Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәне һауҙың йәне һау
Тәне һауҙың йәне һау Һуңғы ваҡытта сәләмәт тормош модаға инде. Был йәһәттән һаулығын ҡайғыртыусылар ваҡыты-ваҡыты менән организмды шлактарҙан, токсиндарҙан таҙартып тороуҙы кәңәш итә. Бының өсөн улар ҡатмарлы, ялҡытҡыс диеталар, ысулдарҙы түгел, ә һәр кемдең ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙы файҙаланырға саҡыра. Организм үҙенә кире йоғонтоларҙан көн һайын арынып торорға тейеш. Әгәр ул шлак менән тулы булмаһа, был эште атҡарыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Организмын таҙартып торғандар тиҙерәк һауыға ла. Был алым ысынлап та һөҙөмтәлеме? Унан ни кимәлдә файҙа алып була?


Эсәктәр

Эсәктәр аш һеңдереүҙә ҡатнаша, аҙыҡтан файҙалы матдәләрҙе айырып ала, йәғни бөтөн организм эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле. Йыш ҡына дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен боҙабыҙ. Ғәҙәттә, бер-береһе менән ярашмаған, насар үҙләштерелә торған ризыҡтарҙы бергә ашайбыҙ. Үҙләштерелмәгән ризыҡ ҡалдыҡтары эсәктә туплана (эс ҡатыуҙан яфаланғандарҙа 4-5 килограмға хәтлем), серей һәм ҡан аша тотош организм буйлап тарала. Тап шуның өсөн дә организмды өй шарттарында һирәкләп булһа ла таҙартып тороу мөһим. Эсәктәрҙе таҙартыуҙа киң билдәле һәм, иң мөһиме, хәүефһеҙ сара — һоло, бал һәм сөгөлдөр ҡулланыу. Балдың кешене дауалау сифаттары киң билдәле. Мәҫәлән, колит (йыуан эсәктең лайлалы тиресәһе шешеүе) күҙәтелгәндә, түбәндәге ысулдар яҡшы ярҙам итә: 1 стакан һыуыҡ һыуға 1 аш ҡалағы бал һалып бутарға һәм ашар алдынан көнөнә өс мәртәбә 1,5-2 ай эсергә кәрәк. Балдың йоғонтоһонда эсәктәр сит микрофлоранан арына, аҙыҡ үҙләштереү яҡшыра, бал организмға етмәгән витаминдарҙы, гормондарҙы, бүтән биологик актив матдәләрҙе етеш­тереүгә булышлыҡ итә. Эсәктәр­ҙе таҙартыу буйынса йәнә бер ысул: 1 стакан һөттө ҡайнатып, бер тәүлеккә йылы урынға ҡуйырға. Унан әсегән һөткә 1 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушып бутарға ла эсергә кәрәк (төнгөлөккә эсеү яҡшыраҡ). Был осраҡта иртән ас ҡарынға 1 тырнаҡ һарымһаҡ менән 1-2 алма йәки сөгөлдөр салаты ашау ҙа ярҙам итә. Салат өсөн ҙур булмаған сөгөлдөр менән бер тырнаҡ һарымһаҡты ҡырғыстан ҡырып, тоҙ һәм көнбағыш майы өҫтәп бутарға. Иртән манный бутҡаһы йәки кәбеҫтә салаты ашап та ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һәр кем, организмының үҙенсәлектәренә ҡарап, үҙенә генә тап килгән ризыҡтарҙан рацион төҙөй ала.

Бауыр

“Һаулығыбыҙҙың торошо 90 процентҡа туҡланыуыбыҙға, нимә эсеүебеҙгә һәм һулаған һауабыҙға бәйле” тигән хәҡиҡәт бөтәбеҙгә лә билдәле. Ашау-эсеүебеҙҙе үҙебеҙ көйләй алабыҙ, ә бына һулар һауаны үҙгәртеү беҙҙең хәлдән килмәй. Шул рәүешле төрлө юлдар менән зарарлы матдәләр – токсиндар — организмға үтеп инә. Уларҙан һаҡланыуҙы тәьмин иткән, ҡанды таҙартҡан бауыр шуға ла тәү сиратта зыян күрә. Был ағзаның «бысраныуы» ниндәй эҙемтәләргә килтереүе ихтимал?
Организм аҙыҡ менән ингән файҙалы матдәләрҙе үҙләштереү көсөн юғалта. Бауыр менән проблемалар бар икән, кешенең йыш башы ауырта, һейҙек-енес системаһында тайпылыштар, хәлһеҙ­леге, арыуы күҙәтелә, психикаһы ҡаҡшай: кәйефе төшә, депрессияға бирелеүе лә ихтимал. Бауырҙы таҙартыуҙың төрлө ысулдары билдәле, үт ҡыуығында таш булыу-булмауына ҡарап, һәр кемгә үҙенә ярашлы ысул һайлау мөһим. Табип менән кәңәшләшеү зарур.
Гөлйемеш ярҙамында таҙартыу
Кистән төнәтмә эшләнә. Бының өсөн 3 аш ҡалағы гөлйемешкә 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтегеҙ. Иртән 1 стакан төнәтмәгә 3 аш ҡалағы ксилит йәки сорбит өҫтәп эсегеҙ. 20 минут үткәс, ҡалған төнәтмәне ҡабул итегеҙ (бер нәмә лә өҫтәргә кәрәкмәй). 45 минуттан һуң ашарға мөмкин. Бындай таҙартыуҙы алты мәртәбә ике көн аша эшләргә кәрәк. Унан — аҙнаға бер тапҡыр. Гөлйемеш төнәтмәһен көнөнә өс тапҡыр сәй урынына эсергә лә мөмкин.
Профилактика рәүешендә үт ҡыуыу эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн зәйтүн майын тәҡдим итергә була. Был ысул, беренсенән, бауырҙы «бысраныуҙан» һаҡлай, икенсенән, тәбиғи юл менән шлактарҙы сығарыуға булышлыҡ итә. Майҙы көн һайын иртән ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсеү файҙалы. Зәйтүн майы урынына етен йә кедр майын да ҡулланырға була йәки аралаштырып эсергә мөмкин. Майға ярты лимондың һутын өҫтәгәндә тәьҫир итеү көсө тағы ла арта.

Быуындар

Быуындарға һәм умыртҡа бағанаһына тоҙ (органик булмаған кальций) улты­рыуға бәйле ауыртыуҙар тоймаған кеше һирәктер. Тоҙҙо иретеүҙең төрлө ысулдары бар. Шуларҙың иң һөҙөмтәлеһе — дөгө ярмаһы менән таҙартыу. Бешерел­гән дөгө тоҙҙо «һурыу» һәләтенә эйә, өҫтәүенә ярма һыуҙа ни тиклем оҙағыраҡ ебетелгән булһа, йоғонтоһо шул тиклем яҡшыраҡ. Быуындарға тотонор алдынан эсәктәрҙе таҙартыу мөһим. Дауа өсөн иң яҡшы осор — яҙ һәм йәй миҙгелдәре.
Ярты литрлыҡ банкаға 2 аш ҡалағы дөгө ярмаһы (шымартылмаған оҙонса булһа, яҡшыраҡ) һалып, өҫтөнә һыу ҡойорға һәм бер тәүлек тоторға. Унан, дөгөнө йыуып, яңынан һыу ҡойорға. Тағы бер банкаға 2 ҡалаҡ йыуылған ярманы ебетергә ҡуйырға. Ошолай 5 көн һуҙымында дауам итергә (бөтәһе 5 банка булырға тейеш), көн һайын һыуҙарын алмаштырырға кәрәк. Алтынсы көнгә беренсе көн ебетергә ҡуйылған банкалағы дөгөнө шыйыҡ бутҡа итеп бешереп, икмәкһеҙ һәм тоҙһоҙ ашарға. Бушаған банкаға йәнә ярма һалып, ебетергә ҡуйырға. Бутҡаны ашағандан һуң, дөгө шлактарҙы һурһын өсөн дүрт сәғәт бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. Дауаланыу 40 көн, йылына бер мәртәбә генә эшләнә.
Дөгө тоҙҙарҙы яҡшы һеңдереп, организмдан сығара, шул уҡ ваҡытта организмға кәрәкле тоҙҙарҙы, калийҙы йыуа. Шуның өсөн был ысул менән таҙарынған осраҡта калий күп булған аҙыҡ (күрәгә, йөҙөм, инжир, һыуһыҙ бешерелгән йәш картуф) ашау мотлаҡ. Шулай уҡ тары бутҡаһы ашарға була. Тик тарыны бешерер алдынан бер аҙ майҙа ҡыҙҙырып алыу зарур.
Картуф һыуы. Ҡабығы менән бешерелгән картуф һыуы ла организмдан шлактарҙы сығарырға, эсәктәрҙе «шымартырға» булышлыҡ итә. Иртәнге ас ҡарынға, көндөҙ һәм йоҡлар алдынан эселгән картуф һыуы артрит булғанда яҡшы йоғонто яһай.
Полиартрит күҙәтелгәндә лә быуын­дарҙы ошо һыу яҡшы таҙарта. Бының өсөн 1 кг картуфты йыуып, ваҡлап турап, 3 литр һыуҙа 1 сәғәт тә 20 минут бешерергә. Унан һөҙөп, еңелсә һығырға. Теләгән ваҡытта эсергә мөмкин.

Бөйөрҙәр

Бөйөргә бәйле киң таралған проблема – таш ултырыу. Был сир төрлө сәбәп менән барлыҡҡа килә, әммә йыш осраҡта – дөрөҫ туҡланмау арҡаһында. Ҡамыр ризыҡтары, бутҡалар, аҡһымлы аҙыҡ, шпрот, сардина, сельдь кеүек балыҡ сорттары бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Шулай ҙа бөйөр ауырыуының төп сәбәпсеһе — организмда һейҙек кислотаһының артыуы. Һейҙек кислотаһы бөйөрҙәргә генә түгел, ә бүтән ағзаларға — быуындар, мускулдар, йөрәк, һейҙек юлдары, ҡан һәм мейегә лә кире йоғонто яһай. Көн һайын кеше организмында яҡынса ике йөҙ миллиард эритроцит үлә, ә уларҙың организмдан сығарылыуы өсөн тап бөйөрҙәр яуап бирә. Әгәр улар ауырый йәки бысранған икән, был бурысты тулы кимәлдә үтәй алмай.
Ҡыяр диетаһы, гөлйемеш, аҡ шыршы майы, етен һәм төрлө үләндәр ҡайнатмаһы бөйөрҙө таҙартыуҙағы иң отошло ысулдар һанала.
Ҡарбуз диетаһы — иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе. Шулай ҙа һейҙек ҡыуыуҙың тайпылышына бәйле ауырыуҙар, нефроптоз, нефролитиаз, простата биҙе аденомаһы булғанда был ысулды ҡулланырға ярамай.
Заман һут терапияһына нигеҙ һалған доктор Уокер өй шарттарында бөйөрҙө таҙартыу һәм дауалау йәһәтенән үҙенең методикаһын тәҡдим итә. Бының өсөн 9 өлөш кишер, 3 өлөш сөгөлдөр һәм 3 өлөш ҡыяр һуты талап ителә. Икенсе вариант: кишер — 9, сельдерей — 5, петрушка — 2 өлөш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521