Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күтәренке кәйеф өсөн нимә етмәй?
Күтәренке кәйеф өсөн нимә етмәй?Королева юҡҡа ғына йәшелсә үҫтермәйҙер, күрәһең…
Йоҡонан торғас, әҙәм балалары үҙенә рәхәтлек эҙләй башлай. Нимә кәрәклекте һәр кем үҙе белә, әммә теләктәрҙең барыһы ла файҙалы түгел. Иң алда кешегә нимәнең һис тә кәрәкмәгәнен, зыянлы булыуын әйтке килә.
Бәғзе берәүҙәр яңы көндө бик ауыр башлай. Тәмәкесе таң тыуыр-тыумаҫтан ағыулы төтөн һурырға күнеккән. Эскегә бирелгән кеше «баш төҙәткәндән һуң көнөм һәйбәт уҙыр» тип өмөт итә һәм иртән иртүк иҫерткес эсемлек ҡуллана. Ҡайһы бер кешеләрҙең хеҙмәт көнө рулдә һәм йомшаҡ ултырғыс өҫтөндә уҙа. Ултырып ҡына, тел һәм фекер ярҙамы менән генә эшләгәндәр юғары хеҙмәт хаҡы алһа ла, сәләмәтлеген аҡса түләп тә рәтләй алмаҫлыҡ хәлгә еткерә. Хәрәкәт – кешенең тәбиғи хәле. Тап унда – бәрәкәт. Һүҙемә ҡолаҡ һалыусы булһа, кеше көнөнә ҡалмағыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлап йәшәгеҙ, тип әйтер инем.
Һәр кемгә шәхсән кәңәш биреүе ҡыйын, әммә Ер йөҙөндә бар кешенең дә көн кисерешендә уртаҡ сифаттар бар.
Ғөмүмән, тормош бер төрлө ритмда үтә. Хайуандарҙың да шулай. Арып йоҡлайбыҙ, аҙаҡ донъя мәшәҡәттәре менән булабыҙ. Көндө үткәреүҙең дөйөм тәртибе бар: эш, ризыҡ табыу, белем алыу йә иһә һөнәргә өйрәнеү, үҙеңде тәрбиәләү, ғаилә мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу, ял минуттары. Көн һайын ҡабатланып торған ғәмәлдәрҙе лә дәрт һәм илһам менән биҙәп торорға мөмкин.
Йоҡонан уянғанда үҙеңде ҡояш менән бер үк ваҡытта яңынан тыуғандай хис итәһең. Баштан үткән ауырлыҡтар артта ҡалған. Кисә ҡорған планды төҙәткеләйбеҙ ҙә көндәлек мәшәҡәттәргә сумабыҙ.
Үҙен бәхетле тойоу өсөн кешегә күп тә кәрәкмәй. Башың, тәнең, аҡылың үҙең менән. Өҫтөң бөтөн, эш-шөғөлөң, ризығың, йәшәреңә урының бар.
Был донъяла бәхет-рәхәтлек эҙләп көн итеү яҡшыраҡмы, әллә табышлыраҡ, күңелгә ятҡан эш-шөғөл юллап йәшәүме? Еңел эш һәйбәтерәкме, әллә эштән кинәнес, ләззәт табыумы? Былар бер-береһенә бәйле, әммә етди айырмаһы ла бар. Меңгә яҡын кешене биш йыл дауамында күҙәтеү һөҙөмтәһендә маҡсат ҡуйып йәшәгәндәрҙең ғүмер оҙонлоғоноң үҙ яйына йәшәгәндәрҙекенә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк булыуы асыҡланған. Һәр кешенең үрләр үҙ бейеклеге бар. Кемгәлер ул – белем алыу, юғары вазифа йөкмәү, икенселәргә – бала тәрбиәләү, китап яҙыу, ағас үҫтереү, ҙур йорт һалыу һәм башҡалар. Өлкән йәштә лә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп йәшәп була. Абруйлы ил ағалары һәм инәләре ғаилә мәсьәләләрен яҡшы көйләй, йәмәғәт эштәрен һәйбәт башҡара. Күптән түгел Өфөлә «Белем» йәмғиәте конференцияһында оло ғына бер ағай менән һөйләшеп киттек. Ул, пенсияға сыҡҡас, үҙенә «Белем» йәмғиәтендә эш тапҡан. Халыҡҡа лекция уҡый, йәштәрҙе тәрбиәләй. Мин уға 70 йәш тирәһе барҙыр тип уйлаһам, тағы 19 йәшкә өлкәнерәк булып сыҡты.
Донъяға килгәнеңә үкенеп, илап-зарланып ултырып булмай. Үҙеңә һәм ғаиләңә ыңғай йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн даими эш алып барырға кәрәк. Беҙгә мәктәптә шәхси тормошто нисек көйләргә кәрәклеген өйрәтмәһәләр ҙә, донъя ҡорғанда белем һәм тәбиғи интеллект ярҙам итте. Бөгөн байтаҡ сит ил кешеһе тормошон яйға һалыу өсөн Рәсәйгә эш эҙләп килә. Тимәк, ҡайҙалыр йәшәү кимәле беҙҙәгенән насар. Эшләп йәшәгән кешенән өлгө алырға кәрәктер тип уйлайым. Ауылдан ҡалаға килеп, «ер тырнап» тырышҡан, ташландыҡ кирбестән ғәләмәт матур өй һалған бер ағайҙы беләм. Затон биҫтәһендәге күршем, шлактан бер үҙе блоктар яһап, йортон нығытты һәм улына ла матур өй һалып ҡуйҙы. Әлбиттә, бындай эшһөйәрҙәрҙең тормошо маҡсатлы һәм шуға күрә һөҙөмтәле.
