғына керешенә уғын һалып мәргәнлеген яңынан тергеҙеү ниәтенән “Мәргән уҡсы” фестивален гөрләтеп ойошторған мил­ләттәш­тә­ребеҙ, башҡорттар араһында Ислам динен башҡа төрки халыҡтарға ҡарағанда ла алдараҡ ҡабул иткәнен иҫбатлап “Мөнәжәт” байрамдарын үткәреү өҫтөнә, бөгөн сәсәнлеген иҫбатланы.
Ғөмүмән, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фес­тивале ике этаптан торҙо. Тәүҙә бәйгенең беренсе туры үткәрелеп, күрше өлкәләрҙән, яҡын сит илдәр­ҙән килгән алтмышлап ҡатнашыусы араһынан иң-иңдәр һайлап алынды. Уларҙың оҫталығын Әхмәт Сө­ләй­мәнов, Елена Сапогова, Иван Карпухин, Нәфисә Тулыбаева, Гөл­гөнә Баймырҙина, Ҡыр­ғыҙстандан килгән Гөлнара Айтпаева кеүек абруйлы баһалама ағзалары һынаны.
Ә инде фестивалдең икенсе көнө Салауат сәсән Юлай улының, Мифтахетдин сәсән Аҡмулланың һәм “Атлы сәсән” һәйкәлдәренә сәйәхәт­тән башланды. Артабан инде сара Милли музей залында “По зову Урала” исеме аҫтында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә дауам итте. Унда шулай уҡ халҡыбыҙҙың Мирас Иҙелбаев, Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтан­гәрәева, Асия Ғәйнуллина, Нәфисә Тулыбаева, Ләйсән Итҡолова, Лариса Абдуллина, Ранис Алтынбаев кеүек абруйлы вәкилдәре менән бер рәттән туғандаш халыҡтарҙан ҡунаҡ­тар ҙа телмәр тотто. Әлбиттә, ҡайһы ғына халыҡтың эпостарын алып ҡарама, уларҙы өйрәнеү һәм халыҡ араһында популярлаштырыу эшендә мәсьәләләр етерлек. Ошо юҫыҡтан беҙҙең фольклорсы-ғалимдарыбыҙ халыҡтың был төр ижадын киңерәк өйрәнеү өсөн бер төркөм ҡарарҙар ҡабул итте, тәҡдимдәр индерҙе. Улар араһында Өфөнөң сәнғәт учи­лищеһы янында шиғри-импровиза­торлыҡ сәнғәте буйынса кафедра асырға тигән тәҡдимде ишетеп бер ҡыуанһаҡ, мәктәпкәсә йәштәге уч­реж­дениеларҙа һәм мәктәп, юғары уҡыу йорттарында маҡсатлы уҡытыу өсөн башҡорт хал­ҡының эпик ҡо­март­ҡыларын өйрәнеүҙе индерер­гә тигәненең тиҙерәк тормошҡа ашырылыуын теләргә генә ҡалды. Унан тыш, һүҙ оҫталарына “Башҡорт ха­лыҡ сәсәне” тигән юғары исем биреү тәҡдиме менән дә һәр кем килеште.
Сара шундай күтәренке кәйефтә дауам итте. Уғата булмай, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Асыҡ тирмә” интерактив майҙан­сығы, рәсемдәр күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Тап “Асыҡ тирмә” бәйгелә ҡатнаша алмағандарға йә халыҡ алдында үҙенең һүҙ маһирлығы менән сығыш яһарға теләүселәргә бик ҡу­лай проект булғандыр. Һәр хәлдә, ун­да уртаға сығып сәсәнлеген, ша­ғир­лығын танытыусылар бихисап булды.
Ә фестивалде ябыу тантанаһы айҡанлы үткәрелгән гала-концертты халыҡ бик көтөп алды. Йәштәр театрының өлкән залында үткән тамашаны ҡарау өсөн йыйылғандарға ултырыр урын етмәүе, йәштәрҙең стена буйында теҙелеп тороуы, кемгәлер уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа ла, шатлыҡлы күренеш ине.
Был сара “Урал” башҡорт халыҡ йыры менән башланды. Сәнғәт институты һәм училищеһы егеттәре ҡурайҙа көйҙө уйнап сәхнәгә сығып теҙелеүҙәре булды, бөтә зал аяғүрә баҫты. Ниһайәт, беҙ “Урал”ды гимн кимәленә күтәрҙек һәм уны баҫып тыңларға өйрәндек!
Әйткәндәй, беҙҙең халҡыбыҙ әҙәпле булған. Уларҙы, әлбиттә, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр шулай тәрбиәләгән. Был юлы ла сәсәндәр фестивале үткәрелеү сиктәрендә бихисап йолаларҙы тергеҙеүгә өлгәштек, тип әйтергә була. Мәҫәлән, бәйгенең еңеүсеһен аҡ кейеҙгә баҫтырыу... Был бит уға халыҡ араһында дәрәжә, абруй биреү тигән һүҙ.
Йомғаҡлауға килгәндә, бүләкләү махсус приздар тапшырыуҙан башланды. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм Башҡортостандың ҡурайсылар союзының да махсус бүләктәре үҙ эйәләрен тапты. Шулай итеп, Фархат Оразов (Ҡаҙағстан), “Алпамыша” этнотөркөмө (Учалы), Сибай сәнғәт колледжының “Талир тәңкә” этнотөркөмө, “Сал Урал” этнотөркөмө (Учалы), Мария Александрова (Карелия), Эмиль Теркишев (Алтай), Вячеслав Кученов (Хакас), Мәүлит Ямалетдинов (Учалы) бәйгенең дипломанттары булып танылды. Уларға көмөштән түшкә ҡаҙай торған билдә тапшырылды. Фестивал­дең лауреаттары булған Батр Манджиев (Ҡалмыҡ), Аясмаа Тулуш (Кемеров өлкәһе), Доолотбек Сыдыков (Ҡыр­ғыҙстан), Зоя Стрекаловская (Саха), Софья Брусникина (Архангельск ҡала­һы), Алибей Романов (Дағстан), Розалия Солтангәрәева (Өфө), Асия Ғәйнуллина (Сибай) ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш алтын ялатылған билдәләргә эйә булды. Ә инде сәсәнлеге буйынса күп ҡәр­ҙәштәрен еңеп, гран-при һәм алтын-гәүһәрҙән эшләнгән “Халыҡ сәсәне” исемле билдә Ғафури егете Илһам Байбулдинға бирелде. Үрҙә әйтелгән­дәргә әйләнеп ҡайтып, шуны ла билдә­ләргә кәрәктер: халҡыбыҙ сәсәнлегенең юғары өлгөһөн күрһәткән аҫыл егетебеҙ үҙе ҡурай, думбыра, толға кеүек музыка ҡоралдарында уйнауы, өзләү оҫталығы буйынса ла аҡ кейеҙгә баҫыу хоҡуғын лайыҡлы раҫланы. Бының менән уның иңенә халҡы ышанысы һәм сәсәндәргә йөкмәтелгән дәрәжә һалынды...
Ә инде Рәсәй тарихына сәсәндәре­беҙҙең аҡ һүҙе менән ырып яҙыласаҡ милли байрамыбыҙҙы ихлас сәләмләп, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе: “Башҡорт халҡы үҙенең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырып, айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Башҡорт милләте үҙенең рухи ҡиммәттәрен йөҙәрләгән-меңәрләгән сәсән-йыраусыларының хәтерендә һаҡлап ҡала алған. Был матур йола бөгөн дә йәшәй...”






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 630

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 274

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 429

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 252

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 522

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 314

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 328

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 145

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 252

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 156

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 384