Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңыш сере – тырышлыҡта
Уңыш сере – тырышлыҡта Фехтование – француз аристократтарының көрәш сәнғәте. Унда рапира, шпага, ҡылыс менән алышалар. Был спорт төрөн һайлағандар уны шахмат уйынына тиңләй. Уңышлы аҙым яһау еңеүгә килтерә. Һүҙем ошо спорт өлкәһендә ярайһы ғына уңыштарға өлгәшкән Асҡар Хәмзин тураһында.

Өфө егеттәре Эрик һәм Асҡар Хәмзиндар — рапира менән алышыу буйынса Рәсәйҙең спорт мастерҙары, күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй, Европа, донъя кубоктары призерҙары, Рәсәй йыйылма командаһының төп төркөмө ағзалары.
Әңгәмәсемдән был спорт төрөнә нисек килеүе хаҡында ҡыҙыҡһынам.
— Атай-әсәйем – сәнғәт кешеләре. Бала саҡтан беҙҙә музыка менән ҡыҙыҡһыныу булманы. Әйткәндәй, Эрик гитарала уйнай белә. Атайым йәш сағында хоккей менән шөғөлләнгән, шуға ул беҙҙе ете йәштә хоккей секцияһына алып килде. Ике-өс ай шөғөлләнгәс, әсәйебеҙ үҙ эшенән йыраҡ булмаған спорт мәктәбенең фехтование класына күсерҙе. Ошо ваҡыттан бирле унан айырылғаныбыҙ юҡ. Хоккей менән әле булһа ҡыҙыҡһынабыҙ, бер уйынды ҡалдырмай ҡарап барабыҙ. Ә инде фехтованиелағы уңыштарым өсөн иң беренсе атай-әсәйемә, тренерҙарыма рәхмәтлемен.
Уңыштың һөҙөмтәһе – ныҡышмалылыҡ, тырыш хеҙмәт. Беренсе уңыш егеттәргә 17-18 йәштәрендә килә. Израилдә Европа беренселегендә – өсөнсө, Францияла донъя кубогы этабында беренсе урынды яулайҙар. Был еңеү уларға ҡанат өҫтәй, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшергә теләк уята, ҙур мөмкинлектәр аса.
Ун алты йылын фехтованиеға бағышлаған Асҡар игеҙәге Эрик менән IX кластан һуң Затон биҫтәһенең спорт мәктәбенә күсә. Олимпия резервына эләгә, ә инде 18 йәшендә Рәсәйҙең йыйылма командаһына инә. Башҡортостан физик культура институтын тамамлап, ҡулдарына диплом алалар. Асҡар — һөнәре буйынса тренер-уҡытыусы. Бының менән генә сикләнмәй, ул бөгөн Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге финанс университетында магис­тратурала уҡып йөрөй.
— Фехтование менән шөғөлләнеүселәр үҙе бер ҙур ғаилә, – ти Асҡар. — Улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәйбеҙ.
Әйткәндәй, Асҡар башҡорт спортсыларында ихтыяр көсөнөң ҙур булыуын билдәләй. Был иһә үҙ сиратында спортта ҙур уңыштарға өлгәшеүгә илтә, еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итә. “Башҡорт затынан булған һәр кем спортта бирешмәйәсәк, сөнки уларҙың характерындағы ныҡышмалылыҡ һәр саҡ алғы планда бара”, – ти ул.
Игеҙәк егеттәр һәр саҡ бергә, алышта бер-береһенә ҡаршы сыҡҡан осраҡтары йыш була.
– Эрик менән һәр саҡ ярышып йәшәйбеҙ. Был беҙҙә көнәркәшлек хистәре йәшәй тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, бер-беребеҙҙе яҡшы тоябыҙ. Ул өҫтәлмә күнекмәгә китһә, мин дә сәмләнеп, ҡыуып етәм. Ярыштарҙа ҡапма-ҡаршы сыҡҡан осраҡтарҙа бер-беребеҙгә ташлама яһамайбыҙ. Бергә иңгә-иң терәп үҫешәбеҙ, еңеүҙәр яулайбыҙ. Бергә булғанда, беҙ — берҙәм көс, ҡеүәтле команда.
Әйткәндәй, профессиональ спортта 33 йәшкә тиклем шөғөлләнергә була. Әңгәмәсемдең киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынам.
— Маҡсаттарыбыҙ юғары һәм уларға ышаныслы ынтылабыҙ. Өс йылдан Токио ҡалаһында үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашырға теләйем. Иң мөһиме, өлгәшелгән бейеклектә туҡтап ҡалмаҫҡа. Оло тырышлыҡ еңеүҙәргә илтә. Уңышһыҙлыҡҡа осрағанда ла туҡтап ҡалмай алға ынтылырға кәрәк. Йәштәргә әйтер теләгем – компьютерҙа ваҡыт уҙғарғансы, ниндәй ҙә булһа спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.
Әйткәндәй, Асҡар бөтә Европаны урап сыҡҡан. Ҡайҙа ҡына йөрөһә лә, Өфөнө һәр саҡ һағынып ҡайта. Маҡсатына тоғро егеттең көнө иртәнге йүгереүҙән башлана. Көнөнә ике тапҡыр күнекмәләргә йөрөй. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, театрға, киноға йөрөргә лә ваҡыт таба. Тырыш егеттәргә яңы үрҙәр, еңеүҙәр насип итһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 753

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069