Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош карабынан ситкә осҡан саҡта...
Тормош карабынан ситкә осҡан саҡта... Күҙ алдына донъя ҙур бер диңгеҙ булып баҫа. Кеше лә тыуыу менән ғүмер карабында оло йөҙөүгә сыға. Унда ла шулай уҡ тулҡындар ҡаптырмаға бәрелгәндә аяҡта ныҡ баҫып торорға кәрәк. Хәйер, быға башҡа берәү түгел, диңгеҙ үҙе өйрәтә. Тик һил генә ятҡан даръяла шторм да ҡубыусан. Ә борт аша ситкә осмаҫ өсөн диңгеҙҙең “ҡарт бүреләре” биргән кәңәштәр ярҙамға килер. Тик ишетәбеҙме беҙ уларҙы, ярҙам йәки кәңәш һорап мөрәжәғәт итәбеҙме, әллә ғүмер карабында үҙебеҙҙе яңғыҙбыҙ тип уйлайбыҙмы? Һуң күҙ алдында ғына бит күпме кеше борттан бортҡа бәргеләнеп, мәңгелеккә убылды...
Республика психотерапия клиник үҙәгенең штаттан тыш төп белгесе, психология фәндәре кандидаты Ирина Хох менән ошо мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Психотерапевт һәм психологтар­ҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Психолог психик йәһәттән сәләмәт кешеләр менән эшләй, әммә улар тормош шарттарына яраҡлаша алмаған осраҡта ярҙам итә. Психотерапевт иһә депрессия, йоҡоһоҙлоҡ һәм аш һеңдереүҙең боҙо­лоуына бәйле проблемаларҙы хәл итә. Айырма шунда: психотерапевт үҙ эшендә табип кеүек үк дарыуҙар ҡуллана ала. Йәғни бәғзе берәүгә һөйләшеү психоте­рапияһы тәьҫир итмәгән ауыр осраҡта йәки кешенең үҙ көсө етмәһә, психикаһына ярҙам талап ителһә, ниндәйҙер препараттар яҙып бирә. Әйтәйек, берәүҙәргә ҡайһы саҡ тын юлы техникаһы, мускулдар релаксацияһы йәки башҡа төрлө алымдар һис йоғонто яһамай, сөнки хәлдәре шундай киҫкенләшеп, уның бар булмышын ялмаған була. Бында инде кеше иң әүәл кәрәкле дарыуҙарҙы ҡабул итә, билдәле бер кимәлдә генә психотерапевтик алымдар ярҙамға ҡушыла. Шулай итеп, беҙ фекер­ләүҙе үҙгәртеүгә шарттар булдырабыҙ. Ни генә тиһәң дә, ҡурҡҡан һәм ҡурҡмаған кешеләр төрлөсә уйлай.
– Тимәк, беҙ психологка барырға һуң, ә психиатрға әле иртәрәк тип әйтә алабыҙмы?
– Эйе. Эшмәкәрлектәрен ҡараһаҡ, психотерапевт менән психологтың пациенттары – ниндәйҙер кимәлдә һау кешеләр. Әгәр инде психиатрия тураһында һүҙ ҡуҙғатһаҡ, тимәк, психиканың боҙолоуы теркәлгән, йәғни психик һаулығы ҡаҡшаған тип әйтәбеҙ. Әммә беҙ әлеге мәлдә кеше йырып үтә алмаған ниндәйҙер бер тормош шарттары тураһында һөйләйбеҙ. Бәлки, уға ҡыйын ваҡытта ярҙам һәм терәк булған яҡындары, тәжрибәһе, белеме, мөмкин­лектәре етмәгәндер? Беҙ иһә белгес була­раҡ ошо ресурстарҙы бирәбеҙ ҙә инде.
Әйтәйек, яҡынын юғалтыу ҡайғыһынан кешелә галлюцинациялар башланыуы бар, йәғни был осраҡта ул әруахтың тауышын ишетә, урамдағы кешеләрҙә уның йөҙөн күрә. Бер яҡтан, психиканың боҙолоу билдәһе кеүек тойола. Әммә ҡайғырғанда һәм ниндәйҙер шарттарға бәйле булғанда, был – кисерештең сағыштырмаса нормаль күренеше. Шуға ла ҡайғы ҡатмарланмаһа һәм киҫкен психоз булараҡ сағылмаһа, беҙ уны психотерапия өлкәһенә индерәбеҙ.
– Әле ауыр яра килтергән ҡайғы тураһында һөйләйбеҙме?
– Бының психик травма булыуы ла, булмауы ла бар. Әйтәйек, ҡайғырыуҙан артыҡ хис-тойғоға бирелеү. Уйлап ҡарағыҙ, кеше йәшәй бирә, һәм уның әйләнәһендә яҡындары бар. Күҙ алдына ғүмерҙең билдәле бер күренеше баҫа. Бер мәл көтмәгәндә тормошоңдан берәү юҡ була... Бының психик травма килтереүе лә, яҙмыштан ҡасып булмауын аңлатыуы ла ихтимал.
– Психотерапевҡа тағы ниндәй мәсьәләләр менән йышыраҡ мөрәжә­ғәт итәләр?
– Күпселек осраҡта фобиялы борсо­лоуҙар менән киләләр. Тимәк, һүҙ урынлы-юҡлы тыуып торған ҡурҡыу тойғоһо тураһында бара. Һуң телевизорҙы йә Интернетты ҡабыҙған һайын кеше һуғыш, теракт, төрлө енәйәттәр тураһында ишетә. Шул мәғлүмәткә сумһаң, ҡурҡыу хисе тыуа, сөнки ул шундай психологик йөкмәтке бирә: донъя хәүефле, ҡурҡыныс.
Унан тағы депрессия менән дә байтаҡ киләләр. Тимәк, кеше арыған. Депрессия ваҡытында кешенең психологик ваҡыт төшөнсәһенән киләсәк юғала. Уның үткәне бар, бөгөн уға йәшәү оҡшамай, арыған, ә алда... бушлыҡ. Кеше үҙенең киләсәге юҡ тип уйлай, ул уны күреү түгел, төҫмөрләмәй ҙә. Өҫтәүенә организмда шатлыҡ, бәхет, ҡәнәғәтлек тойғолары өсөн яуап биргән серотонин, эндорфиндарҙың етештере­леүе кәмей төшә.
– Һеҙгә кемдәр күберәк мөрәжәғәт итә: йәштәрме, әллә ололармы?
– Балалары менән ата-әсәләр һәм йәштәр, тип әйтер инем. Өлкәндәр иһә һирәгерәк мөрәжәғәт итә. Күрәһең, бында психологик мәҙәниәт кимәле сәбәп булып торалыр. Шул уҡ ваҡытта кеше башҡа берәүгә күңелен асырға ла ҡыйынһына бөгөн. Мәҫәлән, күптән түгел генә бер ҡыҙыҡай әңгәмәнән һуң: “Был хаҡта берәйһе менән һөйләшергә мөмкин икәнен күҙ алдына ла килтерә алмай инем”, – тине. Йәғни ниндәйҙер уйҙарҙың, һыҙла­ныуҙарҙың кешене йылдар буйы эстән ашап йөрөүе ихтимал. Ә ул ошо кисереш менән артабан йәшәй алмай ҡуйһа? Уға ошо йөгөнән бушанырға кәрәк ине лә бит... Ләкин бигерәк тә ололарға был күренеш ят, сөнки элек психиатриянан тыш башҡа тармаҡ булмаған. Шулай уҡ “психология”, “психотерапевт” кеүек төшөнсәләргә юлыҡһалар, барыһы ла бер тауыштан “Мин псих түгел” тип раҫлай башлай.
Уйлаһаң, нисә быуын инде хәҙер күңел­дең нескә икәнен аңлап үҫә. Өҫтә­үенә бөгөн бер кем дә тешен һурыр өсөн уны еп менән ишек тотҡаһына бәйләп ҡуймай, сөнки барыһы ла белгестәрҙең барлығын белә. Күңел һыҙланыуы менән дә шул уҡ хәл, һәм хәҙерге заманда уны дауалау мөмкин.
– “Психотерапевт үҙ эшендә табип кеүек үк дарыуҙар ҡуллана ала”, тине­геҙ. Йәнә бер шаблон уй тыуа: “психи­каға бәйле табиптарҙың дарыуынан кеше эшкинмәгән нәмәгә әүерелә”...
– Ысынында иһә препараттар сикләнгән һәм психотерапияла психиатрия дарыу­ҙары ҡулланылмай, сөнки бының өсөн стационар һәм көн һайын күҙәтеү талап ителә.
Беҙ иһә дарыуҙы иң әҙ миҡдарҙан башлап тәғәйенләйбеҙ, йәғни психотерапевт кеше организмының һәр реакцияһын күҙәтеп бара. Шул уҡ антидепрессанттарҙы ла төрлө факторҙарға ҡарап һәм психикаға кәрәк булғанда ғына билдәләйбеҙ. Бер-бер хәл һиҙелә ҡалһа, дауалауға шунда уҡ коррекция индерелә.
– Ә үҙ-үҙенә ҡул һалған кешене психотерапевҡа барып етмәгән пациент тип әйтергә буламы?
– Төрлө статистик мәғлүмәттәр бар. Әммә наркотик һәм иҫерткес эсемлектәр тәьҫирендә, киҫкен психоз ваҡытында ҡылынған суицид үҙ-үҙенә ҡул һалыу тип һаналмай. Был – бәхетһеҙ осраҡ, ул мәлдә кешенең аңы үҙгәргән булған. Ә суицид – үҙ ғүмереңде аңлы рәүештә ҡыйыу. Шуға ла алкоголь йәки наркотик тәьҫирендә һигеҙенсе ҡаттан ташлан­ғандарҙы “нарколог менән психиатр пациенттары” тип әйтәбеҙ.
Ә инде ысынлап үҙ-үҙенә ҡул һалыу­сыларға килгәндә, был – тормош шарттарына яраҡлаша алмауҙан ахыр сиккә ташланыу, йәғни кешенең түҙеме, йәшәү теләге, дәрте һайыҡҡан. Бының сәбәптәре шәхсилеккә лә, ауыр ҡайғы ғазабына ла бәйле булыуы ихтимал. Бәлки, барыһы ла бергә өйөлгәндер, әйтәйек, өйҙәге хәл­дәр ҡатмарлы, эштә етәксе әрләй, өҫтәүенә һөйгәне лә ташлаған... Был осраҡта иһә кеше һәр уй-ниәтен, нимә һәм нисек ҡыласағын тейешенсә теүәлләп, ахыр сиккә лә ташланып ҡуя.
– Тимәк, күңел һыҙланғанда ла кеше үҙенә ярҙам итә алыусылар барлығын белмәй ҡаламы?
– Йәнә психологик мәҙәниәткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Уйлаһаң, психотерапевҡа мөрә­жәғәт итер өсөн беҙҙең уникаль мөмкинлек бар, һәм уның бер ниндәй ҙә эҙемтәһе ҡалмаясаҡ. Был йәһәттән иҫәпкә лә ҡуйылмайһың, водитель танытмаһы алыу ҙа ҡатмарланмай, полицияға эшкә инәм тигәндә лә ҡаршылыҡ тыумаясаҡ. Бынан тыш, психиатрға уйҙырма исем менән йә аноним рәүештә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бер ниндәй тәфтиш хеҙмәте лә, башҡа хоҡуҡ һаҡлау структуралары ла кеше беҙҙә булғанмы-юҡмы икәнлеген, уның исем-шәрифе, һөйләше­үебеҙҙең эстәлеге тураһында төпсөнмәй. Кабинет­тағы әңгәмә – конфиденциаль мәғлүмәт. Бының өсөн яуаплылыҡ психолог, психотерапевт иңенә ята, һәм был хаҡта килешеүҙә әйтелә.
– Бына мин һеҙгә килдем дә, ҡар­шы­ғыҙ­ға ултырып, “Ғүмер – тотош бер һыҙ­ланыу” тимен. Нимә эшләйәсәкһегеҙ?
– Һинең өсөн “һыҙланыу” төшөнсәһенең нимә икәнен, уны ҡайҙа һәм нисек тойо­уыңды асыҡлаясаҡбыҙ. Бәлки, ул шәхси сифаттарға бәйлелер, бәлки, башҡалар менән мөнәсәбәткә йәки социаль өлкәгә ҡарайҙыр. Бының өсөн метафорик карталар ҡулланабыҙ. Унда инде кеше һүрәт һәм фотоларҙа ассоциация эҙләп, үҙе лә һиҙмәҫтән шул һыҙланыуға инеп китә һәм уны билдәле бер ҡылыҡһырлама менән тулыландыра, йәғни кешене асыу өсөн беҙ­ҙә төрлө ысулдар, техник алымдар бар.
Беҙҙә көн һайын тиерлек гипнотерапия үткәрелә. Был йәһәттән Эриксондың “йомшаҡ” гипноз алымын ҡулланабыҙ. Ул медитацияға оҡшаш һәм ситтән ошолай күренә: кеше үҙенә нисек уңайлы, шулай креслоға иҙрәп китеп ултыра, музыка фонында билдәле бер текст уҡыла. Һәр сеанс алдынан кеше үҙенә маҡсат, йәғни тормоштан нимә алырға теләгәнен билдәләй. Беҙ иһә уға үҙенең аң төпкөлөнә сумыу өсөн мөхит булдырабыҙ. Барлыҡ белем, генетик хәтер, быуындарҙың тәжрибәһе беҙҙең төпкөл аңда һаҡлана. Маҡсат билдәләгәс иһә, алырға теләгәне аң төпкөлөнән сыға, һәм был ике көн буйы эшләй – нимәнелер аңлау тойғоһо, уйҙар, ҡарарҙар килә. Хатта кеше тота килеп үҙе­нә “Әһә, мин шул кешегә мөрәжәғәт итә алам бит әле” тигән һығымта яһап ҡу­йы­уы бар. Кеше гипноз хәлендә йәки унан сыҡҡан килеш үҙенең проблемаларын хәл итә.
Психодрамаға килгәндә, был – психоте­рапияның төркөм менән башҡарылған бер алымы. Унда инде төрлө ролдәр уйнала. Психодрама Якоб Морен ваҡытынан баш­ланған һәм спектакль рәүешендә булған. Унда инде ғүмереңдең ошо арауығын үҙең түгел, ә һинең битлегең, ролең үтә. Үҙең иһә шуға сумып, проблемаңды аңлайһың, уны хәл итеү өсөн яуаплылыҡ тоя башлай­һың. Быны ихтирам, психологик хәүефһеҙ­лек аҫтында атҡарғанда, күңел һыҙланы­уынан бушанаһың.
– Беҙ шулай уҡ театрҙан да ял итеп, нимәнәндер бушанып сығабыҙ...
– Әлбиттә! Боронғо грек фәйләсүфе Аристотель үҙ дәүерендә үк катарсис тураһында әйткән. Кеше драма әҫәрен ҡарағанда ниндәйҙер хис-тойғо кисерә, һәм шул рәүешле ул үҙенең күңел көсөр­гәнешенән арына. Йәнә үҙенең дә ошо драматик ваҡиғаларҙы кисерә алыуына төшөнә, был мәсьәлә уға яҡын икәнлеген аңлай. Әҫәрҙең геройы проблеманы нисек хәл итеүен, был алымдың тормошта кәрәк булыуын төшөнә. Шулай итеп, катарсис бар­лыҡҡа килә һәм беҙ, хәҙерге заман кеше­ләре, әле булһа уның нимә икәнен тулыһынса аңлата алмайбыҙ, Аристотель ул төшөнсәгә нимә һалғанын белеп бөтмәйбеҙ. Күҙ йәштәре, күңелдәге йылы­лыҡ, нимәнәндер бушаныу – катарсистың ҡайһы бер билдәләре генә.
– Ә кешенең йәки шул уҡ драма геройының көрәше тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Шулай тип әйтәйек: депрессия – ул ҡанға һеңгән сараһыҙлыҡ, йәғни кеше көрәштән, проблеманы хәл итеүҙән баш тартҡан. Бынан инде шәхестең эмоциональ тоны һүрелә башлай (ул күңел төшөнкө­лөгөнә бирелә), хәрәкәт өлкәһе кәмей (бер ҡайҙа ла барғыһы, бер ни ҙә эшләгеһе килмәй) һәм когнитив өлкәһе һүлпәнәйә (йәғни фекерләү, хәтерҙә ҡалдырыу кимәле төшә, ҡат-ҡат уҡыһа ла иҫендә ҡалмай, үҙе менән нимә булғанына төшөнә алмай). Был – тулы ҡанлы тормоштан баш тартыу, тип әйтергә мөмкин. Ошо йәһәттән психотерапия кешегә көрәшергә, эҙләнергә, табырға һәм ҡулды ҡаушырмаҫҡа кәрәк­леген аңлау өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра. Был алымдарҙы ҡулланғанда, кеше, берен­сенән, әлеге хәле нормаль икәнлеген, икенсенән, уны хәл итеп буласағын аңлай.
Ошонда йәнә һөтлө көршәккә төшкән ике тәлмәрйен тураһында мәҫәл хәтергә килә. Күнгәне – бата. Ә икенсеһе бер туҡ­тауһыҙ тәпәйҙәре менән сыпранлай торғас, һөт майға әйләнә, һәм ул ошо тоҙағынан ҡотола. Депрессия, фобиялы борсолоуҙар тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул күнгән һәм ағым буйлап аҡҡан тәүге тәлмәрйен булып сыға. Ләкин психология менән психотерапия ярҙам иткәндә, беҙ азатлыҡҡа сыҡҡан икенсе тәлмәрйенде күҙ уңында тотабыҙ.
– Әйләнәләге кешеләр, йәғни туған­дар, дуҫтар уға нисек ярҙам итә ала?
– Бында профессиональ һәм профессиональ булмаған ярҙамды күҙ уңында тотабыҙ. Уйлаһаң, беҙ барыбыҙ ҙа – үҙе­беҙ­сә психолог. Бигерәк тә беҙҙең илдә барыһы ла психологияға, педагогика­ға, меди­цинаға төшөнгән, сөнки үҙ-үҙеңде дауалау, шәхси тәрбиәләү концепцияларын уйлап табыу ныҡ таралған. Психологияла ла ошондай хәлдәр. Тик бына тормошта ғына үҙенсәлекле алымдың ярҙам итмәүе бар. Ни генә тиһәң дә, депрессиялы кеше­нең, барыһынан тыш, гормондар кимәлен­дә серотонин етештерелеүе һүрелгән.
Эйе, туғандары терәк була, ҡайҙа һәм ниндәй белгескә барырға кәңәш итә ала. Әммә “Әй, һин нимә ебенең, сепрәкһеңме әллә?!” тигән һүҙҙәрҙән ярҙам булмаясаҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа артыҡ уйлап тормайынса ҡоро һүҙҙәр теҙә алабыҙ: “Йә, етәр, үҙеңде ҡулға ал! Барыһы ла яҡшы буласаҡ!” Кеше был һүҙҙәрҙе ишетә ул. Тик барыһы ла яҡшы булһын өсөн нимә эшләргә, ниндәй алым, ысул ҡулланырға? Беҙҙең һөнәр кешеләре ошо юлды күрһәтә лә инде.
– Мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында суицидты булдырмауға йүнәл­тел­гән программалар бармы?
– Беҙҙә ярҙамсы программа эшләнгән, ләкин әлегә ҡабул ителмәгән, һәм бына ике йыл инде ул “һауала эленеп” тора. Был документ – илебеҙҙәге йәмғиәт инс­титуттарының көстәрен берләштереүгә йүнәлтелгән ҙур аҙым. Бөгөн, минең ҡара­маҡҡа, суицидты иҫкәртеүҙәге иң ҙур етешһеҙлек – ул да булһа полиция, табиптар, уҡытыусылар һәм ғаиләнең ошо өлкәләге тарҡаулығында.
Шулай уҡ ике тапҡыр грантҡа заявка тултырылды. Беренсеһе Рәсәй Гуманитар фәндәр фонды сиктәрендә Башҡортостан Фәндәр академияһына бәйле ине. Үкенескә ҡаршы, грантҡа тәҡдим ителгән проект үтмәне. Ниңәлер суицидты иҫкәртеүҙе перспективаһыҙ йүнәлеш тип таптылар. Бөгөн тағы бер проектыбыҙ тапшырылған, уның яҙмышы 2017 йылдың мартында асыҡланасаҡ, РГНФ-тың ҡарарын көтәбеҙ. Был грант педагогтарҙы, психологтарҙы, хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәт­кәрҙәрен уҡытыу аша профилактика программаһын булдырыуға бәйле. Бында эш бәлиғ булмағандарҙа суицид билдәлә­рен асыҡлауға йүнәл­теләсәк.
Кәрәк булһа, Республика психотерапия клиник үҙәгенең ышаныс телефоны: 8-800-7000-183.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521