Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Колхозда радио
Колхозда радио

Колхозға радио килгән, тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән бөтә баҫыуға таралып өлгөрҙө.
Бигерәк тә йәштәр шатландылар. Улар хәбәрҙе алып килгән баҫыу ҡараусыһы Ғәлиҙе һырып алдылар ҙа:
– Ысынмы, һөйләтеп ҡара­нығыҙмы, яҡшымы, нәмәләр уйнанылар? – тип төрлө һорауҙар яуҙыра башланылар. Тик Ғәли оҙаҡ туҡтаманы, “ысын, ысын” тине лә һабансылар яғына ҡарай китте. Йәштәр һәр ҡайһыһы үҙ эштәренә керештеләр. Улар шат, көләләр, һөйләшәләр, береһен береһе норманы ярты көндә тултырыу өсөн ярышҡа саҡыралар.
Һылыу менән Сәхипъямал еңгәләрҙе радио башҡаларға ҡарағанда ла күберәк шатландырҙы. Улар үҙҙәре лә белмәҫтән, көнгә бирелгән көлтә бәйләү нормаларын алдан бәйләп бөттөләр. Һәм ҙур ашҡыныу менән ҡайтырға сыҡтылар.
Бына клуб! Уның баҡса яҡ тәҙрәһе асыҡ, тышта сирәмгә теҙелеп бер нисә кеше ултырған – һабансылар икән, бер төркөм бала-саға клубтың әле эсенә, әле тышҡа сығып нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр, ниҙер уйнаған кеүек, гармун тауышы ла ишетелә. Ләкин был ауылдың Ғәскәров гармуны тауышына оҡшамаған, моңло, матур сыға.
Һылыу менән Сәхипъямал еңгә һаман ышанмай: “Радио ла радио тиҙәр, гармун даһа, шул теге Өфө артистары килгәндер әле”, – тип һөйләнә-һөйләнә клуб баҡсаһына – ултырып торған кешеләр эргәһенә килделәр. Ләкин бында артистар ҙа, гармунсы ла юҡ ине. Был тауыш халыҡҡа ҡаратып клуб тәҙрә тупҫаһына ҡуйылған бер торбанан килә икән.
Граммофонды ла күрмәгән Сәхипъямалдың быға иҫе китте:
– Нисек бер кешеһеҙ үҙе уйнаһын, уның эсендә берәй кеше барҙыр, – тип аппаратты ҡарарға клубҡа уҡ инде, ләкин бында ла кескенә ящиктән нимәлер бороп маташҡан Ғәскәровтан башҡа кеше юҡ ине.
Гармун туҡтаны, нәмәлер “пыш-пыш” итте лә торбанан һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы.
– Хәҙер йыр – “Шәл бәйләнем” көйөнә башҡара Хәдисә Ҡадирова!
Сәхипъямал еңгә Хәдисә тигән һүҙҙе ишетеү менән, үҙенең ҡолаҡтарына ышанмай, Ғәскәровтан: “Кем, кем?” – тип һораны. Был ваҡыт инде үҙенең көмөш кеүек сыңғырап сыҡҡан нәфис, нәҙек тауыштары менән Хәдисә йырлап та ебәрҙе.
Сәхипъямал еңгәнең шатлығынан күҙҙәренән йәш бөрсөктәре сыҡты.

***
Элек Булашов исемендәге кол­хоздың йәштәре, комсомолдары эштән ҡайтыу менән йоҡлай инеләр. Хәҙер уларҙың ҡолаҡтарына эфир тулҡындары килеп бәрелеү менән йоҡолары ҡасты. Улар ғына түгел, Сәхипъямал һәм Һылыу еңгә, Бибинур әбей, Ҡәйүм бабайҙар ҙа көн дә кис килеп:
– Ҡурайын уйнат әле, яңылыҡ­тарҙы һөйләһен. Испанияла ни эшләйҙәр, Өфөлә ниҙәр бар? – тип Ғәскәровты ҡаңғыртып бөтәләр.
Улар бөтә радио стансаларын, бөтә уйындарҙы, бөтә йырлау­сыларҙы, бөтә һөйләүселәрҙе белеп алғандар. Улар радионы өйрәнеү түңәрәктәре төҙөгәндәр – ҡаланан китаптар ҡайтартҡандар.
Булашов исемендәге колхозда эш иртәһе, ял ваҡыттары ла, кистәре бөт­мәҫ-төкәнмәҫ күңеллелек менән үтә...
И. ӘСӘТ.
(“Башҡортостан”, 1936 йыл,
6 октябрь, 230-сы һан).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
______________

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 150

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 223

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 085

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 984

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 267

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 169

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 185

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 102

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090