Ҡыл өҫтөнән Шағир атлап бара, әйҙәй алға өмөт-хыялдар...02.07.2013
Аттар


Ауылымда аттар юҡҡа сыҡты —
Ҡар туҙҙырып уҙмай саналар.
Тимер "ат"тар тимер
йыр үкереп,
Асфальт юлдан тыз-быз сабалар.

Ат йәндәре күптән Күккә ашҡан,
Даға төшөп ҡалған Ай булып.
...Аттар көткән туғайлыҡты эҙләп,
Бер яңғыҙым йөрөйөм ҡаңғырып.

Ауылымдың сиҙәмдәре ҡайҙа?
Эҙ ҡалдырған ҡайҙа саналар?
...Ташҡа һеңгән
тояҡ тауыштары
Йөрәгемде килеп ҡағалар...

Был тауышта уҡтар һыҙғырыуы,
Был тауышта ҡылыс сыңлауы,
Был тауышта сал
ҡылғандар моңо —
Был тауышты рәхәт тыңлауы...

...Далаларҙы һары һағыш япҡан:
Аттар күрмәй кибә далалар.
...Төнгө Күктән, гүйә,
йондоҙ түгел,
Ат күҙҙәре миңә бағалар...

Шағир


Ҡыл өҫтөнән Шағир атлап бара,
Әйҙәй алға өмөт-хыялдар.
Бер яғында төпһөҙ упҡын ята,
Бер яғында — ғорур ҡаялар.

Ҡаяларға бөркөт оя ҡорған,
Ҡаяларҙа Ҡояш ялҡыны.
...Упҡын төбөн ҡара йылан
һаҡлай,
Өтөп ала ҡәбер һалҡыны.

Тура ҡарап Шағир алға атлай,
Ҡыл-йөрәге әрней, ҡанһырай.
Ҡайғылары аяғынан тарта —
Ҡорбан һорай упҡын, йән һорай.

...Шағир ғүмере —
сират күперен үтеү,
Күктәр яҙған уның яҙмышын.
Хоҙай Тәғәләнең күҙ йәше ул —
Йырға күскән моңо-һағышы.

Шиғырынан йөрәк ҡаны һарҡый,
Шағир күңеле тоташ яра ул.
...Өҙөлөргә торған ғүмер буйлап
Мәңгелеккә атлап бара ул...

Хәбәрһеҙ юғалғандар


Хәбәрһеҙ юғала кеше —
Бала, ҡатын, ирҙәр ҙә...
Ирҙәр генә түгел, хатта
Юғалалар илдәр ҙә.

Болғар, Алтын Урҙа ҡайҙа?
Кемдәрҙә һундар ҡаны?
Ғәмһеҙлеккә сыҙай алмай,
Юғала халҡым йәне.

Хәбәрһеҙ юғала милләт,
Йыр-моңдары юғала.
Үҙен аңлар күңел эҙләп,
Сал тарихҡа юл ала.

Континенттар юҡҡа сыға...
(Һанаһаң, юҡтыр һаны!)
Инде нисә быуат Кеше
Эҙләй Атлантиданы.

Хәбәрһеҙ яналар йылдар
Мәңгелек усағында.
Хәбәрһеҙ киҫелә юлдар
Ҡарурман ҡосағында.

Һөйөү юғала хәбәрһеҙ —
Күңелдән китә осоп.
Парһыҙ осҡан һөйөү ҡошон
Бүтәндәр ала ҡосоп.

Күк-тәҙрә аша һикереп,
Юҡҡа сыға йондоҙҙар.
...Йондоҙ араһында күпме
Минең кеүек яңғыҙҙар...

Донъялыҡта юғалһам да,
Беләм, эҙләп табырһығыҙ.
...Шиғриәттә булмаһамсы
Юғалыусы хәбәрһеҙ...

Иҫереклек


Атнабайға эйәреп
Барса донъя иҫерек...
Иҫерек өйҙәр...
Иҫерек ҡала, иҫерек ауылдар...
Ауылдарҙа иҫерек йыр яңғырай,
Болот ҡыуа иҫерек дауылдар.

Ер ҙә тигеҙ генә әйләналмай,
Ямғыр һыуы эсеп иҫергән.
Күк ҡап-ҡара...
Сөнки Ҡояш сирләй —
Кисә бер аҙ күберәк "төшөргән".

Баш "төҙәтер" өсөн күкте иңләй,
И, эҙләнә "ярты", бисара!
Һүгенә-һүгенә болоттарҙы тетә,
Тик табалмай, меҫкен, бер сара!

Иҫерек Ер үҙен тыя алмай,
Вулкандары менән “кикерә”.
Иҫерек халыҡ ниҙер бүлә алмай,
Бер-береһенә һаман һикерә.

...Нисек айнытырға был донъяны?
Бер ниндәй ҙә сара булмай табып.
Өҫтәлемдә — "ярты"...
Ултырамын —
Һалмыш шағир
Айныҡ шиғыр яҙып...

Урамда яҙ...


Урамда яҙ...
Ҡояш ерҙе ялай...
Яраларҙы ялай... Аҡ ҡарҙы.
Иҫеңдәме, ул саҡ аҡ фаталай,
Ҡар ҡапланы һинең ҡаштарҙы?

Усымда ҡар...
Иҫтәлектәр ирей...
Ниндәйҙер моң унда тойола,
Гүйә, һөйөү йыры "до-ре-ми"лап,
Тамсы-тамсы ергә ҡойола.

Урамда яҙ...
Ер кәфенен һала...
Туймаҫ Ҡояш ярһып боҙ вата.
Урамда яҙ...
Тик күңелдә һаман
Ҡаштарыңдан төшкән ҡар ята.


Вернуться назад