Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңышты табыш итеүе еңел түгел
Уңышты табыш итеүе еңел түгелҠарлымандағы данлыҡлы шәкәр заводы ни өсөн сөгөлдөрҙө ҡабул итмәй?
Илтирәк ауылында саҡта быҫҡаҡлап яуа башлаған ямғыр Ҡырмыҫҡалыға етәрәк көсәйҙе лә ҡапыл тынып ҡалды. Уйлап ҡараһаң, хәҙер уның файҙаһы бармы? Хәйер, яуым-төшөм бер ҡасан да артыҡ түгелдер.

"Надежда" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә килеп еткәндә көн тамам аяҙытҡайны. Урман һыҙаты буйлап баҫыуға табан юл алдыҡ. Йыраҡтан һалам эҫкерттәре күренә тип уйлағайныҡ, баҡтиһәң, сөгөлдөр өйөмдәре һуҙылған икән. Шул тиклем оҙон, икенсе осо күренмәй ҙә тиерлек.
– Ҡасан ҡаҙып бөтөрөргә иҫәп тотаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһындыҡ хужалыҡ етәксеһенән. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радик Борханов ҡарашын алға төбәне лә былай тине:
– Бер йыл да бер-береһен ҡабатламай. Мәҫәлән, быйыл уңыш ифрат мул. Эште ҡасан тамамларыбыҙҙы әйтеүе лә ҡыйын. Ни өсөн тигәндә, Мәләүез ҡалаһындағы һәм Раевка ҡасабаһындағы шәкәр заводтарына көнөнә ни бары 35 машина оҙатам. Был бик аҙ. Техника ике-өс тапҡырға күберәк кәрәк тә бит...
Әйткәндәй, иң яҡын урынлашҡан Раевкалағы шәкәр сөгөлдөрө ҡабул итеү пунктына һыу буйы сират булыуы берәүгә лә сер түгел. Эш тейешенсә көйләнмәгәнме, әллә бүтән сәбәптәргә бәйлеме? Мәләүез йыраҡ, ләкин унда хәлдәр былай уҡ насар түгел. Етмәһә, ҡайһы берәүҙәр сөгөлдөрҙөң Уңышты табыш итеүе еңел түгелбысраҡлығын арттырып яҙа йәки шәкәрлелеген әҙәйтә, тиҙәр.
"Данлыҡлы Ҡарлыман шәкәр заводы ни өсөн продукция ҡабул итмәй?" тигән һорау тыуыуы ихтимал гәзит уҡыусыла. Үкенесле, әммә завод эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Әгәр дөрөҫкә сыҡһа, киләсәктә уға икенсе ғүмер бирергә уйлауҙары тураһында ишетеп ҡыуандыҡ. Сөгөлдөр үҫтереүселәрҙең береһе: "Ҡарлыманда эш башланыуын ишетмәй тороп, был культураны үҫтермәйәсәкбеҙ", – тип "ҡолаҡҡа тиште"...
Һүҙ ҙә юҡ, шәкәр сөгөлдөрө ҡутарылып үҫкән был яҡтарҙа. Беҙ күргән баҫыуҙың һәр гектарынан 600 центнер самаһы уңыш йыйып алыныуы, әлбиттә, күпте һөйләй.
Радик Борханов билдәләүенсә, ергә күңел йылыһын ни тиклем күберәк бирһәң, шул хәтлем, хатта унан да артығыраҡ табыш алаһың.
"Надежда" йәмғиәте уңғандары шәкәр сөгөлдөрөн мең гектарға яҡын майҙанда үҫтергән, әлегә уның 132 гектарында уңыш йыйып алынған да инде. Ғөмүмән, районда “татлы тамыр” ҡаҙыу йылдам бара. Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтары бөтәһе 6 150 гектар майҙанға сәскән уны. Ҡайһы саҡта яуым-төшөмдөң йышайыуы баҫыуға инергә ҡамасаулай, әммә ул ғына эшкә кәртә түгел, сөнки бында Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән бөйөк исемгә лайыҡ Банат Батырова кеүек тырыштар күп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531