Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаулыҡ хаҡында һөйләшәйек әле...
Һаулыҡ хаҡында һөйләшәйек әле...Ай үҫәһен көн үҫә
Өфөнөң Дим биҫтәһен тимер юлсылар, нефтселәр, төҙөүселәр ҡаласығы тип йөрөтөү һис тә юҡҡа түгел. Райондың данлы тарихын уның уңған, егәрле хеҙмәт коллективтары яҙған. Бөгөн Дим районы — көндән-көн үҫешә, заманса йөҙө сағыулана барған тыныс, экологик яҡтан имен биләмәләрҙең береһе.
Бынан 75 йыл элек эшселәр ҡасабаһында бары биш мең самаһы ғына кеше йәшәһә, хәҙер халыҡ һаны 66 меңдән ашыу. Дим тимер юл узелының иҡтисади әһәмиәте һуғыш осоронда айырыуса баһалап бөткөһөҙ булды. Район данын 1941 йылда биләмә ерендә барлыҡҡа килгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла бермә-бер күтәрҙе. 1965 йылда Мечников исемендәге ғилми-тикшеренеү институтының күсеүе (хәҙерге “Микроген”), нефть быраулау идаралығы һәм социаль объекттарҙың төҙөлөүе уны гөрләп торған күркәм ҡаласыҡҡа әүерелдерҙе.
Халыҡ тормошо сифатын, уның рухи әхлаҡи именлеген билдәләүсе һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә һиҙелерлек үҙгәреш кисерҙе. Бынан өс йыл элек Дим биҫтәһендәге берҙән-бер дауахананың “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағынан баш ҡала милкенә күсерелеүе медицина ярҙамын яҡшыртыуҙа өр-яңы уңышлы аҙым булды. Йылдар буйы ремонт күрмәгән, хроник сиргә әүерелгән, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған дауахана бөгөн икенсе йәшлеген кисерә.
Дүрт гектар ерҙә биш айырым бинаны биләгән дауахананың “ҡыҙыл һыҙатта” урынлашыуы ла уны тәрбиәләп тотоуҙа яуаплылыҡты арттыра. Аҡ халатлылар хирургия, гинекология буйынса медицина хеҙмәттәрен, димдәрҙән тыш, Өфөнөң Ленин районы халҡына ла күрһәтә.

Һаулыҡ хаҡында һөйләшәйек әле...Баш ҡала ҡосағында

— Бөгөн беҙ 117 мең кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Пациенттарыбыҙҙың 40 процентын Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондары халҡы тәшкил итә, — ти 3-сө ҡала дауаханаһының баш врачы Фәнил Булат улы Шәмиғолов. — Бала табыу йорто — биләмәбеҙҙең күркәм биҙәге. Составында акушерлыҡ эшмәкәрлеге булған ике генә дауахана бар Өфөлә, береһе 8-се медицина учреждениеһында булһа, икенсеһе — беҙҙә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер акушерҙарға талап ҙур, 500 грамм ауырлыҡтағы сабыйҙарҙы ла кеше итеү өсөн күп көс, тырышлыҡ һалырға кәрәк. Көн һайын дауаханала өс-дүрт баланың тирә-йүнгә яр һалып яҡты донъяға килеүе үҙе оло шатлыҡ, кәйефте күтәрерлек яңылыҡ бит.
Бала табыу йортонда капиталь ремонт тамамланып килеүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Оҙаҡламай ике урынлыҡ, бөтә санитария-гигиена уңайлыҡтары булған палаталар бәхетле әсәләрҙе ҡабул итәсәк. Туҡланыу комплексы ла яңырыу кисергән. Ғөмүмән, республикабыҙҙағы иң алдынғы бала табыу йорттарына ла көнләшерлек, тиңләшерлек яңылыҡтар байтаҡ бында.
— Ҡала беҙҙе үҙ ҡарамағына алыу менән йылы мөнәсәбәтен белдереп, ныҡлы ярҙам ҡулы һуҙҙы. Үҙебеҙ ҙә шәптер, йылғырбыҙҙыр, күрәһең, һоранырға, үтенергә, баҙар шарттарына яраҡлашырға өйрәнеп киләбеҙ, — тип шаярта Фәнил Булат улы. — Ошо осорҙа ҡорамалдар алыуға, ағымдағы ремонтҡа 150 миллион һум аҡса бүленде. Быға тиклем пациенттарҙа ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған уңайһыҙлыҡтар, мәҫәлән, лаборатория, рентген кабинетының юҡлығы, ыңғай хәл ителде. Күптән хыял иткән заманса эндоскопия кабинетын булдырҙыҡ, видеоһүрәттәр аша ҡатмарлы операциялар яһарға мөмкинлек биреүсе аппаратурабыҙ булғанына һөйөнәбеҙ. Реанимация бүлеге лә заманса йыһазландырылды.
Кешеләрҙең медицина ярҙамына ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн күп эшләйһе бар әле. Мәҫәлән, биләмә эргәһенән көсөргәнешле М5, М7 трассалары үтеүе, йыл да юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы беҙгә травматология үҙәге асыуҙың көнүҙәклеге хаҡында һөйләй. Ә бит ваҡытында тейешле ярҙам булғанда бәләгә тарыусыларҙың байтағының ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин булыр ине, тип уйлайым.
Дим районының үҫеш перспективаһы ҙур, халҡы ла көндән-көн ишәйә, торлаҡ төҙөлөшө лә ырамлы бара. Шулай булғас, унда йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртыу, уңайлы медицина учреждениелары төҙөү, кадрҙар менән тулыландырыу, дауалау профилдәрен арттырыу хаҡында бөгөндән уйланыу зарур.

“Яңыртыу” ҡоро һүҙ генә түгел

— Һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһы эшегеҙгә ниндәй йоғонто яһаны тип әйтә алаһығыҙ?
— “Яңыртыу” һүҙенең ҡоро яңғырауыҡлы лозунг ҡына булмауын ғәмәлдә күреп ышандыҡ. Федераль бюджеттан бүленгән 70 миллион һум аҡсаға дауахананы алдынғы технологиялар, ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ: компьютер томографы, эксперт класлы ультратауыш, сабыйҙар өсөн наркоз-тын алыу аппараттары, кювездар... Уларҙың барыһы ла үтә ҡиммәтле, әммә кешенең ғүмере барлыҡ ҡорамалдарҙан да ҡәҙерлерәк, фәҡәт һәр аппаратты кеше сәләмәтлеге хаҡына эшләтә, файҙалана белергә тейешбеҙ.
Мәҫәлән, травматология бүлексәһенә ҡатмарлы операцияларҙы башҡарыу өсөн алынған махсус өҫтәл хирургтар өсөн генә түгел, операция яһатырға йөрьәт иткән һәр ауырыу өсөн дә яҡшы бүләк.
— Фәнил Булат улы, ХХI быуат дауаханаһын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
— Бөгөн беҙҙә ауырыу йыш ҡына анализдар биреү, врачтарға күренеү өсөн бер нисә учреждение тупһаһын тапай, әллә күпме ваҡытын әрәм итә, тейешле ҡағыҙҙарҙы йыйғансы хәлдән тая. Барыбыҙға ла таныш, күнегелгән күренеш. Бөтә тикшеренеүҙәрҙе бер үк медицина ҡаласығында сиратһыҙ, ығы-зығыһыҙ үткәндә күпме ауырыуҙың кәйефе боҙолмаҫ, табиптарға күренеү теләге һүнмәҫ ине. 1991 йылдан бирле Өфөлә бер генә өр-яңы дауахананың төҙөлгәне юҡ. Һуңғыһы — барыбыҙға таныш 22-се дауахана. Шуға күрә медицина учреждениеларының ниндәй ҙур көсөргәнеш менән эшләгәнен күҙ алдына килтереү ауыр түгел. Республикабыҙҙа федераль кимәлдәге медицина учреждениеларының булмауы ла насар. Һәр хәлдә беҙгә башҡа ҙур төбәктәрҙәге кеүек заманса поликлиникаһы булған ҡеүәтле онкология үҙәге бик кәрәк. Тыуым беҙҙә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, шөкөр, юғары, ни өсөн заманса федераль кимәлдәге перинаталь үҙәгебеҙ юҡ? Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре буйынса “лидер”ҙар рәтендәбеҙ, тимәк, юғары кимәлдәге федераль үҙәктең кәрәклеге лә көн кеүек асыҡ.
Ә республика дауаханаларына күҙ төбәп алыҫ төбәктәрҙән килгән ауырыуҙар нисек яфалана? Халҡыбыҙҙың 40 проценттан ашыуы ауылдарҙа йәшәй. Ә яҡшы йыһазландырылған дауалау учреждениеларының күбеһе баш ҡалала урынлашҡан. Шуға күрә консультация һәм медицина ярҙамына мохтаждарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртырға бурыслыбыҙ. Медицинаның ҡасан да булһа халыҡ ихтыяждарына йөҙ менән боролоуына өмөтләнәм. Әммә шуны ла яҡшы аңлайым: ҡаҙнанан бүленгән өс тин аҡсаға биш тинлек дауа булмай. 65 һумға ауырыуҙы көнөнә өс тапҡыр туҡландырыу өсөн ниндәй тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ әҙерләп булһын?

“Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙыу ялҡытты...”

— Һаулыҡ — кешенең төп хоҡуҡтарының береһе, һәм ул Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тарафынан яҡлана. Тик был хоҡуҡтар нисек тәьмин ителә һуң? Сәләмәтлекте һаҡлауҙы күҙ уңында тотҡан закондар ҙа байтаҡ — тик ни өсөн улар үтәлмәй?
— Эйе, тәмәке көйрәтеүселәр һис кәмемәй, эскелек тә көслө. Быйылдан “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон эшләй башлауы, бер яҡтан, һөйөндөрһә, икенсе яҡтан, тулыһынса финанс менән нығытылмауы һорау тыуҙыра. “Беҙҙә медицина түләүһеҙ” тип кем әйтә ала? Бик һирәктәр. Түләүле хеҙмәттәрҙән, икейөҙлөлөктән халыҡ ныҡ йонсоно. Беҙ дауаханабыҙҙа түләүле хеҙмәттәрҙе үҫтереү яғында түгелбеҙ, әммә финанс ҡытлығы “яҡшы, тәьҫирле дауалайбыҙ” тип әйтергә лә мөмкинлек бирмәй.
— Тағы ла бер һорау: ни өсөн республикала врачтарға, тар белгестәргә ҡытлыҡ һис тә бөтмәй?
— Беҙ әле тәжрибәле, үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ, “консерватив” холоҡло хеҙмәткәрҙәребеҙҙең намыҫлы хеҙмәтенә таянып эшләйбеҙ. Ошо быуын китһә, медицинаның яҙмышы өсөн кем яуап бирер, тип уйланам, сөнки йәштәрҙең күбеһе дауаханаларҙа оҙаҡҡа тотҡарланмай, тәүге 5 мең 149 һумлыҡ эш хаҡын алғандан һуң табышлыраҡ урын эҙләй башлай.
Ғәйепләп булмай үҙҙәрен. Полицияға яңы ғына эшкә килеп, 35-40 мең һумлыҡ эш хаҡы алған лейтенанттан кәмме ни улар? Парикмахер 15 минутта сәсте ҡырҡҡан өсөн 200-250 һумды кеҫәһенә һалһа, беҙҙең санитаркалар ошо аҡса өсөн көн буйы бысраҡ таҙарта, ауырыуҙарҙы тәрбиәләй. Физик көсөргәнешлек тураһында һөйләп тә тормайым. Врачтарға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнмәйенсә, кадрҙарға ҡытлыҡ бөтмәйәсәк, тимәк, халыҡ һаман да сәләмәтлекте һаҡлауға ҡағылған иң яҡшы закондарҙың да йоғонтоһон үҙендә һиҙмәйәсәк.
— Һәр төбәктең уңыштарын барлағанда халыҡтың сәләмәтлеге төп критерийҙарҙың береһе булып сығыш яһаясаҡ. Һаулыҡ һаҡлауҙы Европа стандарттарына сығарыу бурысы һеҙҙе ғәжәпләндермәйме?
— Юҡ, беҙ шуға мотлаҡ ынтылырға тейешбеҙ. Гел генә “юрғанға ҡарап аяҡ һуҙып” йәшәп булмай бит. Бөтә алдынғы илдәрҙә лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе күп сығым талап иткән, ҡаҙна өсөн үтә ҡиммәткә төшкән тармаҡ һанала.
Уларҙа ауырыуға бер ҡасан да “булмай, мөмкин түгел” тип әйтмәйҙәр, “юҡ” тигән һүҙ ҙә юҡ. Дәүләт ярҙамынан тыш тармаҡты “һауыҡтырыу”ҙың мөмкин түгеллеген юғары кимәлдәге етәкселәр ҙә аңлайҙыр, тип өмөтләнәм. Тейешле күләмдә финанс менән нығытылмаһа, түләүһеҙ медицина ярҙамына хоҡуҡты гарантиялаусы “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Закондың да ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәүе, һәйбәт яңылыҡтарҙың фәҡәт ҡағыҙҙа ғына ҡалыуы ихтимал.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523