Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Дачаларҙы тергеҙеү: Башҡортостан властары республика баҡсасыларына нисек ярҙам итә

Башҡортостанда 1500-гә яҡын коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә, уларҙа 424,7 мең участка бар.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

«СМАРТ-баҡсасы» халыҡ-ара баҡсасылар форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала баҡсасыларға ярҙам итеү төбәк властарының дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө булыуын билдәләне.

Һуңғы биш йылда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүгә республика ҡаҙнаһынан 760 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә 661 ширҡәттең инфраструктураһы яҡшыртылған.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

– Баҡсасылыҡтың ыңғай яҡтары бик күп. Ғаилә менән ваҡыт уҙғарыу, балаларҙы хеҙмәткә ылыҡтырыу. Был халыҡҡа файҙалы һәм кәрәк булғас, тимәк, дәүләт ярҙам итергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – Ошо йәһәттән биш йыл системалы эш алып барабыҙ һәм инвестицияларҙың һөҙөмтәләр биреүен күрәбеҙ. Барыһы ла аныҡ хоҡуҡи регламенттар сиктәрендә булһын өсөн норматив база, идара итеү вертикале һәм үҙ-ара эш итеү өсөн структура булдырҙыҡ. Һуңғы биш йылда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүгә республика бюджетынан 800 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде, 661 ширҡәттең инфраструктураһы яҡшыртылды. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә булышлыҡ итеү –  дәүләт, иҡтисади сәйәсәттең бер өлөшө. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең хеҙмәттәшлек ике яҡлы характерҙа булырға тейеш. Беҙ һеҙгә аҡса бүләбеҙ, ә һеҙҙән – тәртипкә һалынған хоҡуҡи статус, рәсмиләштерелгән документтар. Был коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен артабан үҫтереүҙең мөһим шарты булып тора.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, ярҙамдың төп йүнәлештәре араһында – коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә юлдарҙы ремонтлау һәм газ үткәреү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы ойоштороу. Атап әйткәндә, 297 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә 110 саҡрым юл төҙөкләндерелгән. Республика булышлығында 122 ширҡәт 207 контейнер, 57 бункер һатып алған, сүп-сар йыйыу өсөн 38 майҙансыҡ булдырған.

– Республиканың бюджеты дефицитлы булыуға ҡарамаҫтан, 2026 йылда беҙ юлдарға һәм башҡа ярҙам сараларына аҡса һалдыҡ. Әйткәндәй, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрендә 500-ҙән ашыу ҡаралмаған юл. Әгәр улар иҫәптә һәм баланста тормаһа, беҙ уларҙы тәртипкә килтерә алмайбыҙ. Шуға муниципалитет башлыҡтарынан һәм милекселәрҙең үҙҙәренән эшлекле ҡарашты күрергә теләйбеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Беҙ энергия менән тәьмин итеүгә етди өлөш индерҙек, янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүләбеҙ, продукцияны һатыу өсөн шарттар булдырҙыҡ. Әлбиттә, иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәтенә конкурсты дауам итербеҙ. Бының өсөн 12 миллион һум бүлербеҙ һәм 24 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтен дәртләндерербеҙ.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ылау йыйыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Күп кенә баҡсасыларҙың үҙ продукцияһын яугирҙәргә ебәреүҙәрен беләм. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм, –  тине республика етәксеһе. –  Яҡшы эш, бер-беребеҙгә ярҙам итергә кәрәк.

Радий Хәбиров республикала президенттың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә газ үткәреү буйынса йөкләмәһен үтәү эшен дауам итеүҙәрен һөйләне. Бөтәһе 466 баҡсасылыҡ ширҡәтендәге яҡынса 16 мең йорт социаль догазификация шарттарына тура килә. Әле 983 йортҡа газ бирелгән. Быйыл йәнә 2 меңгә яҡын ер участкаһына газ һуҙыу планлаштырыла.

Янғын хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүленә, тип билдәләне Радий Хәбиров. 127 баҡсасылыҡ ширҡәте 28 миллион һумға янғын һүндереү саралары һатып алыу өсөн ярҙам алған.

Республикала энергия менән тәьмин итеүгә етди өлөш индерҙеләр. Хәҙер 63 баҡсасылыҡ ширҡәтендә 11 меңдән ашыу күсмә электр энергияһын иҫәпләү приборы бар.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса кадастр иҫәбенә ҡуйылған ер участкалары һәм хоҡуғы теркәлгән күсемһеҙ милек объекттары һаны артҡан.

Республика етәксеһе йәнә бер тапҡыр муниципалитет башлыҡтарының иғтибарын баҡсасылар үҫтергән уңышының артып ҡалған өлөшөн һата алһын өсөн урам сауҙаһы өсөн майҙансыҡтар әҙерләүгә йүнәлтте.

Бөгөнгә барлыҡ муниципалитеттарҙа 314 урам сауҙаһы майҙансығы йыһазландырылған – был 3,5 меңдән ашыу урын. Өҫтәмә рәүештә 14 мең сауҙа урыны менән 308 йәрминкә майҙансығы ойошторолған.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов күргәҙмәне ҡараған саҡта «ЗурУС.РФ» проекты – Башҡортостан баҡсасылары һәм эшҡыуарҙары өсөн маркетплейс тураһында һөйләне. Проект идеяһы продукцияһының бер өлөшө артып ҡалған баҡсасылар һәм тауарҙар һатыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн майҙансыҡҡа мохтаж эшҡыуарҙар ихтыяжынан сығып тыуҙы. Маркетплейс ошо ике төркөмдө берләштерә, баҡсасыларға – үҙ тауарҙарын бушлай урынлаштырырға, ә эшҡыуарҙарға хеҙмәттәр һәм продукция тәҡдим итергә мөмкинлек бирә. «ЗурУС» исеме мөһимлекте һәм ҡулланыусыларҙың берләшеүен символлаштыра. «УС» – ул «услуги» һүҙенән ҡыҫҡартып алынған, «уңыш» һүҙенә ишара. Платформа урындағы етештереүселәргә булышлыҡ итеүе менән үҙенсәлекле, ул уларҙың тауарҙарын популярлаштыра, һатып алыу процесын ябайлаштыра. Һайлау мөмкинлеге бар.

Рәсәй Баҡсасылар союзының төбәк бүлексәһе рәйесе Ринат Миһранов һүҙҙәренсә, баҡсасылар менән эшләү социаль яҡтан әһәмиәтле булыуҙан тыш, сәйәси аспектҡа ла эйә.

– Беренсенән, пенсионерҙар. Хаҡлы ялға сыҡҡан кешенең һаман да көс-дәрте ташып тора, уның ергә ынтылышы ҙур, ул йәшелсә, еләк-емеш үҫтерергә теләй. Пенсионерҙарҙы дачанан йәки баҡсанан мәхрүм итеү һәләкәткә тиң. Икенсенән, күп кенә ғаиләләр өсөн баҡсалар даими йәшәү урынына әүерелә. Ипотекаға фатир һатып алыуы ҡыйын, ә баҡсала йорт һатып алыу йәки төҙөү еңелерәк. Шунда теркәлергә лә мөмкин. Баҡсасылыҡ — Рәсәйҙең донъяның башҡа илдәрендә булмаған үҙенсәлекле күренеше.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры – «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсеһе Альберт Лоҡманов Рәсәй президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырылған социаль газ үткәреү программаһы хаҡында һөйләне. 2021 йылда дәүләт башлығы быға тиклем газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йорт биләмәләре сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы.

2024 йылда дәүләт башлығы газ үткәрелгән тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге торлаҡ йорттарға социаль газ үткәреү программаһын таратырға ҡушты.

Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләренә инвентаризация һөҙөмтәләре буйынса 423 баҡсасылыҡ ширҡәтендәге 15,5 мең йортҡа газ үткәрергә мөмкин. Халыҡтан 3982 ғариза ҡабул ителгән, селтәрҙәр 1608 йорттоң сигенә тиклем еткерелгән. Шуларҙың 1017-һенә зәңгәр яғыулыҡ килгән.  

Республиканан газ үткәреүгә сертификаттар алыу газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы бойомға ашырыуҙа ҙур ярҙам булды, тип билдәләне Альберт Лоҡманов. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.

Тағы ла бер көнүҙәк тема – коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен энергия менән тәьмин итеү. Башҡортостан Энергия һатыу компанияһының генераль директоры Андрей Травкин һүҙҙәренсә, республика биләмәһендә бөтәһе 967 ширҡәттә энергия менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөлгән.

Участка хужалары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә республика булышлығында 2022 йылдан алып электр энергияһы өсөн ваҡытында түләнмәгән бурыс 83 миллион һумдан 53 миллион һумға тиклем кәметелгән. Был эште дауам итәләр.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Пётр Клец хәбәр итеүенсә, 2026 йылдың 1 ғинуарына республикала Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәлгән баҡса участкаларының дөйөм һаны 243,7 меңгә еткән. Шуныһы мөһим, кадастр эштәренә сығымдар федераль һәм төбәк бюджетынан субсидиялана. Мәҫәлән, 2025 йылда был уларҙы 32 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә үткәрергә мөмкинлек биргән. Тағы ла ете ширҡәт был эштәрҙе бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә тамамлаған.

Петр Клец баҡса участкаларын һәм дөйөм милекте рәсмиләштереүҙе тиҙләтергә кәңәш итте. Был ошондай коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы сараларын да ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә ерҙе, торлаҡты һәм баҡса ҡаралтыларын теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибе («дача амнистияһы») 2031 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Был халыҡҡа бындай объекттарҙы законлаштырырға өҫтәмә мөмкинлек бирә.

Пленар ултырышта коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренең инфраструктура объекттарын үҫтереү ҙә тикшерелде. Башҡортостан Башлығы юл селтәрен яңыртыуҙың әһәмиәтле ролен билдәләне, шулай уҡ 2026 йылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу өсөн ике пилот ширҡәтен билдәләргә ҡушты.

– Беҙ киләсәкте уйларға тейешбеҙ. Бындай объекттар халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙыра, – тине Радий Хәбиров. – Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында диспансеризация ла үтергә мөмкин. Ә беҙ юлдарҙы тәртипкә килтергән урындарҙа хатта көсһөҙ баҡсасылыҡ ширҡәттәре лә йәнләнә.

Республика етәксеһе коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәренә һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

 – Һеҙ йөҙәр меңләгән кешегә ҡағылышлы мөһим миссияны башҡараһығыҙ. Баҡсасылыҡты үҫтереү – беҙҙең идара итеү командаһы өсөн мөһим бурыс, республика дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Ошо еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

«Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы республикала коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 – Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү өсөн бүленгән аҡсаның күбеһен юлдарҙы ремонтлауға йүнәлттек. Яйлап инфраструктураны тәртипкә килтерәбеҙ. Был эште дауам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Биш йылда 600-ҙән ашыу ширҡәткә файҙалы эштәр менән килдек. Кешеләр быны күрә һәм рәхәтләнеп баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Ә был ғаилә менән ял итеүгә, ғөмүмән, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыуға яҡшы йоғонто яһай.


Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш ......

Тотош уҡырға 1 426

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман ......

Тотош уҡырға 1 506

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 308

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12 ......

Тотош уҡырға 1 422

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ ......

Тотош уҡырға 1 218

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш ......

Тотош уҡырға 1 509

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының ......

Тотош уҡырға 1 428

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы ......

Тотош уҡырға 1 431

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем ......

Тотош уҡырға 1 336

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном ......

Тотош уҡырға 1 308