Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырҙар сыҡты келәмгә
Батырҙар сыҡты келәмгәСтәрлебаш районы үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы приздарына һәм “Башҡортостан” гәзите бүләктәренә милли көрәш буйынса асыҡ зона турниры үтте
Милли көрәш иң боронғо спорт төрҙәренән һанала. Элек-электән ул халҡыбыҙ араһында киң таралған һабантуйҙарҙың, төрлө йыйындарҙың төп йәме булған. Уның олимпия төрөндәге көрәштәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеүе лә билдәле. Күпселек алымдары бөгөн ирекле көрәштә һәм самбола ҡулланыла.

Иң боронғо спорт төрө

Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеме булдырылды. Салауат районы уҙаманы Харис Йосопов беренсе Батырҙар сыҡты келәмгәбулып РСФСР чемпионы исемен яулай. Бер аҙҙан Ғ. Ҡоҙаҡаев, Ф. Әхмәтов, Ф. Лоҡманов, В. Сөләймәнов, А. Ким, В. Ильясов, Р. Бәширов, Э. Кейекбаев, Н. Мызников, Д. Сафин Рәсәй чемпиондары булып танылды.
Бөтә нәмәгә нигеҙ бала саҡтан һалына. Милли көрәштең офоҡтарын киңәйтеү, танылған спортсыларға алмаш тәрбиәләү йәһәтенән бөгөн маҡсатлы эш алып барыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһына ярашлы республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарында ярыштар уҙғарыуы – шуның асыҡ дәлиле. Турнирҙың маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен, милли көрәште пропагандалау, балалар һәм үҫмерҙәрҙе спортҡа йәлеп итеү. Күптән түгел Стәрлетамаҡ физик культура институтында ойошторолған республика семинар-кәңәшмәһендә лә был тәңгәлдә эшлекле һөйләшеү булды.
Батырҙар сыҡты келәмгәСтәрлебаш ауылында үткән сираттағы турнирға Мәләүез, Бишбүләк, Әлшәй, Федоровка, Стәрлебаш, Йылайыр райондарының, Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң таһыллы спортсылары йыйылды. Ярыш йәш батырҙарҙың парады менән башланды. Рәсәй Федерацияһы Геройы Рафиҡ Ихсанов менән Стәрлебаш район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марс Усманов уларға уңыш теләне.
Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, “Һау-сәләмәт тормош өсөн Батырҙар сыҡты келәмгәкөрәш” проекты етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлебаш, Миәкә, Федоровка, Әлшәй, Бишбүләк райондарының 17 мәктәбенә сертификат һәм күнекмәләр үткәреү өсөн көрәшселәргә келәмдәр тапшырҙы. Әйткәндәй, бығаса бындай бүләк республикабыҙ ҡала-райондарының йөҙҙән ашыу мәктәбенә бирелгәйне.

Кем еңеүсе булыр?

