Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәмәкене ташлау — ысын ирҙәр ихтыяры
Тәмәкене ташлау — ысын ирҙәр ихтыярыТәмәке һатыу, тартыу буйынса ниндәй генә закондар ҡабул ителмәһен, төтөн һурыусылар һаны, статистика мәғлүмәттәре раҫлауынса, бер ҙә кәмемәй. Киреһенсә, артҡандан-арта. Шаярып ҡына ауыҙына бер тапҡыр тәмәке ҡабып ҡарап, аҙаҡ уға күнегеп киткәндәр ошо алама ғәҙәттәренән арына алмай йонсой. Һаулыҡтары ҡаҡшауын тойоп, унан ҡотолорға тырышып ҡараусылар төрлө әмәл эҙләп ҡарай, әммә... Ошондай көсһөҙ ихтыярлылар өсөн бер танышымдың — Динар Мәжитовтың — тәмәке ҡоллоғонан ҡотолоу тәжрибәһе менән уртаҡлашмаҡсымын. Был турала — уның үҙ ауыҙынан.
Йәш саҡтарҙағы бер блокнотым ҡулыма килеп эләккәйне, биттәрен асып-асып, ҡараштырып сыҡтым. Шул саҡ эре, матур баҫма хәрефтәр менән теркәп ҡуйылған “Тәмәке — тоғро дуҫым һәм дошманым” тигән яҙмам күҙгә ташланғайны, бер аҙ уйға ҡалдым. Был һүҙҙәр бит юҡҡа яҙылмаған, уның бер хикмәте бар. Ысынлап та, оҙаҡ ҡына йылдар тәмәке тартып, бер көн килеп ташлап, инде һигеҙ йыл тартмаған кеше булараҡ, ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып китәйем. Эйе, тәмәке, бер яҡтан, тоғро дуҫ. Ни өсөнмө? Сөнки, тәмәке тартҡан ваҡытта уйланаһың, нервыларың ҡуҙғығанда — тынысланаһың, оҙон юлды ҡыҫҡартырға ярҙам итә, әшнәләрең менән әңгәмә ҡороу, фекер уртаҡлашыу форсатын бирә, ә, бәлки, тәмәке ир-егеттәрҙе ауыр саҡтарҙа ла, шатлыҡлы минуттарҙа ла берләштерәлер. Ғөмүмән, тәмәке тартыу һаулыҡҡа зыян килтерһә лә, ир-егет шөғөлө тип иҫәпләйем, сөнки уларҙан, ауыр, ҡаты эштәр башҡарыусы булараҡ, әскелтем-ҡаты еҫ килергә тейештер. Ә төҫкә-башҡа күркәм, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙың тәмәке борлатҡанын күреү генә түгел, ә күҙ алдына килтереүе лә ытырғаныс. Һөйләшкән саҡта тыны танауыңа килеп бәрелгәндә, ҡоҫҡо килгән саҡтар булғыланы, фу-у-у. Ундай ҡатын-ҡыҙҙа ниндәй наҙлылыҡ та, ниндәй йәм булһын?! Беҙ атай-әсәй ҡулында күмәк бала, шул иҫәптән өс малай үҫтек. Атайҙан ныҡ шөрләй торғайныҡ. Шунлыҡтан малай саҡта тәмәке ҡабып ҡарау түгел, ул турала уйларға ла ҡурҡа инек. Шулай, IX класҡа мине Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа урынлаштырҙылар. Бергә йәшәгән малайҙар йәшереп кенә тәмәке көйрәтә. Мин кемдән кәм? Өҫтәүенә танауға еҫ керә башлаған — ҡыҙҙарға үҙеңдең егетлегеңде күрһәтергә кәрәк тә инде. Яйлап-яйлап өйрәндем бит тәмәке һурырға. Әлбиттә, уҡытыусылар, тәрбиәселәр белмәй — мин яҡшы иҫәптә йөрөйөм. Каникулға ҡайтҡанда атай-әсәйгә лә һиҙҙермәйем.
Тәмәкене ташлау — ысын ирҙәр ихтыярыМәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Унда инде тәмәкенән һис өҙөлөү юҡ. Бер каникулымда әсәйем минән тәмәке еҫен шәйләнеме икән — атайыма әйткән. Атайым, мине эргәһенә ултыртып, ҡәтғилеген күрһәтмәҫкә тырышып: “Тартаһыңмы?” — тип туранан-тура һораны. “Юҡ”, — тигән булдым, күҙҙәремде йәшереп. “Тартаһың, беләм. Әйҙә, ултыр, тарт!” — тип мине янып ятҡан мейес алдына саҡырҙы. Атайҙан шөрләү тигән нәмә һаман үҙенекен итә — тәмәкегә тотона алмай аҙапландым. Уның үҙен тыныс тотоуын күргәс, бер аҙ тынысланып, тәмәкемде ҡабыҙып, ҡыйыуһыҙ ғына көйрәтә башланым. “Йыш тартаһыңмы?” — атайымдың был һорауы тертләтеп ебәрҙе. “Юҡ”, — тигән булдым. Электән алдашыуҙы яратмаған атайым: “Алдашма! Күрәм, йыш тартаһың. Тик был шөғөлөңдөң ахыры тураһында уйлағаның бармы?” — тип һораны. Уны мин бик яҡшы беләм: тауышында ҡәтғилек тә, хәстәрләү, ҡайғыртыу ноталары ла яңғырап китте. Ифрат ҡыйын да, оят та ине шул саҡ. “Атай, һинең алда һүҙ бирәм: ташлайым был ғәҙәтте!” — тинем дә ҡабыҙған тәмәкемде утҡа ырғыттым. “Унан ҡотолоуы еңел түгел”, — тип ҡуйҙы тиҫтә йыл элек үҙе был алама ҡылығынан саҡ ҡотолған атайым.
