Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Ҡул ҡаушырып ултырыр мәл түгел
Ҡул ҡаушырып  ултырыр мәл түгел— Ҡыш бауыры оҙон тигәндәй, мал аҙығы әҙерләүгә етди ҡарайбыҙ. Ҡыҙыу мәлдә ауыл эшсәндәренең ҡул ҡаушырып ултырырға һис кенә лә ваҡыты юҡ. Бөгөн бөтә техника, барса халыҡ баҫыу-яланда, — тип ҡаршы алды беҙҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Зөлфәт Камалов.

Йәмғиәттең 1545 гектар ере бар, бында бер генә хужаһыҙ баҫыуҙы осрат­маҫһың, бөгөн улар диңгеҙҙәй йәйрәп ята. Етәкселек яғыулыҡты, минераль ашла­ма­ларҙы алдан хәстәр­ләгән. Техника­ның төҙөк булыуы ла сәсеү эштәрен ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға булышлыҡ иткән.
Әле хужалыҡ эшсәндәре 113 гектар майҙанда люцерна үләнен саба, яҫмаларҙың ҡалын булыуын билдәләй улар. Сабылған бесән баҫыуҙарҙа оҙаҡ ятмай, ҡеүәтле техника ярҙамында төргәктәрҙә йәмғиәт ихатаһына оҙатыла. Бында Шарбаш, Түреш һәм Яҡуп ауылдарынан 23 кеше эш менән мәшғүл. Баҫыуҙа көс түгеүселәр ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, ҡыҙыу осорҙа ул хатта 30 мең һумға барып етә. Шуныһы ла мөһим: һалам һәр эшсегә бушлай таратыла, бесән иһә ярты хаҡҡа бирелә. Бесәнде төргәктәргә һалыуҙа Рөстәм Ҡорбанғәлиев, бесән әйләндереүҙә Алмаз Чанышев ҙур ихласлыҡ күрһә­тә. Егеттәр йәмғи­әттә бер йыл эшләй.
— Бала саҡтан мал араһында үҫкәнгәме, ауылды ташлап ки­тергә уйламаным. Күп кенә тиҫтер­ҙәрем ҡалаға, Себер тарафтарына юл алды. Минең­сә, ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин­лектәр етерлек, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, — ти Алмаз.
Хужалыҡта 320-нән ашыу ҡара-сыбар то­ҡомло һыйыр малы аҫрала, шу­ның 100-ҙән ашыуы — һауын һыйыры. Һөтсөлөк фермалары заманса ҡора­малдар менән йыһазланды­рылған, һәр ерҙә һөт үткәргестәр, һыуыт­ҡыстар бар. Мал ишле булғас, бер һәм күп йыллыҡ үлән, силосҡа һалыр­ға тип кукуруз да сәскәндәр.
Бөгөн йәмғиәт малы йәйге йәйләүҙә тотола. Яландарҙа күпереп үҫкән үләнде ашаған мал аҡты ла күпләп бирә. Һауынсылар һәр һыйырҙан көнөнә 16-17 литр һөт һауып ала. 1900 тонна продукция туранан-тура Бәләбәй һөт комбинатына оҙатыла. Комбинат хужа­лыҡ­ҡа аҡсаһын тотҡар­ламай түләй, ә һатыуҙан килгән табыш эш хаҡы түләүгә, техника һатып алыуға, ремонтҡа тотонола. Әле фермаларҙы ҡышҡы осорға ла әҙерләйҙәр икән.
— Шөкөр, беҙҙә тырыш, уңған халыҡ эшләй, ә ундайҙар менән тау аҡтарырға ла була. Ололарға алмашҡа йәштәр­ҙең булыуы һөйөндөрә. Ҡасандыр Себергә оҙон аҡса артынан киткәндәр тыуған яҡтарына ҡайта башланы, — ти ферма мөдире Валерий Мусин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 061

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 146

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 988

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 076

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 893

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 180

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 087

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 059

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 017

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 987