Ҡарлымандағы данлыҡлы шәкәр заводы ни өсөн сөгөлдөрҙө ҡабул итмәй?Илтирәк ауылында саҡта быҫҡаҡлап яуа башлаған ямғыр Ҡырмыҫҡалыға етәрәк көсәйҙе лә ҡапыл тынып ҡалды. Уйлап ҡараһаң, хәҙер уның файҙаһы бармы? Хәйер, яуым-төшөм бер ҡасан да артыҡ түгелдер.
"Надежда" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә килеп еткәндә көн тамам аяҙытҡайны. Урман һыҙаты буйлап баҫыуға табан юл алдыҡ. Йыраҡтан һалам эҫкерттәре күренә тип уйлағайныҡ, баҡтиһәң, сөгөлдөр өйөмдәре һуҙылған икән. Шул тиклем оҙон, икенсе осо күренмәй ҙә тиерлек.
– Ҡасан ҡаҙып бөтөрөргә иҫәп тотаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһындыҡ хужалыҡ етәксеһенән. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радик Борханов ҡарашын алға төбәне лә былай тине:
– Бер йыл да бер-береһен ҡабатламай. Мәҫәлән, быйыл уңыш ифрат мул. Эште ҡасан тамамларыбыҙҙы әйтеүе лә ҡыйын. Ни өсөн тигәндә, Мәләүез ҡалаһындағы һәм Раевка ҡасабаһындағы шәкәр заводтарына көнөнә ни бары 35 машина оҙатам. Был бик аҙ. Техника ике-өс тапҡырға күберәк кәрәк тә бит...
Әйткәндәй, иң яҡын урынлашҡан Раевкалағы шәкәр сөгөлдөрө ҡабул итеү пунктына һыу буйы сират булыуы берәүгә лә сер түгел. Эш тейешенсә көйләнмәгәнме, әллә бүтән сәбәптәргә бәйлеме? Мәләүез йыраҡ, ләкин унда хәлдәр былай уҡ насар түгел. Етмәһә, ҡайһы берәүҙәр сөгөлдөрҙөң
бысраҡлығын арттырып яҙа йәки шәкәрлелеген әҙәйтә, тиҙәр.
"Данлыҡлы Ҡарлыман шәкәр заводы ни өсөн продукция ҡабул итмәй?" тигән һорау тыуыуы ихтимал гәзит уҡыусыла. Үкенесле, әммә завод эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Әгәр дөрөҫкә сыҡһа, киләсәктә уға икенсе ғүмер бирергә уйлауҙары тураһында ишетеп ҡыуандыҡ. Сөгөлдөр үҫтереүселәрҙең береһе: "Ҡарлыманда эш башланыуын ишетмәй тороп, был культураны үҫтермәйәсәкбеҙ", – тип "ҡолаҡҡа тиште"...
Һүҙ ҙә юҡ, шәкәр сөгөлдөрө ҡутарылып үҫкән был яҡтарҙа. Беҙ күргән баҫыуҙың һәр гектарынан 600 центнер самаһы уңыш йыйып алыныуы, әлбиттә, күпте һөйләй.
Радик Борханов билдәләүенсә, ергә күңел йылыһын ни тиклем күберәк бирһәң, шул хәтлем, хатта унан да артығыраҡ табыш алаһың.
"Надежда" йәмғиәте уңғандары шәкәр сөгөлдөрөн мең гектарға яҡын майҙанда үҫтергән, әлегә уның 132 гектарында уңыш йыйып алынған да инде. Ғөмүмән, районда “татлы тамыр” ҡаҙыу йылдам бара. Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтары бөтәһе 6 150 гектар майҙанға сәскән уны. Ҡайһы саҡта яуым-төшөмдөң йышайыуы баҫыуға инергә ҡамасаулай, әммә ул ғына эшкә кәртә түгел, сөнки бында Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән бөйөк исемгә лайыҡ Банат Батырова кеүек тырыштар күп.