Колхозда радио02.08.2017
Колхозда радио
Колхозға радио килгән, тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән бөтә баҫыуға таралып өлгөрҙө.
Бигерәк тә йәштәр шатландылар. Улар хәбәрҙе алып килгән баҫыу ҡараусыһы Ғәлиҙе һырып алдылар ҙа:
– Ысынмы, һөйләтеп ҡаранығыҙмы, яҡшымы, нәмәләр уйнанылар? – тип төрлө һорауҙар яуҙыра башланылар. Тик Ғәли оҙаҡ туҡтаманы, “ысын, ысын” тине лә һабансылар яғына ҡарай китте. Йәштәр һәр ҡайһыһы үҙ эштәренә керештеләр. Улар шат, көләләр, һөйләшәләр, береһен береһе норманы ярты көндә тултырыу өсөн ярышҡа саҡыралар.
Һылыу менән Сәхипъямал еңгәләрҙе радио башҡаларға ҡарағанда ла күберәк шатландырҙы. Улар үҙҙәре лә белмәҫтән, көнгә бирелгән көлтә бәйләү нормаларын алдан бәйләп бөттөләр. Һәм ҙур ашҡыныу менән ҡайтырға сыҡтылар.
Бына клуб! Уның баҡса яҡ тәҙрәһе асыҡ, тышта сирәмгә теҙелеп бер нисә кеше ултырған – һабансылар икән, бер төркөм бала-саға клубтың әле эсенә, әле тышҡа сығып нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр, ниҙер уйнаған кеүек, гармун тауышы ла ишетелә. Ләкин был ауылдың Ғәскәров гармуны тауышына оҡшамаған, моңло, матур сыға.
Һылыу менән Сәхипъямал еңгә һаман ышанмай: “Радио ла радио тиҙәр, гармун даһа, шул теге Өфө артистары килгәндер әле”, – тип һөйләнә-һөйләнә клуб баҡсаһына – ултырып торған кешеләр эргәһенә килделәр. Ләкин бында артистар ҙа, гармунсы ла юҡ ине. Был тауыш халыҡҡа ҡаратып клуб тәҙрә тупҫаһына ҡуйылған бер торбанан килә икән.
Граммофонды ла күрмәгән Сәхипъямалдың быға иҫе китте:
– Нисек бер кешеһеҙ үҙе уйнаһын, уның эсендә берәй кеше барҙыр, – тип аппаратты ҡарарға клубҡа уҡ инде, ләкин бында ла кескенә ящиктән нимәлер бороп маташҡан Ғәскәровтан башҡа кеше юҡ ине.
Гармун туҡтаны, нәмәлер “пыш-пыш” итте лә торбанан һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы.
– Хәҙер йыр – “Шәл бәйләнем” көйөнә башҡара Хәдисә Ҡадирова!
Сәхипъямал еңгә Хәдисә тигән һүҙҙе ишетеү менән, үҙенең ҡолаҡтарына ышанмай, Ғәскәровтан: “Кем, кем?” – тип һораны. Был ваҡыт инде үҙенең көмөш кеүек сыңғырап сыҡҡан нәфис, нәҙек тауыштары менән Хәдисә йырлап та ебәрҙе.
Сәхипъямал еңгәнең шатлығынан күҙҙәренән йәш бөрсөктәре сыҡты.
***
Элек Булашов исемендәге колхоздың йәштәре, комсомолдары эштән ҡайтыу менән йоҡлай инеләр. Хәҙер уларҙың ҡолаҡтарына эфир тулҡындары килеп бәрелеү менән йоҡолары ҡасты. Улар ғына түгел, Сәхипъямал һәм Һылыу еңгә, Бибинур әбей, Ҡәйүм бабайҙар ҙа көн дә кис килеп:
– Ҡурайын уйнат әле, яңылыҡтарҙы һөйләһен. Испанияла ни эшләйҙәр, Өфөлә ниҙәр бар? – тип Ғәскәровты ҡаңғыртып бөтәләр.
Улар бөтә радио стансаларын, бөтә уйындарҙы, бөтә йырлаусыларҙы, бөтә һөйләүселәрҙе белеп алғандар. Улар радионы өйрәнеү түңәрәктәре төҙөгәндәр – ҡаланан китаптар ҡайтартҡандар.
Булашов исемендәге колхозда эш иртәһе, ял ваҡыттары ла, кистәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ күңеллелек менән үтә...
И. ӘСӘТ.
(“Башҡортостан”, 1936 йыл,
6 октябрь, 230-сы һан).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
______________
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.