Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Ҡыл өҫтөнән Шағир атлап бара, әйҙәй алға өмөт-хыялдар...
Аттар


Ауылымда аттар юҡҡа сыҡты —
Ҡар туҙҙырып уҙмай саналар.
Тимер "ат"тар тимер
йыр үкереп,
Асфальт юлдан тыз-быз сабалар.

Ат йәндәре күптән Күккә ашҡан,
Даға төшөп ҡалған Ай булып.
...Аттар көткән туғайлыҡты эҙләп,
Бер яңғыҙым йөрөйөм ҡаңғырып.

Ауылымдың сиҙәмдәре ҡайҙа?
Эҙ ҡалдырған ҡайҙа саналар?
...Ташҡа һеңгән
тояҡ тауыштары
Йөрәгемде килеп ҡағалар...

Был тауышта уҡтар һыҙғырыуы,
Был тауышта ҡылыс сыңлауы,
Был тауышта сал
ҡылғандар моңо —
Был тауышты рәхәт тыңлауы...

...Далаларҙы һары һағыш япҡан:
Аттар күрмәй кибә далалар.
...Төнгө Күктән, гүйә,
йондоҙ түгел,
Ат күҙҙәре миңә бағалар...

Шағир


Ҡыл өҫтөнән Шағир атлап бара,
Әйҙәй алға өмөт-хыялдар.
Бер яғында төпһөҙ упҡын ята,
Бер яғында — ғорур ҡаялар.

Ҡаяларға бөркөт оя ҡорған,
Ҡаяларҙа Ҡояш ялҡыны.
...Упҡын төбөн ҡара йылан
һаҡлай,
Өтөп ала ҡәбер һалҡыны.

Тура ҡарап Шағир алға атлай,
Ҡыл-йөрәге әрней, ҡанһырай.
Ҡайғылары аяғынан тарта —
Ҡорбан һорай упҡын, йән һорай.

...Шағир ғүмере —
сират күперен үтеү,
Күктәр яҙған уның яҙмышын.
Хоҙай Тәғәләнең күҙ йәше ул —
Йырға күскән моңо-һағышы.

Шиғырынан йөрәк ҡаны һарҡый,
Шағир күңеле тоташ яра ул.
...Өҙөлөргә торған ғүмер буйлап
Мәңгелеккә атлап бара ул...

Хәбәрһеҙ юғалғандар


Хәбәрһеҙ юғала кеше —
Бала, ҡатын, ирҙәр ҙә...
Ирҙәр генә түгел, хатта
Юғалалар илдәр ҙә.

Болғар, Алтын Урҙа ҡайҙа?
Кемдәрҙә һундар ҡаны?
Ғәмһеҙлеккә сыҙай алмай,
Юғала халҡым йәне.

Хәбәрһеҙ юғала милләт,
Йыр-моңдары юғала.
Үҙен аңлар күңел эҙләп,
Сал тарихҡа юл ала.

Континенттар юҡҡа сыға...
(Һанаһаң, юҡтыр һаны!)
Инде нисә быуат Кеше
Эҙләй Атлантиданы.

Хәбәрһеҙ яналар йылдар
Мәңгелек усағында.
Хәбәрһеҙ киҫелә юлдар
Ҡарурман ҡосағында.

Һөйөү юғала хәбәрһеҙ —
Күңелдән китә осоп.
Парһыҙ осҡан һөйөү ҡошон
Бүтәндәр ала ҡосоп.

Күк-тәҙрә аша һикереп,
Юҡҡа сыға йондоҙҙар.
...Йондоҙ араһында күпме
Минең кеүек яңғыҙҙар...

Донъялыҡта юғалһам да,
Беләм, эҙләп табырһығыҙ.
...Шиғриәттә булмаһамсы
Юғалыусы хәбәрһеҙ...

Иҫереклек


Атнабайға эйәреп
Барса донъя иҫерек...
Иҫерек өйҙәр...
Иҫерек ҡала, иҫерек ауылдар...
Ауылдарҙа иҫерек йыр яңғырай,
Болот ҡыуа иҫерек дауылдар.

Ер ҙә тигеҙ генә әйләналмай,
Ямғыр һыуы эсеп иҫергән.
Күк ҡап-ҡара...
Сөнки Ҡояш сирләй —
Кисә бер аҙ күберәк "төшөргән".

Баш "төҙәтер" өсөн күкте иңләй,
И, эҙләнә "ярты", бисара!
Һүгенә-һүгенә болоттарҙы тетә,
Тик табалмай, меҫкен, бер сара!

Иҫерек Ер үҙен тыя алмай,
Вулкандары менән “кикерә”.
Иҫерек халыҡ ниҙер бүлә алмай,
Бер-береһенә һаман һикерә.

...Нисек айнытырға был донъяны?
Бер ниндәй ҙә сара булмай табып.
Өҫтәлемдә — "ярты"...
Ултырамын —
Һалмыш шағир
Айныҡ шиғыр яҙып...

Урамда яҙ...


Урамда яҙ...
Ҡояш ерҙе ялай...
Яраларҙы ялай... Аҡ ҡарҙы.
Иҫеңдәме, ул саҡ аҡ фаталай,
Ҡар ҡапланы һинең ҡаштарҙы?

Усымда ҡар...
Иҫтәлектәр ирей...
Ниндәйҙер моң унда тойола,
Гүйә, һөйөү йыры "до-ре-ми"лап,
Тамсы-тамсы ергә ҡойола.

Урамда яҙ...
Ер кәфенен һала...
Туймаҫ Ҡояш ярһып боҙ вата.
Урамда яҙ...
Тик күңелдә һаман
Ҡаштарыңдан төшкән ҡар ята.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 03.07.2013, 17:35
    " Ҡыл өҫтөнән шағир атлап бара", "шағир ғүмере - сират күперен үтеү " тигән һүҙегеҙ менән килешмәйем.Шәйехзада Бабич, Шәһит Хоҙайбирҙиндар , ысынлап та, ҡыл өҫтөнән йөрөгән.Хәҙерге шағир, яҙыусылар " халҡым, халҡым " тип, дөйөм һүҙҙәргә ҡоролған шиғыр,хикәйә яҙа , әммә улар Бабичтар шикелле халыҡты әйҙәп алдан йөрөмәй.Улар, ғөмүмән, халыҡтан айырылған .Ә һөйләй, яҙа башлаһала-а-а-ар,"беҙ фронттың алғы һыҙығында" тип яр һалалар.






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 150

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 223

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 085

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 984

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 267

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 169

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 185

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 102

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090