Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
– Һинең телефон иҫәбеңә аҡса күсерҙем, оҙаҡҡа һуҙмай ғына баҫмаға яҙҙырып ҡуй, – тигән шылтыратыу Өфө ҡалаһындағы 77-се почта бүлексәһе почтальоны Рәхилә Ғәлимйәнова өсөн ят түгел. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән Мөнирә Ғәзизова “Башҡортостан” гәзитен тап ошо “ысул” менән алдырып уҡый.


Даими, ихлас уҡыусылар булыуы – редакция өсөн оло мәртәбә. “Башҡортос­тан”­ға байтаҡ йыл инде әүҙем яҙылғандар араһынан шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәгән Зарифа Ҡарабаеваны әйтеп китеү мөһим. Ғүмер йомғағының туҡһанынсы тиҫтәһен һүтеүҙәренә ҡарамай, ике ханым да гәзиткә бик тиҙ һәм мәшәҡәтһеҙ яҙылыу юлын тапҡан. Улар кәрәкле сумманы гәзит таратыусының, беҙҙең осраҡта Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙының, телефон иҫәбенә күсерә. “Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
28 августа Рәхилә Ғәлимйәнова Өфөлә эш урындарына барып гәзиткә яҙҙырыу акцияһын ойоштора. “Баш­ҡортостан”ға яҙылырға теләгәндәр бының өсөн 8-937-320-64-41 телефоны буйынса уңған почтальонға шылтырата ала. Бәхетле осраҡты ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар!


Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған 31.01.2026 // ---

Бөрйән егете яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә 30.01.2026 // ---

Өфөлә һуғыш ветерандары госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исеме бирелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған 23.01.2026 // ---

Башҡортостандан мобилизацияланған йырсы яңы йыр сығарған...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә