Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер быуатлыҡ байрам
Бер быуатлыҡ байрамОшо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларына тиклем өс йыл бар. Шулай ҙа документтың әле үк ҡабул ителеүе был ваҡиғаның ни тиклем тарихи әһәмиәтле булыуын раҫлай. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ошо йәһәттән үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.





Бер быуатлыҡ байрамРөстәм ХӘМИТОВ,
Баш­ҡортостан Рес­пуб­ликаһы Баш­лығы:

— Республика халҡы өсөн был — тарихи да­та. Бер нисә йыл элек Рә­сәй Хөкүмәтенә әлеге юбилейҙы юғары дәрә­жәлә үткәреү тура­һын­да тәҡдим индер­гәйнек. Хөкүмәт уны хупланы һәм байрамды ил кимәлендә билдәләү инициативаһы менән Рәсәй Президентына сыҡты. Ғөмүмән, рес­публиканың йөҙ йыл дауамында илдең ышаныслы, ныҡлы төбәге булыуы беҙҙең өсөн мөһим. Ил Президентына рәхмәт. Владимир Путин башланғысыбыҙҙы хуп­ланы.






Бер быуатлыҡ байрамКонстантин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йы­йы­­лышы – Ҡоролтай Рәйесе:
— 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк совет власы менән төҙөлгән килешеү – илдәге федератив ҡоролошҡа башланғыс һалған ни­геҙ ташы ул. Нәҡ ошо ҡарар һөҙөм­тәһендә республиканың дәүләт-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Иң мө­һиме, Башҡортостандың тәжрибәһе күп­селек этностарға үрнәк булып тора — башҡалар ҙа үҙ хоҡуҡтарын ошо рәүешле нығытып ҡуйырға ынтыла. Шуны ла билдәләү мөһим: тап ошо алым нигеҙендә Рәсәйҙә йәшәгән күп милләтле халыҡтар глобализация осоронда үҙҙәренең үҙенсәлеген һаҡлауға өлгәшкән.





Бер быуатлыҡ байрамЛилиә ҒҮМӘРОВА, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор:
— Был Указды әҙерләү алдынан етди һәм ентекле эш атҡарылды.
Бынан өс йыл элек Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов Башҡортос­тандың күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй Президентына юбилей саралары үткәреү тәҡдиме менән сыҡты. Рәсәй Хөкүмәтендә был мәсьәләне тәфсирләп өйрәнделәр. Башланғыс яҡлау тапты. Указ һәм 2019 йылда үткәреләсәк саралар Башҡортостан менән Рәсәй үҫеше тарихына яңы этәргес буласаҡ.
Республика юбилейға иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә ҙур ҡаҙа­ныштар менән аяҡ баҫа. Һуңғы йылдарҙа төбәк Рәсәй һәм донъя кимәлендә үткәрелгән халыҡ-ара саралар үҙәге булып торҙо. Быларҙың бөтәһе лә — ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш һөҙөмтәһе. Иң мөһиме, юбилей сараларына яңы проекттар, фәнни-техник ҡаҙаныштар менән киләбеҙ – Башҡортостандың күпселек өлкәләрҙәге уңыштары бөгөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәре тарафынан өйрәнелә һәм уңышлы ҡулланыла.






Бер быуатлыҡ байрамЗөһрә РӘХМӘ­ТУЛ­ЛИНА, РФ Дәүләт Ду­маһы депутаты, Баш­ҡортостан ха­лыҡ­тары ассамблеяһы рәйесе:
— Башҡорт атлы­ларының 1612 йылда Мәскәү өсөн барған алыштарҙа Минин һәм Пожарский етәкселеге аҫтында һуғышыуы, 1812 йылғы Ватан һуғышында “Төньяҡ Амурҙары” күрһәткән батыр­лыҡтар – былар барыһы ла башҡа халыҡ­тар менән бер рәттән Ватанын яҡлап күтәрелгән башҡорттарҙың хәрби йылъяҙмаһы ул. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына Башҡортостан фронтҡа 700 меңдән ашыу хәрбиҙе оҙата, уларҙың 300 меңе яу яланында ятып ҡала, 278 яугир Советтар Союзы Геройы исеме ала. Бына инде биш быуат дауамында күп милләтле республика халҡы иңгә-иң терәшеп төрлө тармаҡ хужалыҡ­тарын үҫтерә, мәҙәниәтте һаҡлай, төбәктең данлы тарихын яҙа. Тап ошо берҙәмлек бөтөн Рәсәйгә Башҡортос­танды милләт-ара татыулыҡ, конфессия-ара хеҙмәттәшлек өлгөһө итеп танытты.
Бөгөнгө Башҡортостан – илдең тото­роҡло һәм әүҙем үҫешкән төбәктәренең береһе ул. Республикала алып барылған социаль-иҡтисади һәм милли-мәҙәни сәйәсәт ыңғай һөҙөмтә бирә, тап ошо арҡала Рәсәйҙе халыҡ-ара кимәлдә күрһәтеүгә өлгәштек. Үткән йәй Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтте, 2020 йылда Бөтөн донъя фольклориадаһы ла беҙҙә ойоштороласаҡ.
Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү – юбилей датаһын федераль кимәлдә үткәреү генә түгел, ә һәр власть органының, социаль институттарҙың, һәр ватандашыбыҙҙың яуаплылығы ул. Республикаға ошо дата айҡанлы бихисап сит ил ҡунаҡтары, ситтә йәшәгән башҡорт диаспоралары вәкилдәре киләсәк. Уларҙы лайыҡлы ҡаршылау һәм төп йортобоҙҙоң асыҡ, яҡты, тыныс икәнен күрһәтеү һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы булып тора.






Бер быуатлыҡ байрамРөстәм ИШМӨ­ХӘ­МӘТОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
— Баш­ҡортостан­дың ойошторолоуына йөҙ йыл – халҡыбыҙ тарихында был бик мө­һим ваҡиға. Иҫтәлек­ле дата тарихты бар­лауҙы, үткән­дәргә йомғаҡ яһау­ҙы талап итә. Шуға күрә байрам айҡанлы мәҙәни саралар ғына түгел, ә федераль кимәлдә лә фәнни-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелеүен хуп күрәм. Башҡортостан Рәсәйҙең сәйәси һәм иҡтисади картаһында мөһим, ныҡлы урынды биләй. Киләсәктә лә шулай булып ҡаласағына ышанам.










Бер быуатлыҡ байрамӘмир ИШЕМ­ҒО­ЛОВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя баш­­ҡорт­тары ҡо­ролтайының Баш­ҡарма коми­теты рәйесе:
— БАССР-ҙы төҙөү — автономия ойош­то­роуҙың тәүге тәжри­бә­һе, һәм ул ваҡы­тында баш­ҡа республикалар тарафынан киң ҡулла­ныла. Башҡорт автономиялы рес­публикаһы етәкселәре федерализм идеялары яҡлы сығыш яһай, тап шуға ла БАССР-ҙы булдырыу Рәсәй феде­ра­лиз­мының нигеҙен тәшкил итә лә инде. Был — күп милләтле илдә милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң сағыу өлгөһө.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһы составында әүҙем эшмәкәрлек алып барған дәүләт берәмеге. Сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарыбыҙ киң билдәле. Башҡортостан Республи­каһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы үткәреләсәк саралар Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, күп милләтле илебеҙҙең артабан сәскә атыуына булышлыҡ итер тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529