Ошо хәлдән һуң, валлаһи, өс тапҡыр ташлап, өс тапҡыр тарта башлағанмындыр хәйерһеҙеңде. Урамдан үтеп барғанда киосктарға күҙ һалмаҫҡа тырышаһың. Юғиһә һине ымһындырып, үҙенә саҡырып торған ниндәй генә тәмәке ҡаптары ҡуйылмай уларҙа. Ярар, уларын артыҡ көс һалмайынса ғына үтеп киттем дә, ти. Студенттарҙың дөйөм ятағына килеп тә етмәйһең, тышта тәмәке көйрәткән иптәштәреңде күреп, күңел ҡотора башлай. Төкөрөгөңдө йота-йота, улар янынан ҡасып тигәндәй үтеп китәһең. Егеттәр иһә, саҡ тыйылып ҡалғанымды күреп, оторо ҡоторта: “Мәжит, мә, тәмәке һурып ебәр. Шул тиклем рәхәт булып китер үҙеңә”, — тип үртәйҙәр. Бер баш тартаһың бындай ымһындырғыс тәҡдимдән, икенсегә, өсөнсөгә. Әммә дүртенсе тапҡырға тәмәке һурыу инстинкты көслөрәк булып сыға: ҡулдарынан йолҡоп тигәндәй алып, йотлоғоп-йотлоғоп һура башлайһың. Шул саҡта рәхәтлеге-е-е... Тәмәке хәс тә ысын ҡотҡарыусыңа әйләнә. Һыуһағанда ла ул тиклем сарсамайһыңдыр ул, моғайын. Һинән дә, иң мөһиме, ихтыярыңдан да көслөрәк шул хәйерһеҙең.
Сираттағы тәмәке ташлауымдың береһендә, уның менән хушлашып, ғәфү үтенеп, хатта ергә күмеп тә ҡуйҙым. Йәнәһе, һин миңә бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаясаҡһың... Тик... Алама ғәҙәтем менән хушлашырға миңә мөхәббәтем ярҙам итте. Үлеп ғашиҡ булдым бер һылыуға. Танышлығыбыҙ тәүҙә дуҫлыҡҡа, аҙаҡ ысын мөхәббәткә әйләнде. Миңә кейәүгә сығыуын һорағас, алдыма шундай һынау килеп баҫты ла инде: “Йә — мин, йә — тәмәкең”, — тигән шарт ҡуйҙы буласаҡ кәләшем. Һүҙ бирҙем тәмәкене ташларға. Хатта нисә көндән һуң икәнен атап әйтеп вәғәҙәләнем һәм һүҙемдә торҙом — билдәләгән 18 августа ташланым! Әлбиттә, еңел булманы. Ауыҙ күпереп йөрөгән саҡтарҙы хәтерләһәң, әле лә, һигеҙ йыл үткәс тә, ҡыйын булып китә — йотҡолоҡ үҙенән-үҙе эшләй башлай. Тик мөхәббәтем, унан ҡала ихтыярым, унан ҡала ир һүҙе барыбер көслөрәк булып сыҡты.
Эйе, тәмәке, араҡы тигән әшәкеләр ҡайһы саҡта кешенән өҫтөнлөк алып, уның ихтыяр көсөн һындыра, алама ғәҙәткә әйләнеп, ахыры килеп, сәләмәтлекте лә һындырып ҡуя. Үҙемдең таныштар араһынан ғына ла күпме ир-азамат ошо ҡәһәрең тәмәке арҡаһында ауырыуға һабышты. Ул ғына ла түгел, бер нисәүһе яҡты донъя менән хушлашты: табиптар ҡуйған “үпкә яман шеше” диагнозы раҫланды. Уларға ҡарап, үҙемдең яман тәмәке сиренән ҡотола алыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Хәҙер үҙемдең дә улым, ҡыҙым үҫеп килә. Уларға ҡарап, атайым иҫкә төшә: үҙем тартһам, балаларыма ниндәй үрнәк булыр инем?
Һүҙ юҡ, тәмәке тартыуҙы ташлау еңелдән түгел. Әммә үҙемдән беләм: ирмен тигән ир ташларға йөрьәт иткән икән, бер нәмә лә ҡамасаулай алмай.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519