Тормошобоҙҙо күңеле яҡты, нурлы шәхестәр биҙәй. Улар менән осрашҡандан һуң ниндәйҙер илһам, сафланыу алаһың.
Ошо арала Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында шундай шәхестәрҙең береһе Ноғман ағай Мусин менән осрашыу бәхете тейҙе.“Әҙәбиәт – ул матурлыҡ”, – тине әҙип. Бөгөн кешелек ошондай матурлыҡҡа һыуһаған. Әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын барлыҡҡа килтереүсе яҙыусы менән осрашыуға эркелешеп килде мәләүездәр. Әҙәби кисә көндөң тәүге яртыһында гимназиябыҙҙа булһа, аҙаҡ Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала дауам итте. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен уҡып үҫкән, тәрбиәләнгән быуындың әҙип менән һөйләшер һүҙҙәре күп ине. Уның ижадында урын алған тәбиғәт темаһы кешене үҙ асылына ҡайтырға, уйланырға мәжбүр итә. Кисә барышында авторҙың әҫәрҙәрендәге геройҙар менән аралаштыҡ та, ҡайғырҙыҡ та, ҡыуандыҡ та.
Ноғман ағай китап һөйөүселәрҙең һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Әҙиптең “Йыртҡыс тиреһе” повесындағы Һолтанбай образы тетрәндерҙе уҡыусыларҙы. Мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ сифаттарының юғала барыуы борсоно күптәрен. Йәнә “Һайлап алған яҙмыш” әҫәрендәге Заһиҙә-Зильда инәйҙең артабанғы яҙмышы менән бик ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡһаң, уға оҡшаш яҙмыштар күп булған беҙҙең Башҡортостанда. Авторҙың алты тиҫтәнән ашыу йыл дауамында ижад ителгән романдары, үткер проблемалы повестары, күп һанлы хикәйә һәм очерктары, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтендә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған, халыҡ күңеленә үтеп, үҙ урынын тапҡан.
Уҡыусылар үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарға яуап алды. Ноғман ағай Мусин “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһендәге геройҙың прототибы үҙ атаһы булыуы тураһында бәйән итте. Бала саҡтағы хыялдары, әсәһе тураһындағы хәтирәләре менән дә уртаҡлашты. Авторҙың әсәһе “Ҡөрьән” китабын яттан белгән икән. Ошондай ғаиләлә тәрбиәләнгән әҙиптең рухи донъяһын әҫәрҙәрендә лә күрәбеҙ, тоябыҙ. Уның ижадында кешелеклелек сифаттары алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының матурлығы данлана. Яҙыусының тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡыған һайын күҙ, зиһен асылғандай, күңел донъяһы ла яҡтырғандай.
Сарала халыҡ яҙыусыһы гимназиябыҙға яңы баҫылып сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”енең Х томын бүләк итте. Әлбиттә, шәхестең ижадын бер ултырыуҙа ғына айҡап-байҡап бөтөү мөмкин түгел, әммә уҡыусыларыбыҙға Ноғман Мусиндың үҙен күреү, уй-фекер уртаҡлашыу, матур бер байрамда ҡатнашыу илһам, көс-дәрт өҫтәне. Осрашыу аҙағында әҙәбиәт һөйөүсе бер төркөм, халыҡ яҙыусыһы менән тиҙ генә хушлашҡыһы килмәй, тағы әллә күпме һорау биреп, автографтар алды, бергәләп фотоға төштө.
Халыҡ яҙыусыһы Мәләүездең йәш әҙәбиәт һөйөүселәренә онотолмаҫ рухиәт байрамы бүләк итте. Әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән оло быуын яҙыусыларыбыҙ менән осрашыуҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнен тойҙоҡ. Ошондай кисәләр йышыраҡ ойошторолһа ине.