Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Онотолмаҫ байрам бүләк итте әҙип
Онотолмаҫ байрам бүләк итте әҙип Тормошобоҙҙо күңеле яҡты, нурлы шәхестәр биҙәй. Улар менән осрашҡандан һуң ниндәйҙер илһам, сафланыу алаһың.
Ошо арала Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында шундай шәхестәрҙең береһе Ноғман ағай Мусин менән осрашыу бәхете тейҙе.


“Әҙәбиәт – ул матурлыҡ”, – тине әҙип. Бөгөн кешелек ошондай матурлыҡҡа һыуһаған. Әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын барлыҡҡа килтереүсе яҙыусы менән осрашыуға эркелешеп килде мәлә­үез­дәр. Әҙәби кисә көндөң тәүге яртыһында гимназиябыҙҙа булһа, аҙаҡ Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала дауам итте. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен уҡып үҫкән, тәрбиәләнгән быуындың әҙип менән һөйләшер һүҙҙәре күп ине. Уның ижадында урын алған тәбиғәт темаһы кешене үҙ асылына ҡайтырға, уйланырға мәжбүр итә. Кисә барышында авторҙың әҫәрҙәрендәге геройҙар менән аралаштыҡ та, ҡайғырҙыҡ та, ҡыуандыҡ та.
Ноғман ағай китап һөйөүселәрҙең һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Әҙиптең “Йыртҡыс тиреһе” повесын­дағы Һолтанбай образы тетрәндерҙе уҡыусыларҙы. Мәрхәмәтлек, миһырбан­лыҡ сифаттарының юғала барыуы борсоно күптәрен. Йәнә “Һайлап алған яҙмыш” әҫәрендәге Заһиҙә-Зильда инәйҙең артабанғы яҙмышы менән бик ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡһаң, уға оҡшаш яҙ­мыштар күп булған беҙҙең Башҡортос­танда. Авторҙың алты тиҫтәнән ашыу йыл дауамында ижад ителгән романдары, үткер проблемалы повестары, күп һанлы хикәйә һәм очерктары, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтендә ҡабат­ланмаҫ эҙ ҡалдырған, халыҡ күңеленә үтеп, үҙ урынын тапҡан.
Уҡыусылар үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарға яуап алды. Ноғман ағай Мусин “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһен­дәге геройҙың прототибы үҙ атаһы булыуы тураһында бәйән итте. Бала саҡтағы хыялдары, әсәһе тураһындағы хәтирәләре менән дә уртаҡлашты. Авторҙың әсәһе “Ҡөрьән” китабын яттан белгән икән. Ошондай ғаиләлә тәрбиә­ләнгән әҙиптең рухи донъяһын әҫәр­ҙәрендә лә күрәбеҙ, тоябыҙ. Уның ижадында кешелеклелек сифаттары алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының матурлығы данлана. Яҙыусының тәбиғәткә, кеше­ләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡыған һайын күҙ, зиһен асылғандай, күңел донъяһы ла яҡтырғандай.
Сарала халыҡ яҙыусыһы гимна­зия­быҙға яңы баҫылып сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”енең Х томын бүләк итте. Әл­биттә, шәхестең ижадын бер ултырыуҙа ғына айҡап-байҡап бөтөү мөмкин түгел, әммә уҡыусыларыбыҙға Ноғман Му­син­дың үҙен күреү, уй-фекер уртаҡлашыу, матур бер байрамда ҡатнашыу илһам, көс-дәрт өҫтәне. Осрашыу аҙағында әҙәбиәт һөйөүсе бер төркөм, халыҡ яҙыусыһы менән тиҙ генә хушлашҡыһы килмәй, тағы әллә күпме һорау биреп, автографтар алды, бергәләп фотоға төштө.
Халыҡ яҙыусыһы Мәләүездең йәш әҙәбиәт һөйөүселәренә онотолмаҫ рухиәт байрамы бүләк итте. Әҙәбиә­тебеҙҙең йөҙөн билдәләгән оло быуын яҙыусыларыбыҙ менән осрашыуҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнен тойҙоҡ. Ошондай кисәләр йышыраҡ ойошторолһа ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 151

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 224

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 1 086

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 177

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 985

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 269

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 173

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 187

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 105

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 1 090