Алыш башланырға әле бер аҙ ваҡыт бар. Мөмкинлектән файҙаланып, бер төркөм малайҙар тәндәрен яҙа, икенселәренә тренерҙары һуңғы кәңәштәрен бирә. Батырҙар сыҡты келәмгәКүнекмә эшләп торған үҫмер менән танышам. Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш мәктәбенән VI класс уҡыусыһы Алмас Ишембәтов булып сыҡты ул.
– Кәйефең нисек, еңеүгә өмөт бармы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Берәй призлы урын алырға ине иҫәбем, – ти малай етди ҡиәфәт менән. – Тренерыбыҙ Мансур Һөйәрғолов бик талапсан, физик әҙерлеккә ныҡ иғтибар итә. Турнир алдынан күнекмәләр йыш уҙғарылды.
– Һинеңсә, кемдәр еңеүсе була ала?
— Бының өсөн көрәш техникаһын, тактиканы яҡшы белеү шарт, ләкин гел генә һөжүм итеп тороу ҙа тиҙ арыта. Шуға ла һаҡлана белеү мөһим.
– Һаҡланыу сараларын беләһеңме?
– Иң элек билде ҡыҫтырып тоттормаҫҡа кәрәк.
Ул арала судья ярыш башланыуын иғлан итте. Бәйге ике келәмдә барҙы. Тәүгеһенә 55 килограмға тиклемге үҫмерҙәр араһында Стәрлетамаҡтан Эмиль Батырҙар сыҡты келәмгәВәлиев менән Әлшәйҙән Вәкил Шайморатов сыҡты. Егеттәр таҫтамалды бер-береһенең биленә һалды. Унан арбитр уларҙың тейешле формала булыуын тикшерҙе. Бөтәһе лә һәйбәт. Башланды! Барыһы тын да алмай йәш батырҙарҙың алышын күҙәтә. Һәр кем үҙенекен еңеүсе итеп күргеһе килә. Егеттәр икеһе лә оҫта ғына тойола. Береһе лә бирешергә теләмәй. Бына Вәкил дәғүәсеһен күтәреп алып бәрмәксе булғайны ла, Эмиль билен бирергә ашыҡманы. Шулай ҙа Вәкил таһыллыраҡ икән – алыша торғас, еңеп тә ҡуйҙы. Афарин, Вәкил! Көйәрмәндәр араһында ҡыуаныслы ауаздар ишетелде. Моғайын, әлшәйҙәрҙер инде.
Уларҙы Данияр Янбаев (Стәрлетамаҡ) менән Альфред Ҡолһарин (Стәрлебаш) алыштырҙы. Быныһында Альфред көслөрәк булып сыҡты.
Батырҙар сыҡты келәмгәТиҙҙән 45 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы малайҙар араһында келәмгә Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуаттан Илһам Ҡолһарин менән Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Азамат Собханғолов сыҡты.
– Азамат, әйҙә, әйҙә!
– Илһам, бирешмә!
– Биленән ал, биленән!
Барыһы ла дәртләндереп, ҡеүәт биреп ҡысҡырыша. Ана, бер ағай ҡалҡынып-ҡалҡынып ала, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Моғайын, тренерылыр. Атаһы Нурислам ағай икән. Нурислам ағайҙың Өфөлә эшләп йөрөүсе оло улы Рушан да — көрәшсе, спорт мастерлығына кандидат.
Егеттәр икеһе лә оҫта ғына күренә. Күпме генә айҡашһалар ҙа, еңелеү тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Шулай ҙа Азамат йылғырыраҡ ине: оҙаҡламай дәғүәсеһен ергә һалды! Нурислам ағай һикереп үк ҡуйҙы.
Атаһы янына килеп ултырған малай күҙ йәше сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Күрәһең, уға бик уңайһыҙ ине.
– Бирешмә, улым, – тип тынысландырҙы Илһамды атаһы. – Һин бит егет кеше. Кемдер еңергә, кемдер еңелергә тейеш. Барыбер призлы урынды аласаҡһың.
Турнир көсөргәнешле барҙы. Келәмдә бер-бер артлы федоровкалар, мәләүездәр, бишбүләктәр алышты. Берәүҙәр еңде, икенселәр еңелде. Шулай ҙа тамаша ҡылыусылар Стәрлебаш, Федоровка үҫмерҙәренең оҫталыҡ буйынса айырылып тороуына иғтибар итте.

Бер кем дә отолманы

Батырҙар сыҡты келәмгәЯрыш тамамланғас, әле генә шау-гөр килеп торған зал бер аҙға тынып ҡалды. Барыһы ла һөҙөмтәләрҙе иҫәпләп, еңеүселәрҙе асыҡлар мәлде көтә. Кемдәр, ҡайһы райондар еңеүсе буласағын алдан уҡ тоҫмалларға була ине. Әллә ни уңышҡа өлгәшә алмаған әлшәйҙәрҙең кәйефе менән ҡыҙыҡһынам.
– Ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн оҙайлы шөғөлләнергә кәрәк, – тине тренерҙары Алмас Еникеев. – Ә мин ноябрҙә генә әрме сафынан ҡайттым. Шуға ла беҙгә уңыш йылмайманы. Әммә үкенмәйбеҙ, үҙебеҙҙең әллә күпме етешһеҙлекте астыҡ. Ҡағиҙә булараҡ, алдан әҙерлеге булған спортсылар ғына еңеүгә өмөт итә ала. Киләсәктә минең егеттәрем дә майҙан хужаһы булыр әле, тип ышанам.
Шул арала еңеүселәрҙе иғлан итә башланылар. Үҙ ауырлыҡтарында Стәрлебаштан Искәндәр Ишембәтов, Азамат Собханғолов, Миәкәнән Урал Тәхәүетдинов, Данияр Хәбиров, Мәләүездән Айрат Бикбулатов иң таһыллылары булып танылды. Мәләүездән Фәнүр Кашафетдинов, Андрей Волков, Стәрлебаштан Альфред Батырҙар сыҡты келәмгәҠолһарин, Илшат Ҡолгилдин, Шамил Йәмилев икенсе урынды яуланы. Ә Миәкәнән Фәнүр Шәймөхәмәтов, Фидан Ғафуров, Федоровканан Илгизәр Ҡантимеров, Стәрлебаштан Илһам Ҡолһарин, Динар Һөйәрғолов өсөнсө урын менән хушһынды.
Командалар араһында пьедесталдың иң бейек баҫҡысын стәрлебаштар биләне. Миәкә менән Федоровка райондары икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Батырҙар сыҡты келәмгәЕңеүселәр диплом һәм миҙалдарға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы приздарына һәм “Башҡортостан” гәзите бүләктәренә лайыҡ булды.
Ә һуңынан келәмгә уҡыусыларҙың тренерҙары сыҡҡас, көйәрмәндәр тағы ла йәнләнеп китте. Кем еңер? Кем таһыллыраҡ? Был юлы ла стәрлебаштарға етеүсе юҡ ине — Илдар Моратов иң көслөһө булып танылды. Наил Ниғмәтйәнов (Әлшәй) — икенсе, Ринат Хәбибуллин (Миәкә) өсөнсө урынды яуланы.
Призлы урындарҙы алмаған көрәшселәр ҙә отолманы. Улар был ярышта үҙҙәренең һәләттәрен һынап ҡараны, артабан оҫталыҡтарын үҫтереү буйынса нисегерәк эшләргә кәрәклеген асыҡланы.
Фоторепортажды
Венер Исхаҡов менән
Айрат Нурмөхәмәтов (фото) әҙерләне.


Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН, Стәрлетамаҡ физик культура институтының милли көрәш секцияһы тренеры:
– Әле легендар көрәшсебеҙ Харис Йосоповты иҫкә төшөрөп ултырҙым. Уны Татарстанда ла беләләр, хөрмәт итәләр ине, абруйы ҙур булды. Бөгөн батырҙың улының балалар араһында ошо спорт төрөн үҫтереүгә етди иғтибар биреүе ҡыуандыра. Милли көрәш – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ул үҫергә тейеш. Тик бына тренерҙарҙың хеҙмәте тейешенсә баһаланмауы борсой мине. Бөгөнгө заманда биш-алты мең һум аҡсамы ни ул? Көрәш менән “ауырыған” баланың буш ваҡытты нисек үткәрергә белмәй урам ҡыҙырып йөрөргә форсаты ҡалмай. Улар ысын кеше булып үҫә. Юғарыла ултырғандар киләсәктә ошо хаҡта нығыраҡ уйлаһын ине.

Фәнзил ТӘТЕГӘСОВ, Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе директоры:
– Бөгөн беҙҙең егеттәр һынатманы. Был үҙенән-үҙе килгән уңыш түгел. Мәктәбебеҙҙә милли көрәшкә иғтибар ҙур. Күпселек малайҙар күнекмәләргә атайҙары менән йөрөй, бик матур өлгө был. Шулай ярамай, былай итмә, тигән кеүек өгөт-нәсихәткә ҡарағанда бындай секцияларҙың әһәмиәте хаҡында һүҙ сурытыу артыҡ. Үҫмерҙәрҙең күпселеге ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына инә, армияла һынатмай. Әле бына келәм бүләк иттеләр, шулай хәстәрләп торғанда, ниңә тырышмаҫҡа! Был беҙгә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй.

Рөстәм ХӘСӘНОВ, судья:
– Йылдан-йыл йәш батырҙарҙың оҫталығы арта барыуы күренә. Миәкә районы командаһы үҫеше менән ҡыуандырҙы, федоровкаларға, мәләүездәргә лә афарин тип әйтер инем.

Ғәлинур РАМАҘАНОВ, Федоровка район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе:
– Бынан байтаҡ йылдар элек “Совет Башҡортостаны” гәзите призына милли көрәш буйынса ярыштар үткәрелгәйне. Беҙҙең район егеттәре унда йыш ҡына еңә торғайны. Нишләптер, бәйге туҡтап ҡалды. Уны яңынан тергеҙеп, ҡайһылай һәйбәт иткәнһегеҙ. Был йола артабан да нығынһын, дауам итһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 753

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 375

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 277

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 261

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 424

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069