Тормош нигеҙен һәр кем үҙе ҡора. Ауыр эштән генә түгел, яңы маҡсат ҡуя белмәгәндән дә сирләүселәр осрай. Киләсәгеңде күҙалламау, эшһеҙлек – еңел, ымһындырғыс рәхәтлектәр табыуға этәргес. Өйөн һалып бөтөп, эскесегә әйләнгән кешеләрҙе лә күргән бар.
Иртәнге гимнастиканың кеше сәләмәтлеге өсөн файҙаһын да билдәләге килә, тик йоҡоһо туймаған кешене иртүк йүгертергә мәжбүр итеү менән бик килешеп етмәйем. Ә бына торғас та гимнастика менән шөғөлләнеүҙең, һис шикһеҙ, файҙаһы бар. Тән яҙыла, хәрәкәттәр еңеләйә, йоҡо ҡаса. Сәләмәт булып ҡалыу өсөн кешегә йышыраҡ ҡыбырларға кәрәк. Беҙ күп урынға өлгөрөргә теләп, автомобиль, лифт ҡулланабыҙ. Был осраҡта тәнебеҙ йомшара, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәйә. Хәрәкәт кешегә һауалай мөһим. Шуның өсөн дә Бөйөк Британия королеваһы редисканы үҙе үҫтерә, йәшелсәһе менән ҡунаҡтарҙы һыйлай торғандыр. Тынғыһыҙ, физик һәм рухи эште эҙләп кенә торған кешеләр, ғөмүмән, үҙҙәрен бәхетле хис итә.
Сәләмәтлектән тыш, үҙеңә тағы ла нимә теләргә була? Муллыҡ, байлыҡ, бәрәкәтле тормош. Тәүгеһе бәхетле йәшәү өсөн бөтә нәмә лә бар тигәнде аңлата. Муллыҡ ул – мөхит, парадигма, уны коллектив тормош тәьмин итә. Байлыҡ – кәрәгенән дә артыҡ әйбергә хужа булыу. Ул кешене даими хәүеф аҫтында тота.
Иң мөһиме: тормошоғоҙ бәрәкәтле булһын – был сәләмәтлектең ныҡлығын, эшле булыуыңды, яҡшы йәшәрлек аҡсаның даими инеп тороуын аңлата. Булғандың ҡәҙерен белеп, уны бәрәкәтле ҡуллана белеү ҙә кәрәк.
Бәхет, сәләмәтлек төшөнсәләренә ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, барыһы ла хеҙмәткә һәм маҡсатлы йәшәүгә ҡайтып ҡала. Ни өсөн Ленинград блокадаһында бер кем дә невроздан яфаланмаған? Сөнки барлыҡ халыҡ еңеүгә генә маҡсат тотҡан һәм аслыҡтан үлмәҫ өсөн тырышып эшләгән. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: маҡсатһыҙ һәм хәрәкәтһеҙ йәшәгән туҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ әҙәмдәр ҡапыл ғына сиргә һабыша, ҡыҫҡараҡ ғүмер кисерә. Бәхетте ситтән эҙләмәй, йәшәгән урында ла табып була. Уны күрә белергә кәрәк.
Бер хеҙмәттәшемдән: «Иртән нисек кәйефеңде күтәрәһең»? – тип һораным. Ул, минең кеүек артыҡ фәлсәфәгә бирелмәйенсә, бик ябай яуап ҡайтарҙы. «Эшкә барыр алдынан кейенеп, көҙгө алдына баҫам да, «Эй, бигерәк матурһың, һәйбәт кеше лә инде һин», тип күңелде күтәрәм, шунан эшкә китәм», – ти. Ысынлап та, дөрөҫ бит, сөнки донъя һинең өсөн, һин булғанға ғына бар. Үҙеңде яратып, төрлө маҡсат ҡуйып йәшәүҙән яҡшыһы юҡтыр.

Марат ХӘЙҘӘРОВ,
Нәсимә ХӘЙҘӘРОВА,
табиптар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар

Өфөләрҙән аэропортҡа барыуҙы алдан планлаштырыуҙарын һорайҙар 26.05.2026 // Йәмғиәт

Был Өфө – Ырымбур трассаһында күперҙе ремонтлауға бәйле....

Тотош уҡырға 3

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә

Республикала 1 июндә ғаиләләр өсөн яңы түләү индерелә 26.05.2026 // Йәмғиәт

Уны ике һәм унан күберәк балаһы булған, 2025 йылда физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала 26.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Нефтекаманы башҡа муниципалитеттарға өлгө итеп ҡуйҙы
Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла

Башҡортостанда бер көнгә алкоголь һатыу тыйыла 25.05.2026 // Йәмғиәт

Был мәктәптәрҙә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыуға бәйле....

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды 25.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Каспий буйындағы курорт ҡалаһына тура авиарейстар асылды...

Тотош уҡырға 2

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында республикала эҫе була 25.05.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар йәйгесә эҫе булыуын вәғәҙәләй: +24° алып +30° тиклем....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте 22.05.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте...

Тотош уҡырға 3

Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә