Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---
Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...
Тотош уҡырға 1 370
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары Луганск госпиталендә хәрбиҙәр ғүмерен ҡотҡара
Инде 15-се смена, ике аҙна һайын республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары ғаиләһен, көндәлек эш-мәшәҡәтен ташлап, Луганскиҙағы госпиталгә ярҙамға юллана. Ирекмән Ынйы Әхмәҙуллина күҙ йәштәре аша госпиталдәге эш, хәрбиҙәрҙең хәле, кисерештәре хаҡында һөйләне.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алғы һыҙыҡта еңеү өсөн көрәшә. Башҡортостандан республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған беренсе ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәр отряды инде 15-се тапҡыр МХО биләмәһендә эшләп ҡайтты. Был юлы Луганск республикаһындағы хәрби госпиталгә ярҙамға Өфөнән һәм Межгорье ҡалаһынан 8 ирекмән юлланды.
«Беренсе тирмә» проекты ирекмәндәренең береһе, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ынйы Әхмәҙуллина алғы һыҙыҡта эшләп ҡайтҡандан һуң «Башинформ» журналисына кисерештәре, уй-тойғолары хаҡында һөйләне.
«Ике аҙналыҡ сменабыҙ йәһәт кенә үтеп тә китте. Һәр һалдат өсөн борсолоуҙар, шатлыҡ-көйөнөстәр, яҡташтар менән осрашыуҙар, оҙайлы һөйләшеүҙәр менән уҙҙы ул. Көнөбөҙ шулай башлана ине: кемдер түшәктә ятҡандарҙы ҡарай, кемдер ашханала ризыҡ бешерә, ә һуңынан һалдаттарҙы операцияларға әҙерләйбеҙ, уларҙың матрастарын алмаштырабыҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Энже Әхмәҙуллина.
Ирекмәндәр госпиталдә ҡаты яралы һалдаттарға ярҙам итә, төрлө хәлдә лә юғалып ҡалмайҙар, ауыр хәллеләргә йылы һүҙ, иғтибар менән терәк булалар.
«Ҡайһы бер һалдаттар ҡатмарлы операция кисерҙе. Ампутацияланған егеттәр ҙә бар ине. Беҙ уларҙы ҡулдарынан тотоп, көндәлек тормош тураһында һөйләшеүҙәр менән ауыртыуҙан арындырырға тырыштыҡ. Беҙҙең һалдаттарҙың ныҡлығы һоҡландырҙы: ауыр йәрәхәттәргә ҡарамаҫтан, улар мөмкин тиклем тиҙерәк фронт һыҙығына әйләнеп ҡайтырға теләй. Бер кем дә үкенмәй, мыжымай. Бөтә дауахана һалдаттарҙың рух ныҡлығы һәм көслө хис-тойғолары менән солғанғайны.
Яугирҙәр медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә ҙур рәхмәтле. Ирекмәндәр улар өсөн һуңғы тинен сығарып һалырға әҙер. Яралыларға яңы кейемдәр, ғаиләләре менән бәйләнешкә инә алһын өсөн телефондар килтерәләр. Һалдаттарҙы тәмлекәстәр менән һыйлайҙар: беҙҙең ҡыҙҙар ҙа кәнфит, шәкәр, ҡәһүә һатып алды. Межгорье ирекмәндәре госпиталдә уңайлы шарттар булдырыу өсөн бүлектәргә вентиляторҙар, ял бүлмәһенә ҡорғандар ҡуйҙыртты. Һалдаттар бик шатлана, фронт һыҙығындағы хәл-әхүәле хаҡында һөйләй. Уларҙың күбеһе Еңеү менән ғаиләләренә ҡайтырға, киләсәктә бала табырға, ул һәм ҡыҙ үҫтерергә хыяллана», — ти ирекмән күҙ йәштәре аша.
Башҡортостан ирекмәндәре Ингуш республикаһынан «Хөсәйен» позывнойлы яугир рәхмәтен белдерә.
«Бөтә Башҡортостанға һәм «Беренсе тирмә» проектына сәләм. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Был беҙ, яралылар өсөн дә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн дә бик мөһим. Беҙгә ярҙам иткән ҡыҙҙарға оло рәзмәт, һеҙ аҡыллы, иң матуры», — тип хат-сәләмен юллай ингуш егете.
Бынан тыш, ирекмәндәр яугирҙарға гуманитар ярҙам, республика мәктәп уҡыусыларынан хаттар алып бара. Энже Әхмәҙуллина һалдаттарға Шишмә районынан еләк илтеп тапшыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр отряды республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылды. 2024 йылдың ноябренән проектта ҡатнашыусылар ЛХР-ҙың хәрби госпиталдәрендә 15 смена эшләгән.
Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---
Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...
Тотош уҡырға 1 370
Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---
Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...
Тотош уҡырға 1 438
В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---
Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....
Тотош уҡырға 1 257
В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---
Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...
Тотош уҡырға 1 369
В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»). 21.08.2018 // ---
"Иҙел башы" форумы нигеҙендә «Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны» булды...
Тотош уҡырға 1 645
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---
"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...
Тотош уҡырға 1 160
“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---
– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...
Тотош уҡырға 1 471
Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---
Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...
Тотош уҡырға 1 373
В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---
По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...
Тотош уҡырға 1 382
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---
28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...
Тотош уҡырға 1 277
Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---
Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...
Тотош уҡырға 1 259