Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ: "Йәш быуын алға ҡарап йәшәргә өйрәнергә тейеш"
Мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ: "Йәш быуын алға ҡарап йәшәргә өйрәнергә тейеш"Кәңәшмә быйыл 9 августа Бөрө ҡалаһында була. Белем биреү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр, тармаҡ алдындағы яңы бурыстар буйынса һөйләшеүгә, фекер алышыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға ҡоролған мөһим сара алдынан республиканың мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Бөрө осраҡлы һайланманы

— 2012/13 уҡыу йылы яңылыҡҡа бай булды. Алдағы республика кәңәшмәһенең дә башҡа йылдарға ҡарағанда үҙенсәлеклерәк үтере һиҙемләнә. Педагогик сарала ниндәй темаларға өҫтөнлөк биреләсәк, Әлфис Суфиян улы? Кәңәшмәне үткәреү урыны итеп Бөрө ҡалаһының һайланыуы нимәгә бәйле?
— Үткән уҡыу йылы, ысынлап та, үҙгәрештәргә бай булды. Ул республиканың ғына түгел, илдең мәғарифы тарихында мөһим ваҡиғалары менән уйылып ҡаласаҡ. Иң ҙур үҙгәреш, әлбиттә, белем биреү ҡануниәтен яңыртыу булды. Рәсәйҙең, Башҡортостандың мәғариф тураһындағы яңы закондары заман талабына ярашлы барлыҡҡа килде, һәм улар тармаҡтың маҡсатлы үҫешен тәьмин итәсәк. Ҡануниәт уҡыу йорттары, педагогик йәмғиәт алдына ниндәй бурыстар ҡуя, эште артабан нисек ойошторорға — кәңәшмәлә төп иғтибар ошо мәсьәләләргә йүнәлтеләсәк.
Бынан тыш, белеүегеҙсә, мәктәп программаһына дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре дәресе индерелде, уҡыусыларға берҙәм форма булдырыу йәһәтенән дә әүҙем эш башланды.
Ә сараны үткәреү урыны итеп Бөрө ҡалаһының һайланыуы һис тә осраҡлы түгел. Беренсенән, ундағы мәғариф системаһында элек-электән килгән матур йолалар бар, заманса алымдар ҙа киң ҡулланыла. Мәҫәлән, балаларҙы дистанцияла уҡытыу, белем биреүҙә электрон әсбаптарҙы ҡулланыу яҡшы ойошторолған — был тәжрибәне башҡаларға ла күрһәтергә тейешбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә алдынғы техника алына, уҡыу йорттары компьютерлаштырыла. Ошоно иҫәптә тотоп, Бөрө ҡалаһының тәжрибәһендә дәрестә заманса техниканы ҡулланыу алымдарын күрһәтергә ниәтләйбеҙ.
Республика мәктәптәренең байтағының автономиялы эш рәүешенә күсеүе лә кәңәшмә эшендә сағылыш табасаҡ. Бөрөлә лә был йәһәттән ныҡлы эш алып барыла. Мәҫәлән, йылылыҡ системаһын диспетчерлаштырыу яҡшы ойошторолған. Тимәк, башҡалар менән уртаҡлашырлыҡ тәжрибә бар.
Тағы ла шуны онотмайыҡ: Бөрө ҡалаһы элек-электән мәғарифтың үҫешенә ҙур өлөш индергән. Өйәҙ үҙәге булараҡ, унда яҡын-тирә райондарҙан килеп белем алғандар, әле лә шулай. Ҡалала күптәрҙе ҙур тормошҡа алып сыҡҡан, фәнгә юл ярған, 70 йылдан ашыулыҡ тарихлы юғары уҡыу йорто — БДУ-ның Бөрө филиалы — эшләп килеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Өҫтәүенә, быйыл 350 йыллығын билдәләгән ҙур тарихлы ҡалала төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу ғүмер итә. Был да — бүтәндәргә күрһәтерлек күркәм өлгөләрҙең береһе.

Беҙҙә лагерҙарҙың кәмеүенә юл ҡуйылмай

— Әле балаларҙың каникулы дауам итә. Ялды тейешенсә кимәлдә ойошторҙоҡ, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Мәғлүм булыуынса, йыл һайын республика уҡыусыларының 96 проценты төрлө формалағы ял менән тәьмин ителә. Быйыл балалар өсөн 2 873 ял һәм һаулыҡты нығытыу учреждениеһы эшләне. Улар араһында шифахана-профилакторийҙар, ҡала ситендәге стационар, профилле, палаткалы лагерҙар өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ походтар ойоштороуға йылдан-йыл ҙурыраҡ иғтибар бүләбеҙ. Өлкән класс уҡыусылары араһынан теләгәндәрҙе хеҙмәткә йәлеп итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла.
Әле йәйгә алынған пландың 80 процентҡа яҡыны үтәлде. Ял һәм сәләмәтләндереү учреждениеларында өсөнсө смена эш башланы. Беҙҙең бурыс — башланғанды еренә еткереп, теүәл үтәп ҡуйыу.
Дөйөм алғанда, ялды тейешле кимәлдә ойоштора алдыҡ, тип әйтә алам. Ғөмүмән, илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, Башҡортостанда лагерҙарҙың һанын кәметеүгә, һатыуға, башҡа милеккә әйләндереүгә юл ҡуйылмай. Быйыл, мәҫәлән, республика ҡаҙнаһынан балаларҙың ялын ойоштороу, уларҙы һауыҡтырыу өсөн — 825 миллион һум, ҡала ситендәге лагерҙарҙың матди-техник торошон нығытыу маҡсатында 9 миллион һум аҡса бүленде.
Республикалағы район-ҡалаларҙың мәҙәниәт йорттарына ла уҡыусыларҙың каникулын күңелле, файҙалы итеп үткәреү бурысы ҡуйылған. Был эш тә һөҙөмтәһен бирә. Әйтәйек, былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, балалар тарафынан ҡылынған енәйәт эштәре байтаҡҡа кәмене.
Әлбиттә, йәйге ялды ойоштороуҙа барыһы ла ал да гөл тип туҡтап ҡалырға ярамай — башҡараһы эш бихисап.

Төҙөлөш туҡтағаны юҡ

— Яңы уҡыу йылына әҙерлек нисек барҙы?
— Йылдағыса, мәғариф учреждениеларын төҙөкләндереүгә, уларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыуға ил, республика ҡаҙнаһынан күп аҡса бүленде, был йәһәттән муниципалитеттар ҙа ситтә ҡалманы. Ҙур эштәргә килгәндә, Йылайыр районының Йылайыр ауылында 340 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлдө, Балтас районының Иҫке Балтас ауылындағы 240 урынға иҫәпләнгән 1-се мәктәптең уҡыу корпусы һәм башҡорт гимназияһының 40 урынлыҡ интернаты яңыртылды. Шулай уҡ Бүздәк районы үҙәгендә эшләп килгән 1-се мәктәп бинаһына реконструкция үткәрелеп, уға уҡыу кабинеттарын, ашхананы үҙ эсенә алған яңы төкәтмә ҡушылды.
2013 йылдың икенсе яртыһында Белорет районының Үҙәнбаш, Салауат районының Яхъя, Өфөнөң Дорогин ауылдарында төҙөлә башлаған мәктәптәр сафҡа инәсәк.
Шулай уҡ быйыл 4 179 урынға иҫәпләнгән 27 балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырылған. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 707 миллион һум аҡса бүленде. Эште йыл аҙағына теүәлләргә тейешбеҙ.

БДИ, дәүләт теле, ҡулайлаштырыу...

— Уҡытыу системаһында ниндәй яңылыҡтар, бурыстар көтөлә?
— Әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә үҙгәрештәр буласаҡ. Был, алдан әйтеп үтеүемсә, яңы закондарға бәйле. Күпселекте ҡыҙыҡһындырған Берҙәм дәүләт имтиханына килгәндә, уның әлеге формаһы ҡалырмы-юҡмы икәне хаҡында әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, мәғариф тураһындағы яңы закон БДИ-ның һаҡланыуын гарантиялай, тимәк, һынау камиллаштырыласаҡ. Быға ҡәҙәр уның ғәҙел үтеүен тәьмин итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды, шулай ҙа ҡағиҙә боҙоу осраҡтарының булыуы ҙур борсоуға һала. Күп проблеманың нигеҙендә БДИ-нан ҡурҡыу, көсөргәнеш ятыуын күҙ уңында тотоп, уға уҡыусыларҙы ғына түгел, ата-әсәне лә әҙерләү, аңлатыу эше алып барыу мөһим.
Мәғариф тураһындағы яңы ҡануниәт уҡытыу системаһына үҙгәрештәр индереп кенә ҡалманы, ә ошо эште атҡарып сығыу юлдарын да күрһәтте. Был тәү сиратта милли телдәрҙе уҡытыуға ҡағылды. Белеүегеҙсә, закон проекттары ҡаралғанда йәмғиәттә ҡыҙыу фекер алышыу барҙы. Һөҙөмтәлә һөйләшеүҙәр беҙҙең юлдың дөрөҫ булыуын асыҡланы, һәм төбәктәрҙә милли телдәрҙе уҡытыу ҡануниәттә үҙ урынын һаҡлап ҡына ҡалманы, хатта көсәйтеп тә бирелде. Тимәк, был уҡытыусыларға ғына түгел, тотош йәмғиәткә ҙур мөмкинлек асты, бурыс өҫтәне.
Башҡорт телен республиканың дәүләт теле итеп уҡытыуға килгәндә, яңы алымдар кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Быға тиклем дә әйткәнем булды: был эште балаға ҡатмарлы грамматик, морфологик ҡағиҙәләрҙе өйрәтеүгә ҡайтарып ҡалдырырға кәрәкмәй. Дәүләт телен үҙләштергән уҡыусы иң тәүҙә матур, шыма итеп һөйләшергә, аралашырға өйрәнергә тейеш. Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусыһына интерактив алымдар ҡулланыу мөһим. Яңы китаптар кәрәк. Әле ошондай бер нисә әсбап төҙөлдө, уларҙы кәңәшмәлә күрһәтергә, сарала ҡатнашыусыларҙың фекерен ишетергә теләйбеҙ. Әлбиттә, тәнҡит тә булыуы ихтимал.
Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә килгәндә, филология факультеттарының эшмәкәрлегенә ниндәйҙер үҙгәреш индереү кәрәк.
— Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһенең ауылда йәшәүен иҫәптә тотоп, аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу мәсьәләһен урап үтеү мөмкин түгел...
— Власть мәғариф учреждениеларын ябырға тырышып тормай. Ҡулайлаштырыуҙың сәбәбе бер генә — балаларҙың аҙ булыуы. Мәктәпте ябыу сығымдарҙы ҡыҫҡартыу маҡсатында ғына түгел, ә йәш быуындың киләсәген хәстәрләү ниәтендә лә эшләнә. Беҙҙең балалар заманса йыһазландырылған белем усаҡтарында, конкуренцияға һәләтле, маҡсатлы, күмәк кеше араһында үҙ-үҙен яҡларлыҡ, алға ҡарап йәшәрлек булып үҫергә тейеш.
Минең фекерҙе беләһегеҙ: мәктәбе булһын өсөн ауылдың аяғында ныҡлы баҫып тороуы мөһим. Балаларҙың яҙмышын һүнеп барған төйәктең ҡулына тапшыра алмайбыҙ.
Әлбиттә, башланғыс белем усаҡтарын һаҡларға тырышабыҙ — был йәштә уҡыусылар ата-әсәһе янында булырға тейеш. Ә инде ара бер-ике саҡрымдан артмаған, төҙөк юл, техника булған хәлдә, уларҙы ла ҙур, заманса шарттар булған мәктәпкә йөрөтөүҙәренә ҡаршы түгелбеҙ.
Ғөмүмән, бөгөнгө мәғарифтың төп маҡсаты — балаларға сифатлы белем, алға ҡарап йәшәргә ынтылыш биреү. Барлыҡ педагогик йәмғиәт, ата-әсә ошоно аңлаһын ине. Яңы уҡыу йылында һәр кемгә уңыштар, һөҙөмтәле хеҙмәт теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521