Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Теймә, “беш” булаһың!”
“Теймә, “беш” булаһың!” Был хәл бер нисә йыл элек булғайны. Ул мине шул тиклем тетрәндерҙе, хатта аҙаҡ уның геройы адресын табып, хат яҙып ебәрҙем.
Ҡыҫҡаһы, бер ҡатын һәм уның дүрт йәшлек улы менән республика балалар дауаханаһында яттыҡ. Беҙ тикшереү үтәбеҙ, ә бәләкәс Данияр бында ай һайын икешәр аҙна дауалана икән. Әсәһе Лилиә һөйләүенсә, ололар күрмәгәндә малай ванна бүлмәһенә ингән дә сағыу һауыттағы ниндәйҙер кафель таҙартыу сараһын эскән. Барлыҡ эске ағзалары зыян күргән, етди химик бешеү алған сабыйҙы саҡ ҡотҡарып ҡалғандар, әммә дауаланыу шул тиклем оҙаҡ һәм ауыр икәнлеген, йылдан ашыу ошо дауахана юлын тапауҙарын, һынауҙы күтәрә алмай иренең өйҙән сығып китеүен Лилиә бик әсенеп һөйләгәйне. Дауахана хеҙмәткәрҙәре уларҙы белеп бөткән, ҡатын улар менән бик яҡшы мөғәмәләлә ине.
Шулай итеп, Даниярҙың сираттағы дауалау курсы тамамланды, Лилиәгә хатта бер көн алдан ҡайтып китергә рөхсәт иттеләр. Тик ул, Өфөлә ниндәйҙер эше булыуға һылтанып, иртәгәгә тиклем ҡалырға ниәтләне. Кис, ғәҙәттәгесә, банкаға ҡайнатҡыс тығып, Лилиә сәй ҡуйҙы (ул заманда уңайлы электр сәйнүктәре һирәк ине). Һыуы ҡайнаған банканы тумбочкаға күсереп ултыртыуы булды, Данияр нимәлер алам тип үрелеп, ҡайнар һыуҙы өҫтөнә түкте. Сабыйҙың асырғанып ҡысҡырғаны, Лилиәнең йөрәкте өҙгөс тауышы һаман онотолмай...
Тиҙ арала табип саҡырҙылар. Малайҙың аяҡтары ҡурҡыныс булып күпсеп сыҡты, тиреһе ҡуптарыла башланы. Тейҙермәй, илай... Ҡыҫҡаһы, химик бешеүҙән саҡ йүнәлеп килгән ерҙән Даниярға тағы бер һынау өҫтәлде. Лилиәнең: “Табиптар бөгөн үк ҡайт тигәс, ни өсөн тиҙ генә йыйынып сығып китмәнем, ниңә бында ҡалдым икән?” – тип әсенеп илағаны хәтерҙә.
Ул ваҡытта кеҫә телефондары, социаль селтәрҙәр юҡ ине – аҙаҡ Лилиәнең адресына хат яҙып ебәрҙем. Ҡатын Даниярҙың яйлап һауыға башлауын, әммә был һынауҙарҙы бик ауыр кисереүен, холҡо боҙолоуын теҙеп яҙып ебәрҙе. Нисек кенә булмаһын, сабыйҙың иҫән-һау булыуы – иң мөһиме; иң ҡараңғы төндән һуң да ҡояшлы көн тыуа; сабырлыҡтың төбө һары алтын тигәнерәк мәғәнәлә яуап ебәргәнем иҫтә.
Эйе, статистика һандары аяуһыҙ: тән бешеүгә бәйле йәрәхәттәрҙе йышыраҡ биш йәшкә тиклемге балалар ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осраҡтарҙың 93 проценты өйҙә була. Ғөмүмән, был йәш категорияһына ҡараған бәләкәстәрҙең тиреһе йоҡа һәм нескә, шуға күрә улар оло кешегә зыян килтермәгән температурала ла бешеүе ихтимал.
Балаларҙың артыҡ ҡыҙыҡһыныусан булыуы барыбыҙға ла билдәле. Унан һуң бәләкәстәр ололарҙың ҡылығын ҡабатларға ярата. Мәҫәлән, һеҙ өҫтәлдән сәй ҡойолған сынаяҡты алаһығыҙ икән, тимәк, бала ла шуны уҡ эшләй һәм... эҫе эсемлеккә бешә.
Бер йәшкә тиклемге балаларҙың шартлы-рефлектор бәйләнештәре үҫешә, улар шыуышып йөрөй, һәр осратҡан әйберҙе тотоп, ашап, ялап ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бешеү сығанаҡтары ла арта тигән һүҙ.
