Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Башҡортостанда кардиохирургтар йөрәк сирле 7 көнлөк сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда кардиохирургтар йөрәк сирле 7 көнлөк сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған

2025 йылдың июненән Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусында бөтәһе 5,3 меңдән ашыу тикшереү һәм операция үткәрелгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ошо осорҙа 4314 кеше тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа дауаланған, 33 368 пациент поликлиникала консультация алған, шулай уҡ 80-дән ашыу уникаль юғары технологиялы операция эшләнгән. Әлегә иң өлкән пациент – 99 йәшлек олатай. Иң йәше — тыумыштан йөрәк сирле 7 көнлөк сабый. Бөгөнгө көндә ике пациент та үҙен яҡшы хис итә.


Башҡортостанда йөрәк ауырыуҙарына, уларҙы дауалауға һәм иҫкәртеүгә етди иғтибар бирелә, тип билдәләне республика етәксеһе. Мәҫәлән, Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы бик тә заманса килеп сыҡты.


«Бында эшләгән табиптар – үҙ эшенең оҫталары, улар хатта бик ҡатмарлы осраҡтарҙа ла сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтыра. Әммә операция өҫтәле — иң һуңғы сара, уға еткермәү яҡшыраҡ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика халҡына.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-08-20/v-bashkirii-kardiohirurgi-spasli-zhizn-7-dnevnomu-malyshu-s-porokom-serdtsa-4355124





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә