Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Чемпиондар бар, боҙ кәрәк
Чемпиондар бар, боҙ кәрәк
Өс йыл элек улым шорт-трек спортына ҡыҙығып китте. Байтаҡ ваҡыт хоккей ҙа уйнағас, боҙҙа ныҡлы баҫып тора. Уңыш та тиҙ килде: Өфө ҡалаһы кубогына ярышта бронза миҙал яуланы. Әммә ярты йылдан уға был спорт төрөн ташларға тура килде. Беренсенән, төп шөғөлө футбол булды, икенсенән, ҡалала шорт-трек өсөн уңайлы шарттар юҡ ине. Йәғни боҙ майҙансығы етешмәй. Хоккейсыларҙан, фигуристарҙан буш ваҡытта ғына, киске сәғәт 8-9-ҙа, күнекмәләр үтә. Ҡайтып етеп, эштәрҙе теүәлләп ятҡансы, төн уртаһы етә…


Әле Сочи Олимпиадаһында беҙҙең шорт-трексыларҙың еңеүен күреп, йәнә ошо хаҡта уйландым. Еңеүҙең дә ниндәйе булды бит әле! Тәүҙә Виктор Ан 500 метрға уҙышыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтһә (иң аҙаҡҡы булып старт алып, беренсе килеүгә өлгәшеүҙе башҡаса атау мөмкин түгел), аҙаҡтан команда беренселегендә лә беҙҙекеләр алтын миҙал яуланы. Шуныһы һөйөнөслө: улар араһында Өфө егеттәре Семен Елистратов менән Руслан Захаров та бар ине. Етмәһә, запаста ултырыусы Дмитрий Мигунов та – беҙҙеке.
Чемпиондар булды... ә боҙ юҡ бит! Рәсәй командаһына корея егете Виктор Ан менән украин Владимир Григорьев кеүек спортсыларҙы һаман ситтән саҡырып ятмаҫбыҙ бит инде. Ә әлеге Өфө егеттәре һуң, тиерһегеҙ... Улар ҙа, әлбиттә, ошо ҡыҫынҡы шарттарҙа шөғөлләнде, әммә үҫеңкерәгәс, барыбер Мәскәү яғына китергә мәжбүр булды. Шул уҡ Голландияны ғына миҫалға алайыҡ. Илдә 60 — 70 саҡрым һайын – боҙ майҙансығы. Һөҙөмтә күренеп тора: Сочиҙа конькиҙағы 36 миҙалдың 23-өн голландтар яуланы.
Тиҙҙән беҙҙә шорт-трек бик популяр спорт төрөнә әйләнәсәк. Яҡташтарыбыҙҙың артынан эйәргән балаларҙың күп буласағына иманым камил. Өлгө бар, һәләтле тренерҙар бар, боҙ кәрәк!
Шөкөр, теләгәнем алдыма килә икән. Спортсыларыбыҙҙың еңеүенән һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванютаға киләһе ике йыл эсендә Өфөлә шорт-трек өсөн боҙ аренаһын төҙөп бөтөүҙе йөкмәтте. 1 500 тамашасыға иҫәпләнгән спорт үҙәге баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә буласаҡ. 480 миллион һумға төшәсәк төҙөлөш федераль, республика ҡаҙналарынан, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан финансланасаҡ. Ни әйтәһең, һөйөнөслө хәл!
Бына шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ! Олимпиада ла бик ҡыуандырҙы. Һуңғы ике көндә миҙалдарҙан мул уңыш йыйылды. Биатлонсы ир-егеттәребеҙ эстафетала барыһынан да етеҙерәк, осҡорораҡ булып сыҡты. Ә беҙҙең Межгорье ҡыҙы Ольга Вилухина иптәштәре менән икенсе урынды алды. Америка егете Вик Уайлд сноубордта икенсегә муйынына “алтын” таҡты. Әйткәндәй, ярымфиналда ул Австрия спортсыһынан 1,12 секундҡа артта ҡалғас, өмөттө өҙгәйнек (бындай отолоуҙы ғәҙәттә ҡыуып етеп булмай). Афарин, ихтыяр көсө ныҡ икән! Коньки уҙышында ҡыҙҙар командаһының бронза миҙал алыуы ла насар түгел. Бобслейҙа Александр Зубковтың дүрт урынлыҡ экипажын берәү ҙә ҡыуып етә алманы. Йәл, составында беҙҙең Илвир Хузин булған Александр Касьянов экипажы өсөнсө урындан 0,03 секундҡа ғына ҡалышты. Ә инде саңғысыларыбыҙҙың 50 саҡрымға уҙышы үҙе бер байрамға әүерелде. Өс спортсыбыҙҙың өс призлы урынды ла алғаны ҡасан булғаны бар?! Уйындарҙы ябыу тантанаһында Александр Легков, Максим Вылегжанин, Илья Черноусов хөрмәтенә өс Рәсәй флагының күтәрелеп, илебеҙ гимны уйнауы кемгә оҡшаманы икән? Олимпиада матур үтте. Бөтә Ер шары асыҡ йөҙөбөҙҙө, киң күңелебеҙҙе күрҙе, баһаланы. Үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт: барыһынан да күберәк миҙал яуланыҡ. Хатта хоккейсыларыбыҙ һалған йөрәк яраһы ла бер аҙ баҫылғандай булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 733

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 355

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 271

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 229

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 416

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 276

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 254

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 416

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 218

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 087

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 193

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 062