Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Медицина табибы — кешене, ә ветеринар кешелекте дауалай”
Батша заманында Өфө губернаһында малсылыҡ бик һүлпән үҫә. Хужалығы бар башҡорттарҙың 20 проценты бер ниндәй ҙә мал тотмай, 30 проценты — атһыҙ, 42 проценты һыйырһыҙ көн күрә.

Был осорҙа киң таралған ауырыуҙар ҙа крәҫтиән хужалыҡтарына ҙур зыян килтерә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, шулай уҡ Өфө губернаһында һыйыр малдары тағун сиренән ҡырыла. Был ауырыу малсылыҡ үҫешенә ныҡ аяҡ сала.
1887 йылдың 4 ноябрендә ошо сирҙәргә ҡаршы көрәшеү маҡсатында Өфө губернаһының 21-се ғәҙәттән тыш Земство йыйылышы яңы ветеринария ойошмаһын төҙөү тураһында ҡарар сығара. Һөҙөмтәлә 14 ветеринария-врач участкаһы асыла. Стәрлетамаҡ өйәҙендә һәм Бәләбәйҙә — 3, Златоуста (хәҙер Силәбе өлкә­һе), Миңзәләлә (әле Татарстанға ҡарай), Бөрөлә, Өфө өйәҙендә икешәр бүлексә эшләй. Губерна идараһы ҡарамағындағы ветеринария участкалары эшенә етәкселек итеүсе үҙәк асыла.
Башҡортостандағы крәҫтиән һәм помещик хужалыҡтарына төрлө ауырыуҙар, бигерәк тә кеше һәм хайуан өсөн дөйөм йоғошло сирҙәр ҙур иҡтисади зыян килтереүен дауам итә. Мәҫәлән, түләмә (себер язваһы), туберкулез, бруцеллез, ҡотороу һәм башҡа йоғошло сирҙәр тарала. Шуға күрә ветеринария участкалары йылдан-йыл арттырыла.
1902 йылда губерна идараһы ҡарамағында ветеринар-бактериология лабораторияһы асыла, әммә дүрт йылдан кире ябыла. Тик 1911 йылда ғына земствоның медицина бактериология институты ҡарамағында ҡайтанан асыла. Ә 1933 йылда малдың төбәк патологияһын тәрәнерәк өйрәнеү өсөн Хөкүмәт ҡарары менән Өфө ҡалаһында Цюрупа исемендәге Башҡорт­остан ветеринария-тәжрибә ғилми-тикшеренеү станцияһы ойошторола.
Республика ауыл хужалығы тармағының квалификациялы кадрҙарға мохтажлыҡ кисереүенә бәйле 1930 йылдың июлендә Башҡортостан ауыл хужалығы институты ойошторола, 1934 йылда унда ветеринария факультеты асыла. Ошо йүнәлештәге техникумдар, һөнәри-техник училищелар күпкә арттырыла.
1968 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә СССР Министрҙар Советы тарафынан раҫланған яңы ветеринария уставы индерелә. Унда мал аҫрауҙың ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен үтәү буйынса колхоз-совхоздарҙың, предприя­тиеларҙың һәм шәхси хужалыҡтарҙың бурыстары аныҡ билдәләнә. Бөтә йорт хайуандарына, ҡош-ҡортҡа, ҡиммәтле тиреле һәм зоопарктағы йәнлектәргә, балыҡтарға, бал ҡорттарына күҙәтеү урынлаштырыла.
Дәүләт ветеринария хеҙмәте ҡарарҙарын үтәүгә контроль көсәйтелә. Уның урындарҙағы вәкилдәренең талаптары элеккесә бөтә ойошмалар һәм предприятиелар, шулай уҡ айырым граждандар өсөн мәжбүри булып тора. Яңы ветеринария уставын индереүҙең маҡсаты күҙәтеүҙе яҡшыртыуға, малсылыҡтың дөйөм культураһын, малдың продуктлылығын күтәреүгә, малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелә.
Әле Башҡортостанда мал ауырыуҙарын иҫкәртеүҙе һәм уларға ҡаршы көрәште ойоштороусы 54 район ветеринария станцияһы, 72 участка ветеринария дауаханаһы, 120 вет­участка, 129 ветпункт, 17 ҡала ветеринария станцияһы уңышлы эшләй. Был учрежде­ниеларҙа 3700-ҙән ашыу ветеринар врач һәм фельдшер эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Барыһы ла квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән.
Башҡортостан дәүләт аграр университеты Рәсәйҙә ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүсе алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнә. Уның туғыҙ факультетында 57 кафедра эшләй. Уҡыу йортонда 110 профессор һәм фән докторы, 350 доцент, фән кандидаты белем бирә.
Белгестәр, эшендәге проблемаларҙың иҡтисадта, һаулыҡ һаҡлауҙа ҙур етешһеҙ­лектәргә килтереүен хәтерҙә тотоп, халыҡ араһында ветеринария ғилемен пропаган­далауға, иҫкәртеү саралары ойоштороуға, республика биләмәһен йоғошло ауырыу сыға­наҡтарынан һаҡлауға ҙур иғтибар бирә.
1935 йылда Хәйбулланың мин йәшәгән Һамар ауылында күп һөнәргә әҙерләү мәктәбе асыла. 1949 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән Аҡъяр ветеринария станцияһы райондың үҙаллы ойошмаһына әүерелә. Мөдире А.И. Усенко була. 1964 йылдан ойошмаға М. Вәлиев, Р. Байморатов, Ҡ. Мәҡсүтов, А. Ниғәмәтов, Р. Әх­мәҙуллин, Ҡ. Хәсәновтар етәкселек итә.
Бөгөн райондың бөтә төр үҙаллы хужалыҡ­тарына бер ветеринария станцияһы, ветеринария-санитария экспертиза лабораторияһы, ике ветеринария дауалау участкаһы, ете ветеринария участкаһы һәм өс ветеринария пункты хеҙмәт итә. Уларҙа 47 кеше эшләй, етәксеһе — Ишмырҙа Баймырҙин.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521