Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡойолоуы хафаға һалһа...
Төрлө шарттарҙа сәс әҙ-әҙләп ҡойолоуға дусар. Әгәр ҙә был тәбиғи процесс йә иһә бигүк етди булмаған зарарлы тәьҫирҙең һөҙөмтәһе икән, ваҡытында иғтибар биреп, сәбәптәрен асыҡлап, етешһеҙлекте бөтөрөргә мөмкин. Ә инде сәстең ҡойолоуы саманан тыш булғанда тикшеренеү өсөн трихологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Медицинала сәс күпләп ҡойолоуҙы һәм уның эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән пеләшләнеү күренешен алопеция тип йөрөтәләр. Ул бер нисә төргә бүленә.

Беренсеһенең (оялы алопеция) билдәләре:
l баштың билдәле бер өлөшөндә сәстең күпләп ҡойолоуы, йәғни “оялы” сәс ҡойолоу;
l был “оя” тирәләй сәс структураһының үҙгәреүе. Ғәҙәттә ошо өлөштәге сәстәр күҙгә күренеп нәҙегәйә һәм һыныусанға әйләнә.

Таралыуына ҡарап, ауырыуҙың бер нисә дәрәжәһен айыралар:
I дәрәжә – баштың бер өлөшөндә түңәрәк (овал) формала барлыҡҡа килгән пеләшләнеү;
II дәрәжә – бер нисә “оя” бергә ҡушылып, баштың өлөшләтә пеләшләнеүе;
III дәрәжә – баштағы сәстең тулыһынса ҡойолоуы.

Икенсе төр алопецияның (симптоматик) билдәләре:
l сәстең баштың бөтә өлөштәрендә лә тигеҙ ҡойолоуы;
l күҙгә күренеп һирәгәйеүе һәм ҡалған сәстәрҙең нәҙегәйеүе.

Бөгөн урта һәм оло быуын кешеләрендә йыш осраған был ауырыуҙың сәбәптәре төрлөсә. Иң тәүгеләре – ул гормональ өҙлөгөү, авитаминоз, организмда аҡһымдың етерлек кимәлдә булмауы. Ошо шарттарҙа сәс фолликулаларының тестостерон һәм май биҙҙәре эшләп сығарған матдәнең үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дигидротестостеронға ҡарата һиҙгерлеге арта. Сәс фолликулаларына үтеп инеп, дигидротестерон уның нормаль үҫешен тотҡарлай, ҡан йөрөшө эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәпле сәстәр хәлһеҙләнә һәм ҡойола башлай.

Өсөнсө төр алопецияның (андрогенетик) билдәләре:
l сәстәрҙең нәҙегәйеүе, ир-егеттә – баштың түбәһендә, ҡатын-ҡыҙҙа сәстең ярылып ятышы һыҙығы буйында ҡойолоуы. Элек был төр ауырыу көслө затҡа ғына хас тип билдәләнһә, хәҙер иһә бәғзе ҡатын-ҡыҙҙа ла осрауы асыҡланған.

Сәстең күпләп ҡойолоу осрағында нимә эшләргә?
1. Табипҡа мөрәжәғәт итеү.
2. Ул билдәләгән анализдарҙы биреү (ҡанға дөйөм анализ, ҡан биохимияһы, йәшерен инфекцияларға анализ, трихограмма (сәстәргә спектраль анализ) һ.б. булыуы мөмкин).
3. Табиптың һеҙҙе теге йәки был ауырыуҙың билдәләрен асыҡларға ярҙам итеү өсөн эндокринологка, терапевҡа, дерматологка ебәреүе ихтимал. Ауырыу раҫланған йәки раҫланмаған осраҡта өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелә.
4. Йәшәү рәүешен, туҡланыу режимын үҙгәртергә мөмкин.

Табип үҙ сиратында төрлө дауалау сараларын билдәләйәсәк:
l капсулалы минераль-витамин ҡушымталары;
l төрлө дарыу препараттары;
l баштағы ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн төрлө ҡулланмалар;
l баш тиреһенә массаж яһау;
l халыҡ медицинаһы дауаһы.

Сәстең дөйөм торошон ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн дөрөҫ көн режимы (йоҡо туйыу, саф һауала йөрөү), насар ғәҙәттәрҙән арыныу (эсеү, тартыу), баш өшөүенән һәм, киреһенсә, эҫенән һаҡланыу (миҙгеленә ҡарап башлыҡ һайлау), сәстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, нервы ҡуҙғыуынан һаҡланыу, дөрөҫ диета тотоу, туҡлыҡлы аҙыҡтар һәм өҫтәмә витаминдар ҡулланыу ҙа сәстәрҙең үҫеш эшмәкәрлеген яйға һалыуға, ауырыуҙың тәү эҙемтәләрен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә