Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Башҡортостан һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына федераль аҡса алыуы мөмкин
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына федераль аҡса алыуы мөмкин

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуҙы дауам итеү өсөн федераль аҡса алыуы мөмкин. Яҡын арала Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәргә дотация бүлеү буйынса ҡарар ҡабул итергә тейеш, тип хәбәр итте республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында.


«Беҙ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының беренсел звеноны яңыртыуҙы дауам итеү өсөн финанслау йәһәтенән аҙаҡҡы ҡарарын көтәбеҙ. Эш күләме ҙур. Барыһын да сифатлы һәм тиҙ бойомға ашырырға, төҙөргә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы бер нисә тапҡыр беренсел медицинаны үҫтереүҙе властарҙың өҫтөнлөклө бурысы булып тороуы хаҡында әйткәйне. Былтыр ғына республикабыҙҙа туғыҙ объектҡа капиталь ремонт үткәрелгән, 135 модулле конструкция ҡуйылған, дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һәм 206 автотранспорт һатып алынған. 2025 йылға алты поликлиниканы сафҡа индереү, туғыҙ объектты капиталь ремонтлау һәм 134 модуль конструкцияһын ҡуйыу планлаштырылған. Быйыл шулай уҡ 4,6 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һәм 99 еңел санитар автомобиль һатып алынырға тейеш.


https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-06-16/bashkiriya-poluchit-federalnye-dengi-na-pervichnoe-zveno-zdravooohraneniya-4277385



Автор: Ләйсән Закирова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә