— Ҡыш бауыры оҙон тигәндәй, мал аҙығы әҙерләүгә етди ҡарайбыҙ. Ҡыҙыу мәлдә ауыл эшсәндәренең ҡул ҡаушырып ултырырға һис кенә лә ваҡыты юҡ. Бөгөн бөтә техника, барса халыҡ баҫыу-яланда, — тип ҡаршы алды беҙҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Зөлфәт Камалов.Йәмғиәттең 1545 гектар ере бар, бында бер генә хужаһыҙ баҫыуҙы осратмаҫһың, бөгөн улар диңгеҙҙәй йәйрәп ята. Етәкселек яғыулыҡты, минераль ашламаларҙы алдан хәстәрләгән. Техниканың төҙөк булыуы ла сәсеү эштәрен ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға булышлыҡ иткән.
Әле хужалыҡ эшсәндәре 113 гектар майҙанда люцерна үләнен саба, яҫмаларҙың ҡалын булыуын билдәләй улар. Сабылған бесән баҫыуҙарҙа оҙаҡ ятмай, ҡеүәтле техника ярҙамында төргәктәрҙә йәмғиәт ихатаһына оҙатыла. Бында Шарбаш, Түреш һәм Яҡуп ауылдарынан 23 кеше эш менән мәшғүл. Баҫыуҙа көс түгеүселәр ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, ҡыҙыу осорҙа ул хатта 30 мең һумға барып етә. Шуныһы ла мөһим: һалам һәр эшсегә бушлай таратыла, бесән иһә ярты хаҡҡа бирелә. Бесәнде төргәктәргә һалыуҙа Рөстәм Ҡорбанғәлиев, бесән әйләндереүҙә Алмаз Чанышев ҙур ихласлыҡ күрһәтә. Егеттәр йәмғиәттә бер йыл эшләй.
— Бала саҡтан мал араһында үҫкәнгәме, ауылды ташлап китергә уйламаным. Күп кенә тиҫтерҙәрем ҡалаға, Себер тарафтарына юл алды. Минеңсә, ауылда ла аҡса эшләргә мөмкинлектәр етерлек, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, — ти Алмаз.
Хужалыҡта 320-нән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 100-ҙән ашыуы — һауын һыйыры. Һөтсөлөк фермалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар бар. Мал ишле булғас, бер һәм күп йыллыҡ үлән, силосҡа һалырға тип кукуруз да сәскәндәр.
Бөгөн йәмғиәт малы йәйге йәйләүҙә тотола. Яландарҙа күпереп үҫкән үләнде ашаған мал аҡты ла күпләп бирә. Һауынсылар һәр һыйырҙан көнөнә 16-17 литр һөт һауып ала. 1900 тонна продукция туранан-тура Бәләбәй һөт комбинатына оҙатыла. Комбинат хужалыҡҡа аҡсаһын тотҡарламай түләй, ә һатыуҙан килгән табыш эш хаҡы түләүгә, техника һатып алыуға, ремонтҡа тотонола. Әле фермаларҙы ҡышҡы осорға ла әҙерләйҙәр икән.
— Шөкөр, беҙҙә тырыш, уңған халыҡ эшләй, ә ундайҙар менән тау аҡтарырға ла була. Ололарға алмашҡа йәштәрҙең булыуы һөйөндөрә. Ҡасандыр Себергә оҙон аҡса артынан киткәндәр тыуған яҡтарына ҡайта башланы, — ти ферма мөдире Валерий Мусин.