Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » «Йөкләмәһеҙ» һанлы мәктәп. Ни өсөн Башҡортостан «Мәскәү электрон мәктәбе» платформаһына күсә

Башҡортостан мәктәптәре «Мәскәү электрон мәктәбе» һанлы платформаһына күсә башлай. Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм илдең һанлы үҫеш министры урынбаҫары Олег Качанов системаны индереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

Республиканың күпселек мәктәптәре платформаға – 1 сентябргә үк, ҡалғандар 2026 йылдың аҙағына тиклем ҡушылырға тейеш.

Эксперттар белдереүенсә, һүҙ белем биреү мөхитен күләмле үҙгәртеп ҡороу тураһында бара (мәктәптә документтар әйләнешенән алып һанлы контенттың сифатына һәм мәғариф системаһы менән идара итеүгә тиклем).

Башҡортостан Рәсәйҙең берҙәм һанлы киңлегенә әүерелә, тип иҫәпләй Рәсәйҙең Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы аналитиктары.

«Мәскәү күптән инде Рәсәй төбәктәре өсөн һанлы үҫеш лидеры һәм әҙер мәғариф ҡарарҙары менән системалы тәьмин итеүсе ролендә нығынды. Баш ҡала платформалы ҡарарҙар әҙерләй, ә үҙҙәренең һанлы базаһын туплаған төбәктәр был ҡарарҙарҙы үҙҙәренә яраҡлаштыра һәм киңәйтә. Мәскәү электрон мәктәбе платформаһы электрон көндәлекте һәм журналды, электрон китапхананы, уҡыусының һәм уҡытыусының портфолиоһын берләштергән эталонлы тармаҡ продукты булып тора», — тине Рәсәй Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының генераль директоры Дмитрий Орлов.

Башҡортостан өсөн был айырыуса мөһим, сөнки республика — илдең бик күп ҡала һәм ауыл мәктәптәре булған ҙур субъекттарының береһе. Эксперттар ике йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә белем биреү системаһын яңы платформаға күсереүҙе Башҡортостан инфраструктураһының юғары әҙерлек күрһәткесе тип иҫәпләй.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һанлы база булдырылды. «Ростелеком» мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда ғына 441 мәктәптә заманса һанлы мөхит барлыҡҡа килде: Wi-Fi, видеокүҙәтеү, һаҡланған бәйләнеш каналдары. «Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостанда 11 «IT-куб» үҙәге асылды, ә 700-гә яҡын учреждениела һанлы белем биреү мөхите индерелде. Ошо йәһәттән Мәскәү электрон мәктәбе буйынса килешеү айырым проект түгел, ә һанлаштырыу курсының дауамы булып тора.

Мәскәү электрон мәктәбе буйынса килешеүҙәрҙе «мәғариф системаһын үҫтергән, һанлы технологиялар индергән, һөҙөмтәгә өлгәшергә ынтылған» төбәктәр төҙөй, тип билдәләне Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов. Башҡортостан да Карелия, Вологда, Мурманск һәм Тверь өлкәләре менән бер рәттән ошондай ҡарарҙарға әҙер булған субъекттар иҫәбендә.

«Башҡортостан өсөн мәғариф тирәләй федераль кооперация Мәскәү электрон мәктәбе менән генә сикләнмәй. Өфөлә Кравцов республика етәкселеге менән мәктәп инфраструктураһын яңыртыуҙы, учреждениеларға капиталь ремонт яһауҙы һәм педагогик белем биреүҙе үҫтереүҙе тикшерҙе. Быйыл ғына 24 муниципалитетта 53 белем биреү объектын (6 балалар баҡсаһын, 6 колледжды һәм 41 мәктәпте) капиталь ремонтлау планлаштырыла. Мәскәү электрон мәктәбе буйынса килешеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан Мәскәүҙә һәм башҡа бер нисә төбәктә һынап ҡаралған әҙер һанлы платформаға һәм сервистарға эйә була», — тине «Минченко Консалтинг» федераль коммуникация холдингы президенты, политолог Евгений Минченко.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров системаны индергәндән һуң уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ уҡытыусылар өсөн ыңғай үҙгәрештәрҙе һанап үтте.

«Уҡытыусыларға – бюрократик йөкләмәнең кәмеүе, квалификацияны күтәреү, иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштереү мөмкинлеге. Ата-әсәләргә – баланың уҡыуҙа өлгәшен күҙәтеү, уны өҫтәмә дәрестәргә яҙҙырыу, документтарҙы электрон төрҙә төҙөү мөмкинлеге. Балаларға иһә ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм ғәйәт ҙур китапхана менән ҡулланыу мөмкинлеге бар», — тип асыҡлыҡ индерҙе Хәбиров.

Бындай системаны республикала ла төҙөй алыр инек, ләкин был «бик күп аҡса һәм ваҡыт» талап итер ине, тип билдәләне Хәбиров. 

Икенсенән, платформаны техник оҙатыу эшен Мәскәү хөкүмәте алып бара һәм төбәк өсөн бушлай. Был бюджет сығымдарын кәметә һәм шул ваҡытта тотороҡлолоҡ гарантиялай.

Белгестәр һанлаштырыуҙың ауыл мәктәптәренә йоғонто яһауы тураһында ла һөйләй. Тап ошонда ҡала лицейҙары һәм район мәктәптәренең мөмкинлектәре араһындағы айырма нығыраҡ һиҙелә. Һуңғы ике йылда Башҡортостандың «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәрендә биология, химия, физика, экология һәм нейротехнологиялар буйынса заманса һанлы лабораториялар барлыҡҡа килде. Хәҙер был инфраструктураға берҙәм һанлы платформа өҫтәлә.

Төбәктә яйлап һанлы мәктәптән IT-түңәрәктәргә, инженер проекттарына һәм артабан һөнәри әҙерлеккә тиклем белем биреү траекторияһы төҙөлә, тип иҫәпләйҙәр Рәсәйҙең Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығында. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусындағы заманса  IT-йүнәлештәр, big data һәм биоинформатика буйынса белгестәр әҙерләнгән «Мәктәп 21+» проектын был системаның төп элементтарының береһе тип атайҙар.

Төп үҙгәрештәрҙе тәү сиратта уҡытыусылар һәм ата-әсәләр тойор, тип уйлай Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, мәғариф, спорт, йәштәр сәйәсәте, ирекмәнлекте үҫтереү һәм патриотик тәрбиә биреү буйынса комиссия рәйесе Марина Таран.

«Бында уҡытыусылар дәрестәрҙе планлаштыра, баһалар ҡуя, өйгә эш бирә һәм уҡыусыларҙың мәктәпкә йөрөүен контролдә тота ала. Дәрестәргә әҙерләнеү өсөн электрон материалдар менән ҙур китапхана ла бар. Бынан тыш, дистанцион дәрестәр үткәрергә һәм чатта аралашырға мөмкин. Әлеге платформа уҡытыусыларға дәрескә әҙерләнеү ваҡытын ҡыҫҡартыр һәм дәрестәрҙең сифатын яҡшыртыр тип иҫәпләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге платформаның функциялары аҙыраҡ, шуға күрә уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр яңыһын тиҙ үҙләштерер тип ышанам», — тине Таран.


Автор: Иван Вавилов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш ......

Тотош уҡырға 1 426

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман ......

Тотош уҡырға 1 506

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 308

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12 ......

Тотош уҡырға 1 422

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ ......

Тотош уҡырға 1 220

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш ......

Тотош уҡырға 1 509

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының ......

Тотош уҡырға 1 429

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы ......

Тотош уҡырға 1 431

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем ......

Тотош уҡырға 1 336

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном ......

Тотош уҡырға 1 312