Үрҙә әйткәнебеҙсә, бәләкәстәрҙең тиреһе бик нескә. Бала ҡулын эҫе һыу аҡҡан кран аҫтына ҡуйып та, йылытҡыс электр ҡоролмаһын тотоп та, кухняла пар йәки ҡайнар һыуға тейеп тә ҡот осҡос йәрәхәтләнеүе ихтимал. Ә ҡайһы саҡта әсәһе эргәлә булып та, бәләгә тарый: шәптекәйҙәргә табанан ҡайнар май сәсрәүе, эҫе плитәгә тотоноп та бешеүҙәре бар.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ошондай ҡурҡыныс хәлдәргә тарымаҫ өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итмәксебеҙ. Шулай итеп, балаларҙа бешеүгә бәйле йәрәхәттәр булдырмау өсөн:
1. Бешеү ихтималлығы булған урында бәләкәстәрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ. Был исемлеккә аш әҙерләү, йыуыныу, бойлер, яғыу ҡаҙанлығы бүлмәләре инә.
2. Кәстрүлдәрҙе һәм табаларҙы төпкө конфоркаларға ҡуйырға тырышығыҙ йәки һаптарын плитә ситенән бороғоҙ – үрелеп алырлыҡ булмаһын.
3. Эҫе эсемлектәр (сәй, ҡәһүә, аш) бала үрелерлек ерҙә тормаһын.
4. Ауыҙ эсе бешмәһен тиһәгеҙ, аҙыҡты балаға ҡаптырыр алдынан һыуынғанлығын тикшереп ҡарағыҙ.
5. Ашарға бешергәндә баланы ҡулда йөрөтмәгеҙ.
6. Электр сәйнүгендә һыуҙы күпме кәрәк, шул миҡдарҙа ғына ҡайнатығыҙ. Сәйнүктең кабелен иһә махсус ҡап эсенә алып ҡуйыу яйлыраҡ. Ғөмүмән, өйҙәге барлыҡ кабелдәрҙе йыйып ҡуйһағыҙ, хәүефһеҙерәк.
7. Крандарға эҫе һыу температураһын сикләү ҡоролмаһын ҡуйығыҙ. Был — бөгөнгө сантехник мөмкинлектәрҙең береһе.
8. Эҫе ашты йәки эсемлектәрҙе бала булған урында күсереп йөрөтмәгеҙ.
9. Асыҡ спиралле йылытҡыстарҙан баш тартығыҙ.
10. Яланға ял итергә сыҡһағыҙ, баланы мангалға яҡынлатмағыҙ, арыраҡ уйнаһын.
11. Эшләмәгән электр розеткаларын, электр ҡорамалдарын ремонтлай һалығыҙ. Ғөмүмән, эшләмәгән приборҙар менән ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
12. Баланы, уларҙың ни тиклем хәүефле икәнлеген аңлай башлағансы, шырпы йәки тоҡандырғыс менән эшләргә өйрәтмәгеҙ. Уларҙы бәләкәстәр күрмәгән урында һаҡлағыҙ.
13. Бәләкәстәр булған өйгә химик бешеү яһарлыҡ хәүефле шыйыҡсаларҙы алып ҡайтмағыҙ. Көнкүреш химияһын махсус ҡапта, тағы ла яҡшыраҡ – бикләп тотоғоҙ.
14. Балаларға петарда, фейерверк, бенгал уттары кеүек әйберҙәр менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ.
15. Эҫе көндәрҙә, ҡояш нурҙарында бешмәҫ өсөн балаға еңел, еңле әйбер кейҙерегеҙ, баш кейеме лә мотлаҡ. Унан һуң көн уртаһын – иң ҡыҙыу ваҡытты ышыҡта, бина эсендә үткәреү хәүефһеҙ. Һыу инергә барғанда, баланың тәненә ҡояш нурҙарына ҡаршы махсус кремдар һөртөгөҙ.

Бала бешкән саҡта
тәүге ярҙам


Әгәр ҙә бала тән йәрәхәте алһа, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Табиптар килгәнсе, түбәндәге ғәмәлдәрҙе үтәү мөһим:
- бешкән урынды һалҡын һыуға ҡуйып һыуытығыҙ;
- йәрәхәтте бинт йәки стерилләнгән туҡыма киҫәге менән сылатығыҙ;
- балаға һыу эсерегеҙ;
- бик ныҡ һыҙлана икән, ауыртыуҙы баҫа торған дарыу бирегеҙ.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бала бәләгә тарымаһын өсөн иң тәүҙә йортоғоҙҙа хәүефһеҙ шарттар булдырырға кәрәк! Йорт аптечкаһына бешеүгә ҡаршы махсус препараттар һалып ҡуйырға ла онотмағыҙ. Баланың ғүмере һәм һаулығы – һеҙҙең ҡулда!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523