Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяны изгелек биҙәр
Өфөлә йәшәүсе Ольга Люкина, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, шәфҡәтлелек акцияларында ихлас ҡатнаша, дуҫтарын да изгелек ҡылырға өндәй. Быйыл августа ул “Бала бәхете” фондын булдыра һәм үҙе лә мәрхәмәтлек сараларын ойоштора башлай. Йәмғиәт ҡарауһыҙ ҡалған, юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән, хәмер ҡолона әүерелгән балалар һәм үҫмерҙәрҙә даими хәстәрләй. Дүрт ай эсендә Ольга шуны асыҡларға өлгөргән: баҡһаң, мәрхәмәтлек ойошмалары үҙҙәре үк ярҙамға мохтаж икән.
Бөгөн Башҡортостанда 223 хәйриә йәмғиәте эшләй, уларҙың 47-һе быйыл теркәлгән. Күренеүенсә, республикала изгелек ҡылырға теләүселәрҙең иҫәбе арта. Беҙҙә мәрхәмәтлектең үҫә барыуын аныҡ эштәр ҙә иҫбатлай. Быға инаныр өсөн Иглин районының Урман ҡасабаһы халҡына шартлауҙан һуң үҙ ваҡытында ҙур матди һәм рухи ярҙам күрһәтелеүен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса Республика Советы ултырышында хәйриә йәмғиәттәренең әүҙемлеген, ихласлығын билдәләне, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән танышты.
Совет ағзалары волонтерҙар мәктәбенең үҫешеп етмәүен, йәштәрҙе изге эштәргә күпләп йәлеп итергә кәрәклеген әйтте. Мәрхәмәтлек ҡылыусы ойошмаларҙың һалымдан азат ителмәй башлауы ла фондтарҙың эшенә кире йоғонто яһай. Хәйриә йәмғиәттәрен берләштерерҙәй, халыҡҡа уларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләрҙәй махсус баҫма сығарырға кәрәк тигән фекер ҙә яңғыраны. Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепископы Никон йәшәр урыны, туҡланыр мөмкинлеге булмағандар өсөн ашхана, ваҡытлыса торлаҡ ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың белдереүенсә, 2012 йылдың беренсе яртыһына әҙерләнгән план проектында был мәсьәләләр тулыһынса иҫәпкә алынған.
– Шәфҡәтлелек, кеше хәленә инә белеү йәмғиәтебеҙҙә ғәҙәти күренешкә әүерелһен ине, – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
Әгәр изге эштәргә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә теләһәгеҙ, иртәгә, 18 декабрҙә, көндөҙгө сәғәт 12-нән 5-кә тиклем Өфөнөң “Простор” сауҙа үҙәгенә барырға һәм “Бала бәхете” фонды ойошторған хәйриә акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521