– Һинең телефон иҫәбеңә аҡса күсерҙем, оҙаҡҡа һуҙмай ғына баҫмаға яҙҙырып ҡуй, – тигән шылтыратыу Өфө ҡалаһындағы 77-се почта бүлексәһе почтальоны Рәхилә Ғәлимйәнова өсөн ят түгел. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән Мөнирә Ғәзизова “Башҡортостан” гәзитен тап ошо “ысул” менән алдырып уҡый.
Даими, ихлас уҡыусылар булыуы – редакция өсөн оло мәртәбә. “Башҡортостан”ға байтаҡ йыл инде әүҙем яҙылғандар араһынан шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәгән Зарифа Ҡарабаеваны әйтеп китеү мөһим. Ғүмер йомғағының туҡһанынсы тиҫтәһен һүтеүҙәренә ҡарамай, ике ханым да гәзиткә бик тиҙ һәм мәшәҡәтһеҙ яҙылыу юлын тапҡан. Улар кәрәкле сумманы гәзит таратыусының, беҙҙең осраҡта Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙының, телефон иҫәбенә күсерә. “Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
28 августа Рәхилә Ғәлимйәнова Өфөлә эш урындарына барып гәзиткә яҙҙырыу акцияһын ойоштора. “Башҡортостан”ға яҙылырға теләгәндәр бының өсөн 8-937-320-64-41 телефоны буйынса уңған почтальонға шылтырата ала. Бәхетле осраҡты ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар!