Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөлшат, беҙ һинең өсөн шат!
Гөлшат, беҙ һинең өсөн шат!Әллә ни күҙгә ташланып бармаған сибек кенә, мөләйем ҡыҙҙың тәү күргәндә бер кем дә ҡорос ихтыярлы, тырыш һәм сәмле икәнен, йүгереү буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы булыуын башына ла килтермәйҙер. Ғәҙәттә, тырышлыҡ менән үҙ маҡсатына өлгәшкән кешеләр бына шулай һәр саҡ ябай булып, артыҡ күҙгә салынмай ғына йәшәүҙе хуп күрә лә инде. Ундайҙарҙы шаулы дан да, шөһрәт тә ҡыҙыҡтырмай. Башҡортостаныбыҙҙың данын арттырыусы спортсы Гөлшат Фазлетдинова — бына шундайҙарҙың береһе. Сәмселлеге, маҡсатына өлгәшә белеүе еңел атлетика менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙы ҙур уңыштарға илтә. Йәш кенә булһа ла, бик күп ер-һыу кисергә өлгөргән, әллә күпме еңеүҙәр, миҙалдар яулаған ҡала ҡыҙының үҙ телендә матур һәм таҙа итеп аралаша белеүе лә айырым ихтирам уята.
Быйыл Гөлшат Белорет педагогия колледжын тамамланы. Уның өсөн йыл уңышлы бара тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Быйыл ул Мәскәүҙә (биш саҡрымға), Волгоградта (өс саҡрымға), Жуковский ҡалаһында йәштәр араһында үткән ярыштарҙа, Рәсәй чемпионатында I урынды яуланы. Быйылғы йәйҙәге иң ҙур еңеүе — 23 йәшлектәр араһында үткән еңел атлетика буйынса Европа чемпионатында алтын миҙал яулауы!
Һеҙҙең иғтибарға Белорет һылыуы Гөлшат Фазлетдинова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

— Гөлшат, күнекмәләр, ҙур кимәлдә үткән ярыштар уҡыуыңа ҡамасауламанымы?
— Әлбиттә, бөтәһенә лә бер юлы өлгөрөргә тырышыу ҡыйынғараҡ тура килде. Ләкин ваҡытыңды дөрөҫ һәм тигеҙ бүлеп, маҡсатыңа ынтылғанда барыһын да булдырырға мөмкин.
— Спорт физик яҡтан ғына үҫтермәй, ихтыяр көсөн нығыта, сабырлыҡҡа өйрәтә тигәнгә нисек ҡарайһың?
— Тулыһынса килешәм. Ихтыяр көсөңдө ҡулға ала алмай ауырлыҡтар алдында еңелеп ҡалаһың икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Иртә менән — колледжға, унан ҡайтып, аяғөҫтө генә ашайһың да — күнекмәләргә... Алдыңа маҡсат ҡуяһың икән, ялҡауланма, бер генә көнгә лә билдәләнгән режимдан сыҡма.
— Уңыштарыңа һәм уңышһыҙлаҡтарыңа мөнәсәбәтеңде белге килә.
— Һәр ярыштан һуң хаталарыңды, яңылыш аҙымыңды барлайһың. Шулай тәжрибә туплап, ең һыҙғанып яңы еңеүҙәргә ынтылаһың. Әле 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үтәсәк Олимпиадала ҡатнашыу һәм еңеү өсөн үҙемде әҙерләйем.
— Һин оҡшатҡан егет бөтә яҡлап та яҡшы, әммә спорт менән бөтөнләй ҙә ҡыҙыҡһынмай икән, уны үҙгәртергә тырышасаҡһыңмы?
— Бер кемде лә үҙгәртергә тырышмаясаҡмын. Спорт менән мауығыу күңелеңдә булырға тейеш. Әгәр ҙә егет кеше спортты үҙ итмәй икән, тимәк, мин ундай егетте ярата алмаясаҡмын. Минең дуҫ егетем әле әрме сафында хеҙмәт итә. Ул биатлон менән мауыға, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә.
— Киләсәк тормошоңдо нисек төҫмөрләйһең? Һинең өсөн хужабикә, әсә һәм спортсы төшөнсәләре бер кәртәгә һыямы?
— Әгәр ҙә буласаҡ тормош иптәшем мине аңлаһа, шөғөлөмдө хөрмәт итеп, төрлө яҡлап ярҙам итһә, һис шикһеҙ, бер үк ваҡытта әсәй ҙә, хужабикә лә, спортсы ла була аласаҡмын.
— Бәләкәй саҡта Гөлшат ниндәйерәк булды икән?
— Башланғыс кластарҙа уҡығанда бейеү, хор түңәрәктәренә йөрөнөм. Ҡумыҙҙа уйнарға, ырғаҡ менән төрлө әйберҙәр бәйләргә, китап уҡырға яраттым. Еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, был мауығыуҙарҙы ҡалдырып торорға тура килде. Шулай ҙа китап уҡыуымды әле лә ташламайым, ҙурайып бөтһәм дә, һаман әкиәттәр уҡырға яратам, спорт тураһындағы әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһынам.
— Һинең өсөн юғары белем мотлаҡмы?
— Киләсәктә нимә көтөүен берәү ҙә аныҡ ҡына әйтеп бирә алмай. Тормошта төрлө хәлдәр килеп сығыуы бар. Шуға күрә юғары белем алыуҙы мотлаҡ тип һанайым. Әле Башҡортостан физик культура институтына уҡырға инеп йөрөйөм.
— Гөлшат, әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт. Һәр саҡта ла шулай ябай, тырыш һәм маҡсатыңа ынтылыусан булып ҡал!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 424

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 423

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 225

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069