Ҡурайсылар бәйгегә саҡырыла24.01.2017
Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ ҡурайсылар конкурсы уҙғарыла. Һайлап алыу туры һәм бәйгене ябыу тантанаһы февралдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Еңеүселәр “Өфө уттары” комплексында ойошторолған сарала ла ҡатнашасаҡ.
Ҡурайсылар бәйгеһе йәштәр араһында ошо музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе, танылған ҡурайсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шәриповтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сарала профессиональ артистар ҙа, үҙешмәкәр башҡарыусылар ҙа ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 10 февралгә тиклем [email protected] электрон почтаһына, 8(347) 289-65-50 телефоны аша ҡабул ителә.
Рөстәм Шәрипов – йәш талантлы ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты. Ул 2013 йылдың июнендә арабыҙҙан көтмәгәндә китеп барҙы. Уның иҫтәлегенә арналған республика ҡурайсылар конкурсы тәүге тапҡыр былтыр үткәрелгәйне.


Вернуться назад