Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ысыҡҡай”ҙа өмөт осҡондары ҡабына

Балалар реабилитация үҙәгендә сәләмәтлекте нығыталар.

Учалы ҡалаһының ситендәге ҡалҡыу урында ике ҡатлы мөһабәт бина бар. Унда балалар реабилитация үҙәге урынлашҡан — сәләмәтлектәре ҡаҡшаған, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт, ишетеү-күреү ағзалары ауырыуҙары, тыу­мыштан килгән сирҙәрҙән яфаланған 18 йәшкә тиклемге балаларға ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын Учалыла ете йөҙгә яҡын бала комплекслы дауалана.

Учреждение 2003 йылда бар­лыҡҡа килә. Уға “Ысыҡҡай” тип исем ҡушалар.
— 2000 йылдар башында республикала инвалид һәм сә­ләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәк­тәре асыла башланы, беҙҙең ҡалала ла 16-сы коррекцион балалар баҡсаһы нигеҙендә медицина һәм педагогика-психология йүнәлешендә ике төркөм асылды. Эште башлап ебәреү еңелдән булманы, матди база наҡыҫ, тәжри­бәбеҙ ҙә юҡ ине, — тип иҫләй ул мәлдәрҙе бына инде ун алты йыл үҙәк мөдире бурысын үҙ иңендә күтәргән Гүзәл Вәзет­динова.

2009 йылда район хакимиәте, проблеманы аңлап, реабилитация үҙәге өсөн яңы бина төҙөтөүҙе хәс­тәр­ләй. Ике ҡатлы йорт бөтә талап­тарға ла яуап бирә: ауыр сирле балаларға икенсе ҡатҡа күтәрелеү өсөн махсус ҡоролма бар, кори­дорға, бәҙрәфтәргә уңайлы таянғыс­тар ҡуйылған, стеналарҙағы стенд­тарға кәрәкле мәғлүмәттәр эре шрифт менән яҙылған. Ә кабинет ишектәрендәге алтаҡталарҙа Брайл шрифты ҡулланылған. Һәр ерҙә та­ҙалыҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ күҙәтелә. Беренсе ҡатта урынлашҡан әсә һәм бала бүлмәһендә ата-әсәләргә ял итеп алыу, балаһын ашатыу, кескәй­ҙәргә процедураларҙан арынып уйнап алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Үҙәктә психолог, дефектолог, логопед, хеҙмәт буйынса инструктор, педиатр, физиотерапевт, массаж, дауалау физкуль­тура­һы кабинеттары, тренажер, тама­ша залы, галокамера һәм балаларҙы социаль-көнкүреш шарттарына яраҡлаштырыу өсөн бүлмәләр бар.

2011 йылда стационар бүлек эшләй башлай. Балалар 21 көн дауамында тулы күләмдә реабилитация үтә, улар өсөн алты тапҡыр туҡ­ланыу ойошторолған, йоҡо бүл­мәләре лә заманса йыһаз­лан­дырылған, йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.

Бөгөн бында учалыларға ғына түгел, күрше район һәм өлкәләрҙән килгән сәләмәтлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн дә сифатлы реабилитация ярҙамы күрһәтелә.

2017 йылда “Ысыҡҡай”ҙар ҡыуа­ныслы ваҡиға кисерә – үҙәктә сенсор бүлмәһе асыла. Ул “Ашан быуыны” тип аталған Бөтә Рәсәй мәрхәмәтлек проекттары конкурсында еңгән 700 мең һумлыҡ грант арҡаһында булдырыла.

— “Тылсымлы бүлмә” балалар­ҙың күп проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Сенсор ҡорамалдары стресты бөтөрөргә, тынысланырға, күңел бөтөнлөгөн көйләргә, уйындар аша аралашырға, тирә-яҡ мөхитте дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтә. Йомшаҡ модулдәрҙән, махсус панелдәрҙән, “ҡоро” бассейндан торған ҡора­мал­дар организмдың һиҙеү-тойоу ағза­ларына тәьҫир итеп, хәтерҙе, иғти­барҙы, аң кимәлен үҫтереүгә булыш­лыҡ итә, — ти Гүзәл Йәҙгәр ҡыҙы.

“Ысыҡҡай” реабилитация үҙәгенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусылар бихисап. Учалы тау-байыҡ­тырыу комбинаты, “Урал таштары”, “РИВС”, Башҡорт алтын сығарыу компанияһы, Саңғалыҡ диорит карьеры, “Техноплекс заводы”, “Баштальк” һәм башҡа урындағы предприятиелар, эшҡыуарҙар даими рәүештә хәстәрлек күрһәтә.

Һуңғы ваҡытта учреждениены ме­дицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы ҙур иғтибар бүлә. Учалы реабилитация үҙәгенә лә күптән түгел логопед һәм физкабинет өсөн кәрәкле аппараттар ҡайтартылған.

Ғәҙәттә, инвалид бала үҙ-үҙенә бикләнә, тирә-яҡтағыларҙан тартына. “Ысыҡҡай”ға килеп, улар үҙҙәре кеүек үк яҙмыш һынауҙарына дусар булған тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел табып, аралаша башлай.

Үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән, кескәйҙәрҙе яратҡан тәжрибәле педагогтар, психологтар, медицина хеҙмәткәрҙәре “үҙенсәлек­ле” балаларҙың һаулығын нығытыу, уларҙың көнкүрешен еңеләйтеү, тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша.

— Беҙгә килеүселәр үҙҙәренә айырым иғтибар талап итә. Инвалид коляскаһында ултырған бала һәм уның күп осраҡта проблемалар менән яңғыҙ көрәшкән, арып бөткән әсәһе йәлләүгә түгел, ә тәғәйен ярҙамға мохтаж. Йәмғиәткә яраҡлашырға, дуҫтар табырға булышлыҡ итеү, ниндәйҙер яңы һөнәргә йәки шөғөлгә өйрәтеү – төп бурысыбыҙ. Ундай балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн бәләкәй генә уңыштар ҙа, мәҫәлән, улы йәки ҡыҙы ҡалаҡ тотоп үҙе ашай йә иһә аяҡ кейемен үҙаллы кейергә өйрәнһә лә, ҙур ҡыуанысҡа әйләнә, — ти үҙәк мөдире.

Үҙәктә дауаланған балалар һәм уларҙың ата-әсәһе район, хатта республика сараларында ла ҡатнаша. “Таланттар йондоҙлоғо”, “Ҡаршы­лыҡ­тарҙы емереп”, “ПараКиВиН” конкурстарында призлы урындарҙы ла даими яулай улар.

Учреждение етәксеһе Олеся Зыя­итдинова, Эльмира Фанина, Шәүрә Ишемова, Елена Меньшова, Гөл­нара Кирәева, Розалия Вәли­ханова, Луиза Тайыпова кеүек тырыш, һө­нәрен бар күңелен һалып башҡар­ған хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләне.

...Әлбиттә, бындай үҙәктәргә ихтыяж кәмеһә, яҡшы булыр ине лә, әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Яҙмыш һынауына дусар ителгәндәргә терәк булырҙай әлдә ошондай учреждениелар һәм оло йөрәкле кешеләр бар донъяла.


Район: Учалы ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә