Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Ҡурайсылар бәйгегә саҡырыла
Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ ҡурайсылар конкурсы уҙғарыла. Һайлап алыу туры һәм бәйгене ябыу тантанаһы февралдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Еңеүселәр “Өфө уттары” комплексында ойошторолған сарала ла ҡатнашасаҡ.
Ҡурайсылар бәйгеһе йәштәр араһында ошо музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе, танылған ҡурайсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шәриповтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сарала профессиональ артистар ҙа, үҙешмәкәр башҡарыусылар ҙа ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 10 февралгә тиклем gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына, 8(347) 289-65-50 телефоны аша ҡабул ителә.
Рөстәм Шәрипов – йәш талантлы ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты. Ул 2013 йылдың июнендә арабыҙҙан көтмәгәндә китеп барҙы. Уның иҫтәлегенә арналған республика ҡурайсылар конкурсы тәүге тапҡыр былтыр үткәрелгәйне.


Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған 31.01.2026 // ---

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә