Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Программаның маҡсаты ниҙә?
Башҡортостан дәүләт медицина университетында пациенттарҙа инсульт менән инфарктты алдан иҫкәрткән программа эшләнә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренең аҙып китеүен йылдам һәм аныҡ диагностикалауға ярҙам итәсәк, ауырыуҙарға үҙҙәренең хәлен күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. БДМУ аспиранткаһы Айһылыу Хәмитова ошо турала мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

– Йөрәктең ишемия сире киҫкен коронар синдромға, шул иҫәптән миокард инфарктына килтереүе ихтимал. Программаны эшләгәндә тап ошондай пациенттарҙы күҙ уңында тоттоҡ, уларҙы дауалауҙа дөрөҫ алымдарҙы билдәләү бурысын ҡуйҙыҡ, сөнки инфаркттың ҡабатланыу, йөрәк ритмының боҙолоу хәүефе ярайһы уҡ ҙур, – тине Айһылыу Хәмитова.

Әле табиптар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен һәр пациент өсөн ҡулдан айырым иҫәпләп сығара. Бының өсөн махсус шкалалар файҙа­ланыла. Автор әйтеүенсә, уларҙа етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ, шуға күрә әлеге программа тәьминәтенең ниге­ҙенә өр-яңы шкала һалынған. Ул сит илдәрҙә һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған перспективалы биомаркерҙарҙы (ST2, BNP һәм Pentraxin-3) иҫәпкә ала.

– Беҙҙең шкала ла, программа ла замансараҡ. Программа тәьминәте па­циент буйынса мәғлүмәтте айырым индереүҙе лә, иҫәп-хисапты ла талап итмәй, бөтә эш автоматлаштырылған. Һөҙөмтәлә табип ваҡытын сарыфла­маясаҡ, диагностика ла теүәл үткә­реләсәк. Өҫтәүенә бындай программаны пациент үҙенең компьютерына ҡуйып, сиренең динамикаһын үҙаллы күҙәтә аласаҡ, – тине әңгәмәсебеҙ.

Программа төҙөү – сығым талап иткән ҡатмарлы эш. Айһылыу әйтеүенсә, проект буйынса эштә уға тотош команда ярҙам иткән. Улар иҫәбендә Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәре лә, Өфө дәүләт авиация техник университеты программасылары ла бар. Аҡсаны иһә Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды бүлгән.

Айһылыу Хәмитованың проекты быйыл УМНИК-НТИ конкурсының еңеүселәре иҫәбенә ингән һәм 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был аҡса биомаркерҙар кимәле менән киҫкен коронар синдром үткәргән пациенттарҙың хәленең насарайыуы араһындағы бәйләнеште артабан тикшереүгә, яңы шкаланың һөҙөмтә­лелеген күҙәтеүгә тотоноласаҡ.

Әҙер программа тәьминәтен кардиоүҙәктәр, поликлиникалар һәм кардиология бүлексәһе булған дауалау-профилактика учреждениелары эшенә индереү күҙаллана.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 3

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә