Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өфө рекорд ҡуйҙы Спортты һәр кеше үҙенсә ҡабул итә: һәүәҫкәрҙәр өсөн күңел асыу, сәләмәтлек сығанағы булһа, профессионалдарға — йәшәү рәүеше, һөҙөмтәгә ирешеү әмәле. Һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, спортты үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. Күптән түгел баш ҡалабыҙҙа спорттың урам төрҙәре буйынса уҙған Евразия воркаут фес­тивале – быға асыҡ дәлил.


“Ватан” этнопаркы был көндө бер аҙға ярыш аренаһына әүерел­де. Спорт һөйөүселәрҙең ярыш майҙанына күп йыйылыуы ҙур мәртәбә ине. Был көндө ярышыу­сылар – әүҙем сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыусылар – үҙҙәренең физик әҙерлектәрен яҡшыртты, түҙемлеккә һынау үтте. Воркаут – һуңғы ваҡытта киң популярлыҡ алған спорт төрө. Урамдағы спорт майҙансыҡ­та­рында күнегеүҙәр эшләү ул. Әй­тергә кәрәк, воркаут спорты менән теләгән һәр кем шөғөлләнә ала. Спортсылар үҙҙәренең көсөн төрлө шарттарҙа үҫтерә. Улар турниктарҙа, бурсаларҙа һәм баш­ҡа ҡоролмаларҙа көс күнегеү­ҙәре яһай.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов тәбрикләне:
– Һуңғы йылдарҙа республика бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы ярыштар үткәреү урынына әйлән­де. Башҡортостан бөгөн – Рәсәй­ҙең алдынғы спорт төбәктәренең береһе. Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев үҙ сиратында сәләмәт тормош алып барыуҙың әһәмиәтен билдәләне, тормоштоң һәм ваҡыттың ҡәҙе­рен белеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды:
– Сәләмәт тормош алып барыу мода түгел, ул – ваҡыт талабы. Тор­мош шул тиклем тиҙ елә, уның артынан ҡыуып етеп өлгөр генә! Һаулығыбыҙ, экология һәйбәт булһын.
Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, алыҫ аралар­ҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләнеләр. Рәсәйҙең 18 ҡа­лаһынан – 41, Башҡортостандан – 16 һәм Беларусь Республикаһы­нан бер спортсы ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, ҡунаҡ­тар менән бергә майҙанда 2131 кеше йыйылды.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар етте – Евразия воркаут фестивалендә күмәкләп ергә ятып, кәүҙәне күтәреү буйынса рекорд ҡуйылды. “Рәсәй рекордтар китабы”ның вәкиле быны теркәп, тейешле сертификат тап­шыр­ҙы. Златоуст, Силәбе, Томск ҡалаларынан килгән командалар иң яҡшылары тип табылды. Абруйлы судьялар коллегияһы ағза­лары – Украинанан Денис Минин, Бөйөк Британиянан Ли Вэйд Тернер, Төмәндән Сергей Мехнин, Октябрьский ҡалаһынан Артем Чахеев ҡатнашыусыларға баһа бирҙе. Әйткәндәй, быйыл йәй ошондай уҡ сара Төмән ҡалаһын­да үткән. Унда бөтәһе 1200 кеше ҡатнашҡан.
Воркаут 2008 йылда Америка Ҡушма Штаттарында барлыҡҡа килә. Ул бер нисә төргә бүленә. Мәҫәлән, Street Workout – күпсе­лек осраҡта күнекмәләрҙә төрлө-төрлө яңы хәрәкәттәр өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирәләр, ә Ghettо Workout – күнекмәләр эшләгәндә көс күрһәткестәренә ҙур иғтибар бүләләр. Яңы-яңы элементтар уйлап сығарыу, өҫтәү – уның төп үҙенсәлеге.
Воркаут менән шөғөлләнеүсе­ләр үҙ миҫалында һау-сәләмәт, көслө булыу өсөн бөтә мөмкин­лектәр булыуын күрһәтергә теләй. Улар – ябай кешеләр, бында уҡытыусылар йәки тренерҙар юҡ, һәр кем үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, яңы килгәндәргә яр­ҙам ҡулы һуҙа.
Беҙҙең төбәктә сәләмәт тормошто пропаганда­лауға йүнәл­телгән был эш 2012 йылда башлана. Һуңғы өс йыл эсендә активистар ярҙамында ун спорт майҙансығы эш­ләнгән, ойоштороусылар тарафынан утыҙ сара үткәрелгән. Фес­тивалде ойош­тороуҙың төп маҡ­саты – сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, насар ҡылыҡтар­ға ҡаршы профилактик эш, физик культура менән шөғөлләнеүҙе таратыу, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу.



Роберт ДӘҮЛӘТШИН (Өфө ҡалаһы):

– Был сара төрлө ерҙәрҙән килгән спортсыларға бергә йыйылып, фекер төйнәргә, аралашырға, идеялар менән уртаҡла­шырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер беҙҙең командабыҙ көндән-көн ишәйә, тәжрибәбеҙ арта. Һинең дә һау-сәләмәт булғың килһә, әйҙә, беҙгә ҡушыл!

Денис МИНИН (Украина):

– Киләсәктә ошондай фес­ти­­вал­дәрҙең халыҡ-ара кимә­лендә үткәрелеренә өмөт ҙур. Өфөлә мин тәүге тапҡыр. Фес­тиваль үткән майҙан бик оҡшаны. Йәштәр бында әүҙем һәм татыу. Дуҫта­рым, фекер­ҙәштәрем менән йәнә осрашыуымдан ҙур ҡәнәғәтлек кисер­ҙем.

Антон КУРОПАТОВ (Түбәнге Новгород):

– Тәжрибә туплап, яҡты тәьҫораттар менән ҡайтабыҙ. Таҙа һәм ҡунаҡсыл ҡала бик оҡшаны. Киң проспекттар, ҙур майҙансыҡ­тар, ҡупшы аллеялар һәм трот­уарҙар иғтибарҙы йәлеп итте. Әгәр ҙә минән “Өфөлә йәшәгең киләме?” тип һораһалар, һис шикһеҙ ыңғай яуап бирер инем. Халыҡтың милли традицияларға тоғро булыуы, ҡаланы таҙа тотоуы һоҡландырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 752

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 424

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 423

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 225

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 068